Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды

Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды — технологик компаниялар менән уларҙың тәүге үҫеш осорҙарында эшләүсе Рәсәй инвестиция фонды. Фонд 2013 йылда Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан Владимир Путин инициативаһы буйынса нигеҙләнгән. Фонд ҡарамағында — 6 млрд. һум, был аҡсаны 2016 йыл аҙағына тиклем 400 компанияға инвестициялау планлаштырылған.[1] Dow Jones тикшеренеүҙәре буйынса, Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды 2014 йылда Европала сәсеүҙә ҡатнашҡан иң әүҙем фонд булған.[2]

Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды
рус. Фонд Развития Интернет-Инициатив (ФРИИ)
Нигеҙләнгән

2013

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Мәскәү

Төп фигуралар

Кирилл Варламов, директор

Тармаҡ

Венчурное инвестирование

Сайт

http://www.iidf.ru/

 Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды Викимилектә

Фонд акселерацияның көндөҙгө һәм ситтән тороп үтәлеүсе программаларын ойоштора һәм сәсеүгә инвестициялар бирә. 2014 йылдың октябрендә фонд бишенсе көндөҙгө программаға ҡабул итеү үткәрҙе. Фондтың көндөҙгө акселераторҙары —Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта, ситтән тороп ҡатнашыусылары Екатеринбургта, Новосибирскиҙа, Краснодарҙа, Ҡазанда һәм Әстераханда эшләй.[3][4][5] 2014 йылдың сентябрендә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа, етештереү һәм хеҙмәттәр күрһәтеү, финанс секторы һәм ҡала хеҙмәттәре өлкәһендәге стартаптар өсөн Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды менән Microsoftтың берлектәге программаһы эшләй башланы.[6]

Фондтың иң ҙур инвестициялары иҫәбендә — StartTrack.ru краудинвестинг[7][8] майҙансығы (2013 йылдың ноябрендә $3 млн)[9], ҡарттар һәм инвалидтарға йәһәт ярҙам күрһәтеүсе «Ғүмер төймәһе» системаһы (2014 йылдың июнендә 45 млн һум)[10], Babadu балалар тауарҙары интернет-гипермаркеты (2014 йылдың сентябрендә 110 млн һум)[11], власть органдарына ялыуҙарҙы һәм мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеүсе «Асыулы граждан» онлайн-сервисы (2014 йылдың октябренә 44 млн һум)[12]. Фонд директоры Кирилл Варламов белдереүенсә, 2014 йылдың октябренә Фонд тарафынан 120 стартапҡа инвестиция бирелгән.[4] Был компанияларҙың күпселеге сәсеү алды инвестицияһы алған.

2014 йылдың ноябрендә Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды «Технологиялар һәм Инновациялар» номинацияһында Рунет премияһын алған[13].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Фонд поддержки инициатив в интернете начнет деятельность в самое ближайшее время, сообщил гендиректор АСИ». ИТАР-ТАСС (3 май 2013). Дата обращения: 28 октябрь 2014.
  2. Элина Асфаганова. «ФРИИ проинвестировал 38 проектов со всей России». Rusbase.vs (29 сентябрь 2014). Дата обращения: 28 октябрь 2014. 2014 йыл 28 октябрь архивланған.
  3. Роман Рожков. «ФРИИ ищет стартапы в Крыму». Коммерсантъ (17 апрель 2014). Дата обращения: 28 октябрь 2014.
  4. 4,0 4,1 Александр Баулин. «Российским стартапам должно быть комфортно дома». Lenta.ru (22 октябрь 2014). Дата обращения: 28 октябрь 2014.
  5. «ФРИИ объявил об открытии очного акселератора в Санкт-Петербурге». РБК Инновации (23 июнь 2014). Дата обращения: 28 октябрь 2014. 2014 йыл 9 ноябрь архивланған.
  6. Элина Асфаганова. «ФРИИ и Microsoft запускают индустриальную акселерацию». Rusbase.vs (18 сентябрь 2014). Дата обращения: 28 октябрь 2014. 2015 йыл 21 июль архивланған.
  7. «Инфографика: А что у нас в России с инвесторами?» Rusbase.vc (14 декабрь 2012). Дата обращения: 10 ноябрь 2014. 2014 йыл 11 ноябрь архивланған.
  8. «Изобретателям помогут всем миром». Российская газета (29 апрель 2014). Дата обращения: 11 ноябрь 2014.
  9. ФРИИ вложит в краудфандинговую площадку StartTrack.ru до $3 млн. Digit.ru (1 ноябрь 2013). Дата обращения: 10 ноябрь 2014. 2014 йыл 15 сентябрь архивланған.
  10. «ФРИИ вложил 45 миллионов рублей в проект "Кнопка жизни"». Lenta.ru (6 июнь 2014). Дата обращения: 28 октябрь 2014.
  11. ФРИИ инвестирует 110 млн руб. в интернет-гипермаркет детских товаров Babadu. CNews (2 сентябрь 2014). Дата обращения: 10 ноябрь 2014. 2014 йыл 10 ноябрь архивланған.
  12. «Российский фонд ФРИИ вложил в «Сердитого гражданина» 44 миллиона рублей». Lenta.ru (2014-20-10). Дата обращения: 28 октябрь 2014.
  13. Объявлены лауреаты Премии Рунета 2014 2016 йыл 5 май архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә