Викидатала элемент юҡ

Зыяитдин-башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.

Этимологияһы үҙгәртергә

Зыяитдин исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм дин нуры тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Камалетдинов Зыяитдин (Фәрүәзетдин) Ямалетдин улы (Зыя Камали; 9 декабрь 1873—1942) — ижтимағи һәм дини эшмәкәр, мәғрифәтсе. «Ғәлиә» мәҙрәсәһен нигеҙләүсе.

Фамилялар үҙгәртергә

Зыязитдинов Рәфис Миңлеғәли улы (4 ноябрь 1952 йыл) — тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2011), профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2015), Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2002).

Зыязитдинов Рим Сәләх улы (19 апрель 1953 йыл — 11 март 2018 йыл) — театр актёры, 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1983) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2004) артисы.

Зыязитдинова Гөлшат Ибраһим ҡыҙы (22 сентябрь 1947) — башҡорт театр һәм кино актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).

Сөйәрғолов Муллайән Зыяитдин улы (21 ноябрь 1934 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы. 1984 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986).

Фазылов Булат Зыяитдин улы (9.5.1963- 17.1.1986).Силәбе өлкәһе,Арғаяш районы,Дәүләтбай ауылы. 1980 йылдың апреленән Афғанстанда. Өлкән лейтенант, «Ми-24» вертолеты технигы.Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Киров хәрби авиация-техник училищеһын тамамлаған. Тыуған ауылында ерләнгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ