Зрелов Леонид Петрович

Яҙыусы, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы

Зрелов Леонид Петрович (12 октябрь 1944 йыл — 11 ноябрь 2018 йыл) — Владимир яҙыусыһы, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Зрелов Леонид Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1944
Вафат булған көнө 11 ноябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Вафат булған урыны Владимир, Рәсәй
Һөнәр төрө яҙыусы

Биографияһы үҙгәртергә

Леонид Зрелов 1944 йылдың 12 октябрендә Владимирҙа тыуған. Атаһы Петр Павлович Зрелов Владимир урмансылығында өлкән урмансы булып эшләй. Бала сағы Гоголь урамындағы Изге Дева Мария католик сиркәүе эргәһендә урынлашҡан дин әһеле йортонда үтә. Был бина һәм уның тирә-яҡтары тураһында бала саҡ хәтирәләре — Гончар, Сосенка, Вознесенский ҡалҡыулыҡтары, «Торпедо» стадионы — яҙыусының хикәйәләрендә ҙур урын биләй.

Урта мәктәпте тамамлай. Юғары белемен урындағы политехник институтта ала. Аныҡ ҡорамалдар заводында слесарь, инженер, заводтың күп тиражлы гәзитендә хәбәрсе булып эшләй. Бер үк ваҡытта РСФСР Яҙыусылар союзының Владимир бүлексәһендә Владимир Краковскийҙың йәштәр әҙәби студияһында уҡый.

Һуңыраҡ Леонид Зрелов Нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһының әҙәби хеҙмәткәре булып эшләй. Леонид Петрович шулай уҡ «Электроприбор» заводының күп тиражлы «Луч» гәзите һәм өлкә «Электроприбор» гәзите хәбәрсеһе, китап нәшриәттәрендә мөхәррир булып эшләй.

Леонид Петрович Зрелов 2018 йылдың 11 ноябрендә оҙайлы ауыр сирҙән һуң вафат була. Яҙыусы менән хушлашыу тантанаһы 2018 йылдың 13 ноябрендә Константин-Еленин сиркәүенең Доброе биҫтәһендә үтә.

Ижады үҙгәртергә

Зреловтың әҫәрҙәре «Призыв» һәм «Комсомольская Искра» өлкә гәзиттәрендә баҫыла башлай. Леонид Зреловтың прозаһы тәүге тапҡыр «Йәш гвардия» нәшриәтенең «Истоки» альманахында баҫылып сыға. Ошо уҡ нәшриәттә уның «Варианттар юҡ», ә « Алтын ҡапҡалар» коллектив йыйынтыҡта (Үрге Волга нәшриәте) — «Һуңғы өс һүҙ» хикәйәһе баҫылып сыға.

Л. П. Зрелов — 1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1991 йылдан — Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы). «Владимир» альманахының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы була.

Леонид Зрелов яҙған хикәйәләр һәм повестарҙа төп геройҙар — ҡала халҡы. Уның прозаһы тәбиғи характерҙа, кешенең йәмғиәттәге урыны, шәхси тормошо тураһында күп йыллыҡ уйланыуҙар емеше. Автор уҡыусыларҙың иғтибарын тәү сиратта геройҙарының рухи донъяһына йүнәлтә, уларҙың тормошта үҙҙәренең тәғәйенләнешен эҙләүҙәрен күрһәтә. Китаптарының иң күп геройҙары — ҡала халҡы. Әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар уҙған быуат башынан алып егерме беренсе быуат башына тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Леонид Зрелов ижады мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт өлкәһендә төбәк премияһына (1996), мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт өлкәһендә ҡала премияһына (2002), Владимир Солухин исемендәге хәйриә фонды премияһына (2009) лайыҡ була. 2015 йылда «Владимир книга года» төбәк конкурсының «Нәфис әҙәбиәт» номинацияһында еңеүсе була. Проза", ә 2017 йылда — Сергей Никитин исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты[1].

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

— Варианты исключаются: [Повести]/Предисл. Б. Василевского. — М.: Мол. гвардия, 1985. — 269 с. — Рец.; Шерышев П. Варианты исключаются// Призыв. — 1986. — 23 марта. — Не повторить круга. 1990 — Фантом Лютикова. 1997 — Время встреч и разлук. 2008. — Чистая даль. 2012 — Плывет месяц лодочкой[2]

Йыйынтыҡтарҙа һәм баҫмаларҙа баҫылып сыҡҡан баҫмалары үҙгәртергә

— Оксанин флажок; Однажды вечером; Любимое дерево//Зарницы: Лит.-худож. сб. для детей. — Владимир, 1961.— С. 124—129. — Люблю ходить в гости: Юмористич. рассказ/Призыв,— 1963. — 29 дек. — В конце каникул: Повесть//3олотые ворота: Повести и рассказы. — Ярославль: Верх,- Волж. кн. изд-во, 1985. С. 182—269. — Запрет: Рассказ//Волга. — 1986. — № 8. — С. 51 — 69. — Не повторить круга: Повесть//Волга. — 1988. — № 9. — С. 35 — 94: портр.

Ижады тураһында әҙәбиәт үҙгәртергә

— Кучкина О. Рождение писателя: Несколько портретов молодых прозаиков: [В статье сеть материал о молодом владим. писателе Л. Зрелове]//Комс. правда. — 1986. — 24 июня.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. http://lubovbezusl.ru/publ/istorija/pisateli_i_poehty/a/80-1-0-5874
  2. 2015https://land.lib33.ru/site/publication/2348