Йомағолов Илфат Әбделәхәт улы

Совет һәм Рәсәй театры һәм кино актеры. Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған артисы (1993).
(Илфат Әбделәхәт улы Йомағолов битенән йүнәлтелде)

Йомағолов Илфат Әбделәхәт улы (30 июнь 1962 йыл — 22 сентябрь 2018 йыл) — театр һәм кино актёры. 1987 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1993).

Йомағолов Илфат Әбделәхәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 30 июнь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Юлыҡ ауылы, Ҡауарҙы ауыл Советы[d], Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 сентябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө актёр, кино актёры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Илфат Әбделәхәт улы Йомағалов 1962 йылдың 30 июнендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуған.

Атаһы Әбделәхәт Әбделхаҡ улы сығышы менән күрше Юрмаш ауылынан. Ғаилә башлығы балта оҫтаһы булыу менән бергә, һүрәтте лә һәйбәт төшөргән. Йәшерәк сағында ғаиләһе менән күсеп, Учалы ҡалаһын төҙөүҙә лә ҡатнашҡан.

Тыуған ауылында һигеҙ класс тамамлағас, профтехучилищеға уҡырға инә. Дипломлы белгес, ил алдындағы бурысын үтәгәндә лә балта оҫтаһы булып хеҙмәт итә.

Ике йыл Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә.

Режиссер Рифҡәт Исрафилов курсында белем ала. 1987 йылда институттың актерлыҡ бүлеген тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә.

1987—2010 йылдар эсендә иллегә яҡын роль башҡара. Олпат кәүҙәле, аҡыллы, тыныс сырайлы актерға йәштән үк ҡарттар ролен уйнауҙы ышанып тапшыралар. Уның «Ай тотолған төндә», «Балаҡайҙарым», «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?», «Һуңғы уҙаман» һәм башҡа спектаклдәрҙәге ролдәре театр һөйөүселәрҙең күңелендә әле лә һаҡлана.

Ә уның үҙенең иң яратҡан ролдәренең береһе булып Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектакленән Диауана образы.«Диуаналыҡ» күңелде ташламаһын… Уйлап ҡараһаң, донъябыҙҙа аҡыллы «диуаналар» һирәк осрай, диуана «аҡыллылар» ишәйҙе", — ти ул «Башҡортостан» гәзитенә биргән бер интервьюһында.

Хәтере ныҡ, әҙәбиәткә яҡын кеше бер-ике уҡыуҙа сценарийҙы хәтеренә һеңдерһә, тәбиғәттән бирелгән һәләте яңы ролде уңышлы башҡарырға булышлыҡ итә. Спектаклдәрҙә уйнауҙан тыш текстарҙы башҡорт теленә тәржемә итә, шиғырҙар һәм пьесалар ҙа яҙа.

1993 йылда «Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.

«Ай ҡыҙы» дауамлы нәфис фильмы, «Миҙал», «Рәхмәт» кеүек киноларҙа төп ролдәрҙе уйнай.

2005 йылда режиссер Салауат Вәхитовтың «Осраҡлы булмаған осраҡ, йәки Бер мөхәббәттең ете көнө» фильмында төшә.

2010 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры менән хеҙмәттәшлек итә.

Актер 2018 йылдың 22 сентябрендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.

Ҡатыны Рисәлә Урал ҡыҙы менән театрҙа танышалар. Улы Иштуған менән ҡыҙы Фирүзәне сабый саҡтарынан тәрбиәләшергә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Үҙе үҫкән ғаиләлә баш бала, биш ҡусты-һеңлеһенә ағай булараҡ, бәләкәйҙән йорт мәшәҡәттәрен үҙ иңендә күтәреп өйрәнгән ғаилә башлығы кәләшенә хатта йәш баланы нисек ҡарарға өйрәтеп ебәргән саҡтары ла йыш була. Дөйөм ятаҡта йәшәгәндә төнгө тәрбиәсе булып эшләүе балаларҙы ярата, улар күңелен аңлай белеүен дәлилләй.

Һылтанмалар

үҙгәртергә