Ингури ГЭС-ы
Ингури ГЭС-ы - рус. Ингу́рская ГЭС - (Ингур ГЭС[1], Ингури ГЭС) — Кавказдағы ҡеүәтле гидроэлектростанция. Ингури йылғаһы буйында урынлашҡан, административ сиктәре Абхазияға ла, Грузияға ла инә. Шуға күрә яҡтар хеҙмәттәшлеге генә файҙаланыуға мөмкинлек бирә[2].
Ингури ГЭС-ы | |
Нигеҙләү датаһы | 1972 |
---|---|
Атамаһы | ენგურის ჰიდროელექტროსადგური |
Дәүләт | Грузия |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Ингури |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Ингури |
Выходная мощность | 1300 мегаватт |
Рәсми асылыу датаһы | 1987 |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Ингури ГЭС-ы Викимилектә |
Тасуирлама
үҙгәртергәИнгури ГЭС-ы Ингури йылғаһы һыуын Эрисцкали йылғаһы бассейнына ебәреү юлы менән 1960-сы йылдарҙа төҙөлгән. Дөйөм һыу баҫымы 410 м, унның 226 метрын плотина бирә, ә ҡалған 184 метрын — баҫым деривацияһы тәшкил итә. [3]
ГЭС-тың ҡеүәте — 1300 МВт, уртаса етештереүсәнлеге — 4430 млн кВт/сәғ. ГЭС бинаһына биш гидроагрегат ҡуйылған [4], турбиналар 260 МВт ҡеүәтле гидрогенераторҙы хәрәкәткә килтерә [3]. ГЭС-тың баҫым ҡоролмалары 1110 млн м³ һыу һаҡлаған, файҙалы өлөшө 676 млн м³ еткән Джвар (Ингури) һыуһаҡлағысы хасил итә [3].
Станция Грузия һәм Абхазия Республикаһы менән берлектә файҙаланыла һәм был конфликт килеп сыҡҡан осраҡтарҙа уны тулы ҡеүәттә файҙаланырға мөмкинлек бирмәй[5]. 1992 йылда грузин-абхаз килешеүҙәре һөҙөмтәһендә Ингури ГЭС-ы етештергән электроэнергияны 60 % (Грузия) һәм 40 % (Абхазия) нисбәтендә ҡулланыу ҡабул ителә.
Галерея
үҙгәртергә-
Түбәнге бьеф күренеше.
-
Үрге бьеф күренеше.
-
Плотинанан һыу ағыҙыу.
-
Һыу үткәреү тоннелендәге уйымдар
-
Үрге бьеф күренеше.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- рус. Абхазско-грузинская граница
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ингур — название реки Ингури, официально используемое в русском языке в Республике Абхазия.
- ↑ Ингури ГЭС: борьба за теплое место
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Гидроэлектростанции Грузии. — М.: Внешторгиздат, 1989. — 47 с.
- ↑ Ингури ГЭС турбоагрегаты
- ↑ Абхазия планирует заключить договор с «Интер РАО ЕЭС» . Дата обращения: 6 декабрь 2010. Архивировано 26 февраль 2012 года.