Зөлҡәрнәев Юмпир Дәүләтша улы
Зөлҡәрнәев Юмпир Дәүләтша улы (1931, Ҡыйғы районы, Сирбай ауылы —) — инженер, техник фәндәр кандидаты. Мәсәғүт уҡытыусылар институтында (1949—1950), Иркутск хәрби училищеһында уҡый. Өфө авиация институтын тамамлай. Өфө авиация институты уҡытыусыһы[1].
Зөлҡәрнәев Юмпир Дәүләтша улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1931 |
Тыуған урыны | Сирбай, Арыҫлан ауыл советы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | инженер |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Хәрби звание | Майор |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЮмпир Дәүләтша улы Зөлҡәрнәев 1931 йылда Ҡыйғы районы Сирбай ауылында тыуған.
1949 йылда Үрге Ҡыйғы урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 1949—1950 йылдарҙа Мәсәғүт уҡытыусылар институтында уҡый[2].
Тормош һәм хеҙмәт юлы
үҙгәртергәҠолбаҡ башланғыс мәктәбендә уҡыта. 1950—1951 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Ҡыйғы райкомында эшләй.
1954 йылда Иркутск хәрби училищеһына уҡырға инә.
1954—1958 йылдарҙа Германия, Литва, Эстония авиация частарында хеҙмәт итә.
1960 йылда Рига хәрби авиация академияһына уҡырға инә. Уҡыу йорто ябылғандан һуң, майор дәрәжәһендә Совет Армияһынан демобилизациялана, һәм Өфө авиация институтында (УАИ) уҡыуын дауам итә.
1963—1965 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводында һынау цехының өлкән мастеры булып эшләй.
1965 йылда Өфө авиаинститутының көндөҙгө аспирантураһына уҡырға инә, ә 1967 йылда Ҡазан авиация институты аспирантураһына күсә. Техник фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай
1968—1996 йылдарҙа доцент Зөлҡәрнәев Юмпир Дәүләтша улы Өфө авиация институтының авиация приборҙары төҙөү кафедраһында преподаватель, электр-механика факультеты деканы урынбаҫары, уҡытыу-тәрбиә кафедраһы мөдире урынбаҫары кафедра мөдире була, кафедра мөдире вазифаһын ваҡытлыса башҡара. Был йылдарҙа 18 махсус дисциплина буйынса уҡыта.
Әлеге ваҡытта тыуған төбәге тарихын өйрәнә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Техник фәндәр кандидаты
Китаптары
үҙгәртергә- Зулькарняев Ю. Д. Вечный зов родной земли. — Уфа: Гилем, 2004. — 288 с., илл.[4]