Иван Вазов исемендәге китапхана

Христо Ботев исемендәге 1884 йылғы яңы китапханаһындағы Вазов Иван исемендәге китапхана (болг. Библиотека „Иван Вазов“ при НЧ „Христо Ботев 1884“) — Ботевград ҡалаһында, шул исемдәге община үҙәгенендә урынлашҡан хәҙерге болгар дөйөм белем биреү институты һәм китапханаһы. Ул Ботевград территорияһындағы төрлө китапхана фондтарын йыйыу, һаҡлау һәм эшкәртеү, китап уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә, белешмә-библиографик һәм информацион эшмәкәрлек, ойоштороу-методик функцияһын алып бара һәм ирекле китапхана-мәғлүмәт ресурстары менән тәьмин итә. Белем биреү кимәлен күтәреүгә, белем алыуҙы дауам итергә булышлыҡ итә, компетентлыҡты, тормош сифатын, социаль интеграцияны үҫтереү һәм электрон мәғлүмәт менән файҙаланыуҙы киңәйтә.

Иван Вазов исемендәге китапхана
болг. Библиотека „Иван Вазов“ при НЧ „Христо Ботев 1884“
Нигеҙләү датаһы 1883
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Иван Вазов
Дәүләт  Болгария
Административ-территориаль берәмек Ботевград
Рәсми сайт bot-chit.com/б…
Карта
 Иван Вазов исемендәге китапхана Викимилектә

Китапхана тарихы

үҙгәртергә

Иван Вазов исемендәге китапхана үҙ тарихын 1883 йылда башлай: унда китап уҡыу йорто «Напредък» (болг. Передовик) асыла. Башта уның китап фонды 700—800 том тәшкил итә, был китаптарҙы урындағы илһөйәр кешеләр бүләк итә. 1924 йылда яңы китап уҡыу йорто залында махсус китапхана бинаһы барлыҡҡа килгәндән һуң, китапхананың де-юре тарихы башлана. 1973 йылдан һуң китапхана Христо Ботев исемендәге китап уҡыу йортоноң яңы бинаһына күсә, уның фондында 45 мең том китап иҫәпләнә. 1981 йылдың 17 сентябрендә Иван Вазов исемендәге китап уҡыу һәм китапхана яңы бинаһы асыла.

Әлеге ваҡытта бында 84911 берәмек иҫәпләнә: был китап томдары, матбуғат, аудиовизуаль документтар, график һүрәттәр, нота баҫмалары һәм башҡалар. Китапхана йыл һайын 2 меңгә тиклем даими уҡыусыны хеҙмәтләндерә, 48 мең документ бирә, китап уҡырға килеүселәр һаны 26 мең кеше тәшкил итә. Китапханала өс бүлек бар: балалар бүлеге, өлкәндәр өсөн һәм мәғлүмәт бүлеге (интернетҡа инеү мөмкинлеге менән). 2003 йылдан алып процестар автоматлаштырылған. Китапхана Интеграцияланған E-Lib китапхана-мәғлүмәт системаһына индерелгән.

2007 йылдан алып Халыҡ-ара юғары бизнес-мәктәпт студенттары өсөн Махсус уҡыу залы эшләй. 2010 йылдың 2 декабрендә «Глобальные библиотеки (болг.)баш. (болг.)баш.» программаһы сиктәрендә компьютер техникаһы ҡуйыла һәм һынала: унда 13 компьютер, ноутбук, мультифункционаллы ҡоролма, төҫлө принтер, экран һәм проектор бар.

Эшмәкәрлеге һәм структураһы

үҙгәртергә

Өлкәндәр өсөн бүлек

үҙгәртергә
 
Өлкәндәр өсөн бүлек

14 йәштән өлкән барлыҡ китап уҡыусы бында иҫәпкә индерелә, ул, шәхес танытмаһын күрһәтеп, уҡыусы билетын ала һәм китапхананың барлыҡ бүлектәре менән дә файҙалана ала. Белемдең төрлө тармаҡтары буйынса айырым ҡуйылған 60 меңдән ашыу том китапты ваҡытлыса өйгә уҡырға алырға мөмкин. Билдәле традицион алфавитлы һәм системалы каталог аша, шулай уҡ электрон каталог аша библиографик белешмә алырға мөмкин. Яҙыусылар менән осрашыу һәм күргәҙмәләр ойошторола.

Балалар бүлеге

үҙгәртергә
 
Балалар бүлеге

Бүлек 14 йәшкә тиклемге балаларҙы хеҙмәтләндерә. Уның фондында 16 меңдән ашыу китап, журналдар һәм әкиәттәр яҙылған аудиокассеталар бар. Электрон, баш һәм системалы каталог, тематик картотека ҡуйылған. Балалар бүлегенең уҡыу залында һүрәтле энциклопедиялар һәм күп төрлө белешмәләр бар. Бүлек төрлө төркөм уҡыусылары өсөн программалар әҙерләй. Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса дәрестәр, лекциялар, төрлө ваҡиғаларға һәм даталарға арналған әңгәмәләр үткәрә. Иң бәләкәй балалар өсөн төрлө саралар, балалар әҙәбиәте авторҙары менән осрашыуҙар үткәрелә.

Белешмә-библиографик һәм мәғлүмәт бүлеге

үҙгәртергә
 
Белешмә-библиографик һәм мәғлүмәт бүлеге

Был бүлек етеҙ һәм теүәл традициялы китапхана хеҙмәтен һәм Интернеттағы автоматлаштырылған мәғлүмәт хеҙмәтен китап уҡыусыларға тәьмин итә. Китаптарҙағы һәм йыйынтыҡтарҙағы мәҡәләләрҙең аналитик тасуирлау базаһына ярҙам итә. Бүлектә библиографик белешмә табырға мөмкин, мәғлүмәт эҙләү алып барыла (шул иҫәптән интернет буйынса), библиографик консультациялар бирелә, электрон почта һәм телефон буйынса һорауҙарға яуап биреү, шулай уҡ документтарҙы сканерлау һәм баҫыу хеҙмәте башҡарыла. Тематик картотека, ваҡытлы матбуғатты һаҡлау ойошторолған. Белешмә аппарат яҡшы эшләй. Компьютерҙар бүлмәһендә 10 компьютер, сканер, принтер, мультимедиа бар, Интернетҡа даими һәм тиҙ инеү тәьмин ителгән.

Китапхана бурыстары

үҙгәртергә
  • Яңы технологиялар һәм ҡулланыусылар ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү нигеҙендә инновацион хеҙмәттәр индереү.
  • Төрлө маҡсатлы төркөмдәргә — китапханасыларға, студенттарға һәм мәктәп уҡыусыларына, өлкән йәштәге кешеләргә — үҙаллы уҡыуҙарында ярҙам итеү.
  • Китапхана эше белгестәренең юғары профессиональ квалификацияһына нигеҙләнгән сифатлы хеҙмәтләндереү тәҡдим итеү.

Китапхана мөмкинлектәре

үҙгәртергә
  • Китапханала дәрестәр һәм презентациялар
  • Яҙыусылар һәм шағирҙар менән осрашыу
  • Каникул ваҡытында ойошторолған уҡыу көндәре
  • Балалар баҡсаһындағы балалар менән эшләү
  • Сәнғәт оҫтаханалары булдырыу һәм уларҙа төрлө тәбиғи материалдарҙан сәнғәт әйберҙәре эшләү
  • Байрамдар һәм иҫтәлекле даталарға төрлө саралар ойоштороу
  • Китапханала юридик мәғлүмәт биреү
  • Базалы компьютер грамоталылыҡ курстары ойоштороу

Һылтанмалар

үҙгәртергә