Иван Сусанин һәйкәле


Батша Михаил Федорович һәм кәрәҫтиән Иван Сусанин һәйкәле — Кострома ҡалаһында 1851 йылда Буталсыҡ замандың легендар ҡаһарманлығы хөрмәтенә ҡуйылған монумент. Һәйкәлдең авторы — скульптор В. И. Демут-Малиновский. Һәйкәл ҡала үҙәгенең Сусанин майҙанының уртаһында урынлашҡан. 1918—1928 йылда һәйкәл емерелә. 1967 йылда Костромала скульптор Н. А. Лавинский эшләгән Иван Сусанин һәйкәле ҡуйыла.

Иван Сусанин һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Кострома
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Современное состояние разрушенный[d]
Ҡулланыу статусы закрыто навсегда[d]
Карта
 Иван Сусанин һәйкәле Викимилектә

Батша Михаил Федорович һәм крәҫтиән Иван Сусанин һәйкәле (1851) үҙгәртергә

Һәйкәл тарихы үҙгәртергә

Батша Михаил Федорович һәм Иван Сусанинға Костромала 8 июндә (1835 йыл) губерна ҡалаһына Николай I барған саҡта «во свидетельство, что благородные потомки видели в бессмертном подвиге Сусанина — спасении жизни новоизбранного русской землей царя через пожертвование своей жизни — спасение православной веры и русского царства от чужеземного господства и порабощения» һәйкәл төҙөргә рөхсәт бирә. Һәйкәлде Ипатьевский монастырында түгел, үҙәк майҙанда төҙөү ҡарала, бының өсөн Екатеринослав майҙанының исеме Сусанин майҙанына алмаштырыла (император өләсәһенең исеме менән аталған майҙанға ябай крәҫтиәндең исемен бирә).[1]

Был йәһәттән графиня Е. П. Ростопчина «На памятник, сооружаемый Сусанину» тигән шиғырҙа былай тип яҙа[2]:

  Тебе ль чугун, тебе ли мрамор ставить,

Сусанин доблестный и верный гражданин,
Святой Руси достойный сын?
Тебя ли можем мы чрез памятник прославить?
Увековечим ли тебя в стране твоей
Деяньем рук и грудами камней?
Чугун растопится… полудня мрамор белый
Раздробят долгие морозы русских зим…

 
 
Һәйкәл һәм Сусанин майҙаны күренеше (XX быуат башы)

1851 йылдың 14 (26) мартында Костромала батша Михаил Федорович һәм крәҫтиән Иван Сусанинға скульптор В . И. Демут-Малиновский проекты буйынса һәйкәл асыла.

1900 йылда Ҡала думаһы һәйкәл тирәләй сквер булдыра, уға Сусанин скверы исемен бирәләр.

 
«ВЭС» фотоһы

Октябрь революцияһынан һуң Совнаркомдың 12 апрелендә (1918 йылда) «Республика һәйкәлдәре тураһында» декретына ярашлы «батшалар һәм уларҙың хеҙмәтселәре хөрмәтенә төҙөлгән» һәйкәлдәрҙе һүтеү ҡарала. Һәйкәл был ҡарарға «идеаль» тап килә: батша һәм уның хеҙмәтсеһе фигураһы күҙ алдында тора. Революцияның беренсе йыллығы алдынан һәйкәл емерелә башлай: Сусанин һәм батшаның скульптура бюсы постаменттан төшөрөлә. Бронза фигуралар, бер мәғлүмәттәр буйынса, Волгаға батырыла, икенсеһе буйынса — ергә ҡаҙып күмелә, өсөнсөһә буйынса — иретеп ҡойоуға ебәрелә[3]. Шул уҡ ваҡытта Сусанин майҙаны Революция майҙаны тип үҙгәртелә (1992 йылда тарихи исеме кире ҡайтарыла[4]).

Колонна ун йыл буйына тиерлек ағас обелиск менән көпләнә, уның өҫтөнә ҡыҙыл флаг ҡуйыла. Обелисктың дүрт яғына Рәсәй һәм халыҡ-ара революция хәрәкәтенең юлбашсыларының портреттары нығытып ҡуйыла.1928 йылда ағас обелиск иҫкерә, ҡала власы һәм идара итеүселәр колоннаны постаменттан төшөрөп, сквер территорияһында ергә күмергә була. Һәйкәлде тулыһынса емереү 1934 йылға планлаштырыла. Мәрмәр һәм гранит көптәре юлға түшәү өсөн ваҡлатыла.[5]

Ер ҡаҙыу эштәре ваҡытында колоннаны ҡаҙып сығаралар һәм колонна һаҡланып ҡала. XXI быуат башында колонна Сусанин майҙанына һалына, һуңынан уны был урындан алып китәләр һәм урынында иҫтәлекле билдә ҡуялар, сөнки 2013 йылда романовтар династияһының 400 йыллығына һәйкәлде тергеҙеү планлаштырыла. Әммә 2012 йылда иҫтәлекле билдә шулай уҡ йыйып алына, был проектты юҡҡа сығарыу хаҡында һөйләй.

Романовтар династияһының 400 йыллығына (2013) Костроманың элекке мэры Борис Коробов үҙ йортоноң ихатаһында тарихи һәйкәлдең замансалаштырылған версияһын ҡуя[6].

Һәйкәл тасуирламаһы үҙгәртергә

Файл:Kostromа Susanin Klark.jpg
Батша Михаил Федорович һәм крәҫтиән һәйкәл постаментындағы барельеф . Н. В. Кларк фотоһүрәте (1908)

Һәйкәл дүрт мөйөшлө пьедесталда торған ҡыҙыл граниттан ғибәрәт, уның өҫтөндә йәш батша Михаил Федоровичтың Мономах кәпәсе һәм барма кейгән фигураһы тора, уның күкрәгендә алтын менән ялатылған тәре йылтырай. Колоннаның үрге өлөшөндә (батша бюсы янында) дәүләт гербы — ҡанаттарын йәйгән ике башлы бөркөт, уның урта өлөшөндә Кострома губернаһының «павлов» гербы нығытып ҡуйылған. Колоннаның нигеҙендә тубыҡланып доға ҡылыусы Сусанин фигураһы, уның һул яғында киләсәк быуындарына бүләк ителгән ике грамота төргәге ята.

Памятник Сусанину — хорош. Он «губернский», скромный, не столичная краса: но закруглен в мысли и форме.



Композиция тулыһынса Волга яғына һәм Сауҙа рәттәренә ҡаратылған. Гранит менән көпләнгән постаментҡа Сусанинды поляктарҙың үлтергән күренеше һүрәтләнгән. Постаменттың артҡы яғында алтынһыу хәрефтәр : «Ивану Сусанину, за Царя, — спасителя веры и царства, живот свой положившему. Благодарное потомство»-тип яҙылған. Һәйкәл матур рәшәткә менән уратып алынған. Уның мөйөштәрендә фонарь ҡуйылған дүрт суйын бағана тора[7].

Иван Сусанин Һәйкәле (1967) үҙгәртергә

Файл:Monument to Ivan Susanin in Kostroma.jpg
Хәҙерге Костромала Иван Сусанин һәйкәле. Кострома (1967)

Хәҙерге һәйкәлдең булдырылыуына ике тиҫтә йыл иҫәпләнә. Һәйкәл ҡуйыу тураһында беренсе документ булып 1947 йылда РСФСР Юғары Советы сессияһында ҡабул ителгән ҡарар тора. Әммә монархия һәм һәм дин менән бәйләнмәгән һәйкәл эшләү ысынбарлыҡта бары тик 1959 йылда РСФСР Мәҙәниәт министрлығы ҡушыуы буйынса башлана. Йәш скульптор Н. А. Лавинский проекты буйынса һәйкәл булдырыла. Был проект студент Н. А. Лавинскийҙың 1952 йылда сығарылыш диплом эше була. Элекке Сусанин майҙанының ситендә төҙөлөш эштәре башлана.

Әммә шунда уҡ тигәндәй, 1959 йылдың июлендә КПСС Үҙәк Комитетының «О наведении порядка в деле сооружения памятников» ҡарары ҡабул ителә, ә 1961 йылдың сентябрендә ошо ҡарар буйынса бер нисә һәйкәлде проектлау һәм төҙөү ваҡытлыса туҡтатыла, шулар иҫәбенә Костромалағы Иван Сусанин һәйкәле лә инә[8].

1965 йылда Кострома өлкәһе етәкселеге хәлде үҙгәртеп, һәйкәл төҙөүҙе дауам итеүгә ирешә. Конкурс үткәреп тормайҙар, бары тик Лавинский проекты ғына ҡарала. Йыл аҙағында Кострома йәмәғәтселеге проектты тикшерә, уны, ҡала үҙәгенең ҡиәфәтен боҙасаҡ, тип ҡырҡа тәнҡитләп сыға[8]. Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы сиратта, академик Н. В. Томскийҙың, Н. А. Лавинскийҙың уҡытыусыһы тырышлығы менән проект раҫлана.

Һәйкәл асыу тантанаһы 28 сентябрҙә (1967 йылда) үткәрелә. Тантанала һәйкәл авторҙары төркөмө ҡатнаша — һәйкәлдең скульпторы Н. А. Лавинский һәм архитекторҙары М. П. Бубнов һәм М. Ф. Марковский.

Һәйкәл оҙон крәҫтиән кейемендәге фигуранан ғибәрәт, ул массив цилиндр формалы постаментта тора. Фигура һәм постаменттың көбө аҡ эзбизташтан эшләнгән. Постаментта: «Иван Сусанинға — рус еренең патриотына»- тип яҙылған. Сусаниндың һыны йөҙө менән Волга йылғаһына ҡаратып ҡуйылған, арты менән Сусанин майҙанына боролған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә