Иванова Вера Васильевна

ғалим, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре

Иванова Вера Васильевна (28 сентябрь 1934 йыл — 16 ноябрь 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы. 1976—2008 йылдарҙа Балалар инфекцияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры[2], Рәсәй Медицина фәндәре академияһының (2000) һәм Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).

Иванова Вера Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Украина
Тыуған көнө 28 сентябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1]
Тыуған урыны Севастополь, Крымская АССР[d], РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 16 ноябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (85 йәш)
Һөнәр төрө табип
Эшмәкәрлек төрө педиатрия[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт педиатрия медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Почёт ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Вера Васильевна Иванова 1934 йылдың 28 сентябрендә Севастополь ҡалаһында тыуған.

1958 йылда Ленинград педиатрия медицина институтын тамамлай һәм Мурманск өлкәһенең Мончегорск ҡалаһында, Вера Слуцкая исемендәге Ленинград балалар дауаханаһында табип-педиатр булып эшләй.

1963 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем балалар инфекцияһының Ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, унда аспиранттан алып институт директорына тиклем юл үтә (1976—2008), әлеге ваҡытта — институттың баш ғилми хеҙмәткәре.

2000 йыл — Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты.

2014 йыл — Рәсәй фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.

Ғалим 2019 йылдың 16 ноябрендә Санкт-Петербург ҡалаһында вафат була[3].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Патогенезды өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә һәм киҫкен респиратор ауырыуҙарын, дифтерияны, эпидимик паротитты, инфекцион мононуклеозды, дизентерияны, иерсинизды, шулай уҡ ҡарын эсендәге инфекцияларҙы дауалауҙа һөҙөмтәле ысулдар булдыра.

Дифтерия эпидемияһының үҫеше осоронда уның етәкселеге аҫтында әйләнеүсе ҡуҙғытҡыстарҙың үҙенсәлектәрен, ауырыуҙарҙың иммун статусы һәм реконваленсценттар үҙенсәлектәрен, организмда дифтерия токсиндарының әйләнеше механизмын һәм специфик булмаған һаҡлау факторҙарының торошон өйрәнеү үткәрелә.

300-ҙән ашыу публикация авторы, улар араһында 8 монография һәм инфекция ауырыуҙары буйынса ҡулланма, 13 уйлап табыу патенты бар.

Уның етәкселегендә 20-нән ашыу диссертация яҡланған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Почёт ордены (2006)[4]
  • II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» (1998) орден миҙалы[5]
  • «Ватан һаулыҡ һаҡлау алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 https://www.1spbgmu.ru/ru/universitet/press-tsentr/novosti/4345-16-noyabrya-ushla-iz-zhizni-vera-vasilevna-ivanova
  2. История Института. niidi.ru. Дата обращения: ноябрь 2019.
  3. [https://www.1spbgmu.ru/ru/universitet/press-tsentr/novosti/4345-16-noyabrya-ushla-iz-zhizni-vera-vasilevna-ivanova 16 ноября ушла из жизни Вера Васильевна Иванова. Первый Санкт-Петербургский государственный медицинский университет им. акад. И.П. Павлова. Официальный сайт] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2021)
  4. Указ Президента Российской Федерации от 14.01.2006 № 23. kremlin.ru. Дата обращения: ноябрь 2019.
  5. Указ Президента Российской Федерации от 03.02.1998 № 132. kremlin.ru. Дата обращения: ноябрь 2019.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Алдан килеүсе:
Г. А. Тимофеева
Балалар инфекцияһының Ғилми-тикшеренеү институты директоры
19762008
Һуңынан килеүсе:
Ю. В. Лобзин