Аношин Иван Семёнович
Аношин Иван Семёнович (17 ноябрь 1904 йыл — 1 сентябрь 1991 йыл) — совет партия һәм хәрби эшмәкәре, 1926 йылдан ВКП(б) ағзаһы; генерал-лейтенант. 1939—1942 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.
Аношин Иван Семёнович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 17 ноябрь 1904 |
Тыуған урыны | Шепелевка[d], Чернавин муниципаль берәмек[d], Турки районы[d], СССР |
Вафат булған көнө | 1 сентябрь 1991 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто |
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d] Ҡыҙыл профессура институты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | ВКП(б)-ның XVIII съезы[d] һәм КПСС-тың XIX съезы[d] |
Хәрби звание | генерал-лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИван Семёнович Аношин 1904 йылдың 17 ноябрендә Һарытау губернаһының Балашов өйәҙе[1] Шепелевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 10 йәшенән көтөүсе, хәлле крәҫтиәндәрҙә батрак була. Башланғыс мәктәпте тамамлай.
1919—1926 йылдарҙа — комсомол ячейкаһы секретары, улус комсомол комитетының яуаплы секретары. 1926 йылдан алып Ҡыҙыл армияла хеҙмәт итә, ОГПУ-ның сик буйы ғәскәрҙәрендә, аҙаҡтан Махачкалы ҡала партия комитеты эшләй (1930 йылға тиклем). 1930—1932 йылдарҙа ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты Кадрҙар әҙерләү институтында уҡый. 1932 йылда — ВКП(б-ның) Чита ҡала комитетының мәҙәни-пропаганда бүлеге мөдире. 1937 йылда Ҡыҙыл профессураһы Иҡтисад институтын тамамлай һәм ВКП(б)-ның Үҙәк комитетында инструктор булып эшләй.
1938 йылдың 26 апреленән алып ВКП(б) Волга буйы немец АССР-ы өлкә комитетының беренсе секретары вазифаһын башҡара, был вазифаға 1938 йылдың 7 июлендә тәғәйенләнә. 1939 йылдың декабренән 1942 йылдың ноябренә тиклем — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.
1942 йылдың декабрендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты уны сәйәси эш башҡарыу өсөн ғәмәлдәге армияға ебәрә[2]: 43-сө армияның сәйәси бүлек начальнигы, 1943 йылдың ноябрь — 37-се армияһының (3-сө Украина фронты) Хәрби советы ағзаһы . 1944 йылдан — 3-сө Украина фронтының сәйәси идаралыҡ начальнигы 1944 йылдың 20 апрелендә «генерал-майор», 1945 йылдың 19 апрелендә — «генерал-лейтенант» хәрби дәрәжәһе бирелә.
Һуғыш бөткәс, 1947 йылдың ғинуарына тиклем — Көньяҡ ғәскәрҙәре төркөмөнөң сәйәси идаралығы начальнигы, унан һуң — Мәскәү хәрби округының сәйәси идаралығы начальнигы, 1947 йылдың октябренән — Одесса хәрби округы командующийының сәйәси өлөш буйынса урынбаҫары, 1950—1953 йылдарҙа — Алыҫ Көнсығыш Хәрби округының Хәрби советы ағзаһы. 1955 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһын тамамлай. 1956—1957 йылдарҙа — Ҡытай халыҡ-азатлыҡ армияһының Баш хәрби советнигының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта Ҡытай халыҡ-азатлыҡ армияһының баш сәйәси идаралығы начальнигының өлкән кәңәшсеһе. Һуңынан Генераль Штабтың Топографик идаралығы начальнигының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, 1961 йылдан — Совет Армияһы һәм Хәрби-диңгеҙ флотының Төп сәйәси идаралығы өлкән инспекторы.
1968 йылдан алып хаҡлы ялда була.
КПСС-тың XVIII (1939) һәм XIX (1952, Хабаровск өлкә ойошмаһынан[3]) съездарына делегат итеп һайлана; 1939 йылдың 21 мартынан 1952 йылдың 5 октябренә тиклем ВКП(б)-ның Үҙәк Ревизия комиссияһы ағзаһы була (КПСС-тың XVIII съезында[4] XVIII конференцияһы һәм һайлана[5]). Украина ВКП(б)-ның XVI съезына делегат һайлана (1949), 1949 йылдың 28 ғинуарынан 1952 йылдың 23 сентябренә тиклем Украина КП(б)-ның Үҙәк комитеты ағзаһы була.
РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлана (1941 йылдың көҙөнә тиклем ғәмәлдә булған Волга буйы немецтары АССР-нан һайлана), СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1941—1946 йылдарҙа — Башҡорт АССР-нан Союз Советы ағзаһы[6]) һәм 2-се саҡырылыш (1946—1950, Махсус һайлау округынан Милләттәр Советы ағзаһы[7]).
Троекуровский зыяратында ерләнгән[8].
Наградалары
үҙгәртергә30-ҙан ашыу хөкүмәт наградаларына лайыҡ була, шул иҫәптән:
- Ленин ордены (13.9.1944)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (19.3.1944)
- I дәрәжә Кутузов ордены (28.4.1945)
- I дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (29.6.1945)[9]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)
- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (шул иҫәптән, 1956)
- Энгельс ҡалаһының Почетлы гражданы (1989).
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Аношин И. С. На правый бой. — М.: Воениздат, 1988.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ хәҙер һарытау өлкәһенең Турки районы
- ↑ Аношин И. С., 1988
- ↑ Делегаты XIX-го съезда ВКП(б) 5—14.10.1952. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Проверено 16 января 2013. 22 января 2013 года.||
- ↑ Центральная Ревизионная Комиссия, избранная XVIII-м съездом ВКП(б) 21.3.1939. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Проверено 16 января 2013. 22 января 2013 года.||
- ↑
- ↑ Депутаты Верховного Совета СССР I-го созыва 1937—1946 . Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Дата обращения: 16 ғинуар 2013. Архивировано 22 ғинуар 2013 года.
- ↑ Депутаты Верховного Совета СССР II-го созыва 1946—1950 . Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Дата обращения: 16 ғинуар 2013. Архивировано 22 ғинуар 2013 года.
- ↑ Могила И. С. Аношина
- ↑ Кавалеры полководческих орденов СССР 1-й степени . Форум Фалеристика. Дата обращения: 16 ғинуар 2013. Архивировано 22 ғинуар 2013 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аношин Иван Семёнович . Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Дата обращения: 16 ғинуар 2013. Архивировано 22 ғинуар 2013 года.
- Аношин Иван Семёнович . Почетные граждане. Энгельсский муниципальный район Саратовской области. Дата обращения: 16 ғинуар 2013. Архивировано 22 ғинуар 2013 года.