Якутов Иван Степанович

(Иван Степанович Якутов битенән йүнәлтелде)

Якутов Иван Степанович (20 июнь 1868 йыл — 7 ноябрь 1907 йыл) — Рәсәй империяһындағы социал-демократик хәрәкәт эшмәкәре.

Якутов Иван Степанович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 20 июнь 1868({{padleft:1868|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Королёв, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 ноябрь 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (39 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Степанович Якутов 1868 йылдың 20 июнендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Королево ауылында тыуған. Өфөлә ҡала сиркәү-приход училищеһында уҡый. 1881 йылда училищены тамамлай. Тимер юлдары оҫтаханаларында эшләй.

Социал-демократтарға 1899 йылда ҡушыла, һуңыраҡ тимер юлсылар марксистик түңәрәге етәксеһе була.

1900 йыл йылда Өфө социал-демократтарының В. И. Ленин менән осрашыуында ҡатнаша.

1903 йылда Себергә һөргөнгә ебәрелә (Иркутск губернаһы). Өфөгә 1905 йылда ҡайта. Тимер юл оҫтаханаларының стачка комитеты рәйесе, Өфө ҡала эшсе депутаттар советы рәйесе була.

1905 йылдың 9 декабрендә ҡала митингыһын аса, митингыла сығыш яһаусылар ҡораллы ихтилалға саҡыра. Ғәскәрҙәр митингыны тарҡатҡан саҡта дружинниктар һалдаттарға ҡулдан эшләнгән бомбалар ташлайҙар. Өфө РСДРП комитеты ҡарары буйынса Якутов Харьковҡа китә. 1906 йылдың сентябрь айында И. С. Якутов Харьковта ҡулға алына һәм Өфөгә ебәрелә.

Хәрби-ялан суды ҡарары буйынса 1907 йылда аҫып үлтерелә. Уны «1905 йылдың 9 декабрендә Өфө тимер юл оҫтаханаларыны янында ғәскәрҙәргә ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәткән халыҡтың күмәк йыйылған урында ҡатнашҡаны…»[1], һәм шәхсән үҙе һалдаттарға һәм казактарға бер бомба ташлап, бер нисә кешене яралағаны өсөн хөкөмгә тарттыралар[2].

Өфөлә уның исемен йөрөткән парк һәм урам бар, һәйкәл ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • История Башкирской АССР. Учебное пособие для средней школы. Башкирское книжное издателство. Уфа. 1978.
  • Баллада о большевистском подполье. Автор: Драбкина Елизавета Яковлевна. Издатель: Детская литература. Город печати: Москва. Год печати: 1967.

Һылтанмалар

үҙгәртергә