Викидатала элемент юҡ

Илеш — башҡорт ир-ат исеме, шулай уҡ башҡа мосолман татар,ҡаҙаҡ төрки халыҡтарҙа бар.

Этимологияһы үҙгәртергә

Илеш исеме башҡорт телендә ил+иш, иленә иш тигәнде аңлата[1].


Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Илешев Ғөбәйҙулла Шәрип улы (10 октябрь 1927 йыл — 7 август 2009 йыл) — ғалим-тарихсы, партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1985), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).

Илешев Илдус Ғөбәйҙулла улы (17 май 1957 йыл) — дәүләт эшмәкәре, Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ҡарамағындағы Рәсәй вәкиленең урынбаҫары[1], 2005—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Премьер-министр урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры, филология фәндәре кандидаты (1990), сәйәси фәндәр докторы (2000), профессор (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).

Илишева Райса Хакимовна. Доцент, кандидат филологических наук, филолог, преподаватель башкирского языка и литературы, русского языка и литературы.

Илишев Назар Ильдус улы.Рәсәй-америка видеоблоггере.

Илешева, Розалия Ғали ҡыҙы.Психиатр, медицина фәндәре докторы (1970), профессор (1971), Ҡаҙ атҡаҙанған фән эшмәкәре. (1979).

Ауылдар үҙгәртергә

Илеш (рус. Илишево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 409 кеше.

Топонимия үҙгәртергә

Илеш районы (рус. Илишевский район) — Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан муниципаль район. Административ үҙәге — Үрге Йәркәй ауылы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ