Иосиф Кобзон һәйкәле

Иосиф Кобзон һәйкәле — 2003 йылдың 30 авгусында Донецкта «Юность» йәштәр һарайы янындағы майҙанда ҡуйылған. Һәйкәлде асыу ҡала көнөнә һәм Донецк өлкәһендә тыуған СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзондың 66 йәшенә тап килтерелә, Иосиф Кобзон үҙе һәйкәлде асыу тантанаһында ҡатнаша.

Иосиф Кобзон һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Донецк
Урынлашҡан урамы Улица Челюскинцев[d]
Урын Улица Челюскинцев[d]
Жанр паблик-арт[d]
В память о Иосиф Давыдович Кобзон[d]
Мираҫ статусы памятник истории местного значения Украины[d]
Тасуирлау биттәре ritual-donetsk.com/ru/do…
ia600308.us.archive.org/…
Карта
 Иосиф Кобзон һәйкәле Викимилектә

Һәйкәлде булдырыу Мәскәүҙәге Донбасс яҡташтар берекмәһе идеяһы. Һәйкәлдең авторы — Мәскәү скульпторы Александр Рукавишников.

Кобзон тәүҙә үҙенә һәйкәл ҡуйыуға ҡаршы була, әммә Мәскәү яҡташтар берекмәһе, Донбасс халҡы һәм Донецк өлкәһе губернаторы Виктор Янукович йыл ярым өгөтләгәндән һуң ризалаша.

Бронзанан ҡойолған ике метрлыҡ һәйкәл цемент нигеҙҙә тора, Смоленскта ҡойоп яһалған. Пальтоһын яурынына һалған йырсы хәрәкәттә һүрәтләнгән.

2014 йылдың 24 мартында һәйкәл вандализм актына дусар була: өҫтөнә ҡыҙғылт буяу һибелә.

Библиография үҙгәртергә

  • Памятник Джону Юзу // Телегид. Специальный выпуск. Донецк туристический. 150 лучших мест для семейного отдыха. — Донецк, август 2010. — № 2. — С. 13.

Һылтанмалар үҙгәртергә