Зимняя Ирина Алексеевна

психология фәндәре докторы

Зимняя Ирина Алексеевна (17 март 1931 йыл) — совет педагогы һәм ғалим-психологы, психология фәндәре докторы (1974), профессор (1976), Рәсәй Мәғариф академияһы (РМА) академигы (1995; 1993 йылдан РМА мөхбир ағзаһы). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).

Зимняя Ирина Алексеевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 17 март 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (89 йәш)
Тыуған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Һөнәр төрө уҡытыусы, психолог
Биләгән вазифаһы профессор[d] һәм академик[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

БиографияһыҮҙгәртергә

1931 йылдың 17 мартында Мәскәүҙә хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуа.

1954 йылда Морис Торез исемендәге Мәскәү дәүләт сит телдәр педагогия институтының Инглиз теле факультетын «рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлай.

1954—1973 йылдарҙа — психология кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, 1973—1990 йылдарҙа — Морис Торез исемендәге Мәскәү дәүләт сит телдәр педагогия институтының психология кафедраһы мөдире[1].

1990—2011 йылдарҙа — Мәскәү Ҡорос һәм иретмәләр институтының Юғары белем сифаты институтында «мәғарифты гуманлаштырыу» секторы баш ғилми хеҙмәткәре мөдире була[1].

1961 йылда — һүҙҙе ҡабул итеү мәсьәләһе темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы, 1974 йылда тыңлау һәм һөйләү психологияһы буйынса докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай[1].

1993 йылдың 17 мартында А. И. Зимняя мөхбир ағзаһы итеп һайлана, ә 1995 йыл>дың 6 апреленән — Рәсәй мәғариф академияһының академигы — Психология һәм йәш физиологияһы бүлексәһендә тора. Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: психолингвистика, педагогик психология, сит ил телдәрен өйрәтеү психологияһы[2].

И. А. Зимняяның ғилми етәкселегендә 1997—2005 йылдарҙа Рәсәйҙә белем биреү системаһында дөйөм стратегия эшләнә. Ирина Алексеевнаның фәнни эшмәкәрлегендә һүҙ тыуҙырыу һәм телмәрҙеҡабул итеүҙең үҙенсәлекле функционал-психологик схемаһы бигерәк тә әһәмиәтле, уның телмәр психологияһына һәм психолингвистикаға телмәрҙе «мәғәнәүи ҡабул итеү» терминын индереүе хәҙерге ваҡытта был фәндәр теорияһының мөһим элементтарының береһе булып тора[1].

НаградаларыҮҙгәртергә

ИсемдәреҮҙгәртергә

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989)
  • Рәсәй Федерацияһы юғары һөнәри белем биреү почетлы хеҙмәткәре (1994)

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Зимняя Ирина Алексеевна: биография. 12 март 2020 тикшерелгән.
  2. Зимняя Ирина Алексеевна. 12 март 2020 тикшерелгән.