Иванов Роберт Фёдорович

Иванов Роберт Фёдорович (11 декабрь 1925 йыл — 28 март 2003 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-тарихсыһы, йәмәғәт эшмәкәре һәм педагог; Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1964), профессор (1969); Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты.

Иванов Роберт Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 2003
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Востряково зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Аспиранттар Иван Иванович Курилла[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Р. Ф. Иванов — Рәсәй американистикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сит телдәргә тәржемә ителгән 16 монография, АҠШ-та граждандар һуғышы тарихы һәм Американың бер нисә президенты һәм сәйәси эшмәкәрҙәре Бенджамин Франклин, Авраам Линкольн, Уильям Дюбуа, Дуайт Эйзенхауэр, Джон Кеннедиҙың биографиялары буйынса фундаменталь эштәр авторы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Иванов Роберт Фёдорович 1925 йылдың 11 декабрендә Мәскәүҙә эшселәр ғаиләһендә тыуған, 1919 йылдарына тиклем АҠШ-та йәшәй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[1]

1952 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының тарих-дипломатия факультетын тамамлай, артабан А. В. Ефимовта һәм Г. Н. Севостьяновта аспирантурала уҡый. 1955 йылда «Борьба негритянского народа за экономические и политические права на юге США после окончания Гражданской войны» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм ошо йылдан СССР ФА Тарих институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1964 йылда «Авраам Линкольн и гражданская война в США, 1861—1865 гг.» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1964 йылдан В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтында һәм КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбендә яңы һәм иң яңы тарих уҡыта. 1972—1986 йылдарҙа бөтә донъя тарихы секторы мөдире, шулай уҡ СССР Фәндәр академияһының Дөйөм тарих институтының Европа һәм Америка илдәрендә милләт-ара мөнәсәбәттәр төркөмөнөң төбәк тарихын өйрәнеү төркөмө етәксеһе була. 1972 йылдан — МГИМО профессоры. Роберт Федорович күп кенә юғары уҡыу йорттарында лекция менән сығыш яһай. 1989—1990 йылдарҙа АҠШ-тың Канзас университетына саҡырылыусы профессор була.

Шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә: Рәсәй—АҠШ Дуҫлыҡ йәмғиәте рәйесе урынбаҫары, Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков иҫтәлеге комитетының рәйесе урынбаҫары, Рәсәй һуғыш ветерандары комитеты ағзаһы, БДБ ветеран ойошмалары берҙәмлегенең мәғлүмәт-аналитик комиссияһы ағзаһы

Мәскәүҙә Востряков зыяратында ерләнә[2].

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Иванов Р. Ф. Борьба негров за землю и свободу на Юге США (1865—1877). — М., 1958
  • Иванов Р. Ф. Гражданская война в США (1861—1865 гг.). — М., 1960
  • Иванов Р. Ф. Авраам Линкольн и Гражданская война в США. — М., 1964
  • Иванов Р. Ф. В. И. Ленин о Соединенных Штатах Америки. — М., 1965.
  • Иванов P. Ф. Дюбуа. — М.: Молодая гвардия, 1968. — 240 с. — (Жизнь замечательных людей; Вып. 447). — 65 000 экз.
  • Иванов Р. Ф. Франклин. — М., 1971
  • Иванов Р. Ф. Американская история и негритянский вопрос. — М., 1976
  • Иванов Р. Ф. Черные пасынки Америки. — М., 1978.
  • Иванов Р. Ф., Эдуард Викторович Лисневский. Ку-клукс-клан. — М.: Наука, 1981. — 192 с. — (Научно-популярная серия АН СССР).
  • Иванов Р. Ф. Дуайт Эйзенхауэр. — М., 1983.
  • Иванов Р. Ф. Дипломатия Авраама Линкольна. — М., 1987
  • Иванов Р. Ф. Президентство в США. — М., 1991
  • Иванов Р. Ф., Петрова Н. К. Общественно-политические силы СССР и США в годы войны, 1941—1945. — Воронеж, 1995
  • Иванов Р. Ф. Мафия в США. — М., 1996
  • Иванов Р. Ф. Дуайт Эйзенхауэр. Человек, политик, полководец. М., 1998
  • Иванов Р. Ф. Сталин и союзники. — М., 2000
  • Иванов Р. Ф. Генерал в Белом Доме. — Смоленск, 2000.
  • Иванов Р. Ф. Конфедеративные Штаты Америки (1861—1865 гг.). — М., 2002. Ч. 1-2
  • Геевский И. А., Иванов Р. Ф. Клан Кеннеди и убийство XX века. — М., 2003 (в соавт.)
  • Иванов Р. Ф. Авраам Линкольн и Гражданская война в США. 2-е издание. — М., 2004
  • Иванов Р. Ф. Эйзенхауэр: От солдата до президента. — М., 2005.
  • Иванов Р. Ф. Негритянская проблема в гражданской войне в США (1861—1865 гг.). — М., 2005. Ч. 1-2.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Московская энциклопедия. Т. 1: Лица Москвы. Кн. 6: А-Я. Дополнения. — М.: ОАО «Московские учебники», 2014;
  • Козенко Б. Д., Курилла И. И. Роберт Федорович Иванов (1925—2003) // Портреты историков: Время и судьбы. Т. 5: Средние века. Новая и новейшая история / Отв. ред. Г. Н. Севостьянов. — М.: Наука, 2010. С. 270—283.
  • Иванов Роберт Федорович // <i id="mwbg">Иванян Э. </i><i id="mwbg">А.</i> Энциклопедия российско-американских отношений. XVIII—XX века. — Москва: Международные отношения, 2001. — 696 с. — ISBN 5-7133-1045-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә