Зенге (Зенгевар; мадьярса  Zengő; хорв. Zenka[2]) — Көньяҡҡа Венгриялағы (медье Эс) Мечка теҙмәһендәге иң бейек тау. Тауҙың бейеклеге 682 метр тәшкил итә[1]. Иң бейек нөктәһе теҙмәнең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Тау түбәһендә ҡарауылсы башняһы менән бер рәттән, урта быуаттарҙағы ҙур булмаған һарайҙың харабалары ла бар, фараз буйынса, ул Рим империяһының ҡарауыл башнялары урынында төҙөлгән.

Зенгё
венг. Zengő
Вид с горы
Вид с горы
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге682[1] м
Урынлашыуы
46°11′ с. ш. 18°23′ в. д.HGЯO
Страна
Тау һырты йәки массивМечек 
Венгрия
Красная точка
Зенгё
 Зенгё Викимилектә

Тауҙар урта триас эзбизташынан яһалған[3]. Зенге битләүенән Вельдьшег-Патак йылғаһы баш ала. Тау, башлыса, япраҡлы, атап әйткәндә бук ағаслы урмандар менән ҡапланған. Тик ҡайһы бер күләгәле урындарҙа ғына ылыҫлы ағастар үҫә.

Иң бейек нөктәһенә Печварад йәки Хоссухетень ауылдарынан барырға була. Улар эргәһенән яҡындағы ҡалҡыу урындарға, шулай уҡ Драва һәм Дунай[4] үҙәндәренә иҫ китмәле күренеш асыла.

Тауҙың исемен һүҙмә-һүҙ яңғырау тип тәржемә ителә. Урындағы риүәйәт буйынса, тауҙарҙан ваҡыты-ваҡыты менән ишетелеп торған ауаздарҙы хазина эҙләүселәр сығара. Имеш, улар, йәнәһе лә 100 йылдар элек тауҙарға сығып киткәндәр ҙә, шунан бөтөнләй ҡайтмағандар.

Радар төҙөлөшө планы

үҙгәртергә

Венгрия хөкүмәте 2005 йылда урындағы халыҡтың һәм йәшел активистарҙың НАТО-ның РЛС-ын төҙөү планына ҡаршылыҡ күрһәтеүенән һуң, был пландан баш тарта. Улар радар һәм яҡындағы юл инфроструктураһы тауҙа үҫкән һәм һаҡлауға үтә лә мохтаж булған үҫемлектәргә зыян килтерә тип раҫлай. Улар араһында дарыу пионы, маймыл ятрышнигы, алтынланған бутень һәм башҡалар. Дарыу пионына килгәндә, һирәк сәскәнең дөйөм таралышының 90 % Зенгала үҫә. Радар төҙөлөшө планына ҡаршы сығыу Венгрияның экология активистарының һуңғы йылдарҙағы иң уңышлы акцияларының береһе булып тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Pierre Jolivet, Jorge Santiago-Blay, Michael Schmitt, Research of chrysomelidae, BRILL, 2009 p. 236 [1]
  2.  (хорв.)(хорв.)
  3. Основы карстоведения: Том II.
  4. Венгрия: очерки физической и экономической географии. 1962