Зөлфәр — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимологияһы үҙгәртергә

Зөлфәр исеме ғәрәп теленән матур сәсле, дәртле тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Хисмәтуллин Зөлфәр Фазыл улы (11 июль 1923 йыл — 6 апрель 1983 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1964 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973).

Юлдашев Зөлфәр Мырҙабулат улы (4 ғинуар 1930 йыл — 24 ғинуар 2017 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы, тыл һәм хеҙмәт ветераны. 1947—1990 йылдарҙа Бөрйән районы «Ҡыҙыл таң» колхозында мал ҡараусы, көтөүсе һәм ферма мөдире. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты (1962—1966). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1973) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2015).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ