Иванде Кайя Антония Лукина (ҡыҙ фамилияһы Antonija Meldere-Millere, 1876—1942) псевдонимы Кайя (Kaija), латыш яҙыусыһы, Латвияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшсе. Йәмәғәт эштәре һәм әҙәбиәт аша 1920 йылда илдең алтын резервына әйләнгән "Алтын фонд"ына латыштарҙың хәйриәлек иғәнәһе индереүҙәрен үтенеп әүҙем сығыш яһай. 1926 йылда тапшырылған Өс Йондоҙ ордены уның ижтимағи эшмәкәрлеге хөрмәткә лайыҡ булыуын иҫбатлай. Совет осоронда уның күп хеҙмәттәре юҡ ителһә лә, һуңғы йылдарҙа улар яңынан тергеҙелде.

Иванде Кайя
латыш. Ivande Kaija
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Латвия
Псевдоним Ivande Kaija
Тыуған көнө 13 октябрь 1876({{padleft:1876|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Юмправская волость[d], Рижский уезд[d], Лифлянд губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Рига, Рейхскомиссариат Остланд[d]
Үлем төрө смерть от несчастного случая[d]
Үлем сәбәбе авария[d]
Ерләнгән урыны Лесное кладбище[d]
Һөнәр төрө яҙыусы
Уҡыу йорто Бернский университет[d]
Лейпцигский университет[d]
Париж университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Трёх звёзд 4-й степени
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Иванде Кайя Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Антония Мельдере-Миллере 1876 йылдың 13 октябрендә Рәсәй империяһы Ливония провинцияһында[1][2] Микелис һәм Матильда (ҡыҙ фамилияһы Флинтман) Мельдере-Миллере ғаиләһендә тыуған. Хәлле йәшәгән атаһы ғаиләһе менән Торнякалнсҡа күсенеп килә һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүен дауам итә. 1881 йылда Антония уҡый башлай.[3] Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, Ригала Ломоносов ҡыҙҙар гимназияһында уҡый[1] Мәктәп йылдарында Феликс Лукинс менән дуҫлаша.[2] 1892 йылда тәүге романы баҫыла.[1] 1895 йылда философия һәм сәнғәт тарихын өйрәнеү маҡсатында Швейцарияла Берн университетында, Германияла Лейпциг университетында уҡый. Художество галереяларына, музейҙарға йөрөй. Инглиз, француз, немец, итальян, латин һәм рус телдәрен өйрәнә.[3] 1901 йылда Лукинсҡа кейәүгә сыға. Ире офтальмолог була һәм Латвия табиптары ассоциацияһына нигеҙ һала.[1] Лукина журналист булып эшләй, өс бала таба. Ул 1910 йылда Швейцарияға юллана, унда ире ярҙам итеп торған илдән һөрөлгән шағир Райнис һәм Аспазия йәшәгән була.[2][4] Аҡсарлаҡ тигәнде аңлатҡан «Кайджа» псевдонимын һайлай.[2][3]

Карьераһы үҙгәртергә

Лукина Франциялағы Сорбоннала журналистика буйынса һабаҡ ала.[5] 1911 йылдан башлап ишетеү һәләтен юғалта башлағанын тоя.[1] Коллеж де Франс баҫмаһына мәҡәләләр яҙа, Франция, Италия буйлап сәйәхәт ҡыла[5] . 1913 йылда Ригаға ҡайта[2].Журналдарҙа ҡатын-ҡыҙҙың енси азатлығы тураһында ҡаршылыҡлы фекерҙәрен уҡыусыға тәҡдим итә, ҡатын-ҡыҙға ҡағылышлы сәйәси һәм социаль мәсьәләләрҙе яҡтырта.[6]

Беренсе донъя һуғышы осоронда ире Ҡырымға, Мәскәү һәм Петроградҡа.[6] саҡырыла. Трахома, йоғошло күҙ ауырыуын, дауалай Лукинс, дүрт йыл буйына Латвия ҡайта алмай. [2] 1917 йылда Кайя ҡыҙы менән Латвияға ҡайта һәм[7] һуғыш тамамланғанға тиклем социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Бойондороҡһоҙлоҡ тураһында мәҡәләләр яҙа.[8] Бойондороҡһоҙлоҡ яҡлы булғанлыҡтан, ул Латвия парламентына депутатлыҡҡа беренсе кандидат була һәм 1918 йылда министрҙар кабинеты составын булдырыуға ярҙам итә. Шул уҡ йылда Латыш ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһын булдырыуға ярҙам итә, ҡатын-ҡыҙҙың һайлауға хоҡуғын яҡлай.[6] 1918 йылдың 18 ноябрендә Латвияның бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә, ә Советтар Союзы менән тыныслыҡ килешеүенә 1920 йылға тиклем ҡул ҡуйылмай. Бойондороҡһоҙлоҡ алыу менән бер үк ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың тауыш биреү хоҡуғы ла рөхсәт ителә.[9] 1919—1920 йылдар арауығында ул Латвия Республикаһына ярҙам итеү маҡсатында Zelta fondu (Алтын фонд) нигеҙ һала.[6] Кайя ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйберҙәрен, көмөш һәм башҡа матди ҡиммәттәрҙе йыйырға саҡыра, һуғыштан һуң улар депонирлана һәмхөкүмәттең алтын резервын тәшкил иткән.[1]

1920 йылдан башлап, Латвия Республикаһы Сит ил эштәре министрлығында француз әҙәбиәте комментаторы була һәм Latvijas Sargs — Латыш гвардияһының сәнғәт бүлеген етәкләй. 1919 йылда никах институтына ҡарашын сағылдырған Jūgā (Ҡоллоҡта), Сфинкс (Сфинкс) романдарын баҫтыра.[6] 1920 йылда Балтик буйы.[10] боронғо халыҡтары тураһында Dzintarzeme (Amber земли) тигән тарихи роман нәшер итә. 1921 йылдың мартында, туберкулёз шифаханаһында булғандан һуң, ниһайәт, Лукинс ҡайта. Бер нисә ай үтеүгә Валмиерала милләт алдында торған социаль мәсьәләләр хаҡында һирәк әйтә торған һүҙен әйтә. Тиҙҙән инсульт һуға, ишетеү, һөйләшеү, хәрәкәәт итеү һәләтен юғалта. Өс йылға һуҙылған тергеҙеү тайшаңлап атларлыҡ ҡына була, әммә уң ҡулын фалиж һуҡҡан була. Ишетмәй, хәйер, һул ҡул менән яҙырға өйрәнә һәм хат яҙыуын дауам итә.[1]

1926 йылда Латвия дәүләтен төҙөүҙә индергән өлөшө өсөн Өс йондоҙ ордены менән бүләкләнә.[1] 1928—1931 йылдарҙа ун томлыҡ йыйынтығы баҫылып сыға.[11] 1936 йылда тиерлек эшләүҙән туҡтай.[3] Латвияға совет ғәскәрҙәрен индерелгәс, китапханаларҙан Кайяның хеҙмәттәре алына.[11]1941 йыл һуңында Раштыуа байрамы алдынан автомобиль һәләкәтенә эләгеп яралана, 1942 йылдың 2 ғинуарында дауаханала вафат була. Рига ҡалаһының Урман зыяратында ерләнгән.[1][3]

Мираҫы үҙгәртергә

Совет режимы уның хеҙмәттәрен һанға һуҡмай[12], әммә хәҙерге донъяла уның хеҙмәттәре актуалләшә.[10] 2006 йылда, Кайяның 130 йәшен билдәләп, Малпилс волость мәхәлләһе (дума) күмәк халыҡҡа һайланма уҡыуҙар һәм асыҡ лекция ойошторҙо.[12]

Тәҡдимдәр үҙгәртергә

Цитаталар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә