Аҡбутина Земфира Хәкимйән ҡыҙы

Шағирә
(Земфира Аҡбутина битенән йүнәлтелде)

Аҡбутина Земфира Хәкимйән ҡыҙы (18 март 1966 йыл) — уҡытыусы, журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар (2011) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (2015). Рәсәй Федерацияһының «Иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (2007). Башҡортостан Яҙыусылар союзы(2016), Рәсәй Яҙыусылар союзы (2017) ағзаһы.

Аҡбутина Земфира Хәкимйән ҡыҙы
Аҡбутина Зимфера Хәкимйән ҡыҙы
Исеме:

Яубаҫарова Земфира Хәкимйән ҡыҙы

Псевдонимдары:

Земфира Аҡбутина-Яубаҫарова

Тыуған көнө:

18 март 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (57 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Тимер ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

уҡытыусы, журналист, шағир

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт телендә

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһы мәғарифы алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының «Иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе.

Биографияһы үҙгәртергә

Земфира Хәкимйән ҡыҙы Аҡбутина (Яубаҫарова) 1966 йылдың 18 мартында Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлап, артабан уҡыуын Иҫке Монасип урта мәктәбендә дауам итә.

1983—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында филология факультетында белем ала. Хеҙмәт юлын Өфөләге 1-се балалар йортонда башлай. «Ленинсы», Йәшлек гәзиттәрендә эшләй.

1992 йылдан Ейәнсура районы Ибрай мәктәбендә уҡыта.

2012 йылдан алып башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһенә етәкселек итә.

2017 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса районда иң алдынғы уҡытыусы тип табыла. «Һөнәре буйынса иң алдынғы» тигән исем бирелә. Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ейәнсура районының «Үҫәргән» әҙәби берекмәһенең рәйесе.

2016 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы.

2017 йылдан Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы

Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡортостан Республикаһының (2011) Журналистар союздары ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһы мәғарифы алдынғыһы
  • Рәсәй Федерацияһының «Иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе

Китаптары үҙгәртергә

  • Артылғанда быуат түбәләрен…:шиғырҙар. / Иҫәнғол, 2002.-Б.16.
  • Атай кеүек булам мин: шиғырҙар / Өфө:Китап, 2005.- Б.16.
  • Нур усағы. Шиғырҙар йыйынтығы [Текст] / З.Х Аҡбутина: Өфө.-2001.- Б.432
  • Һандыҡ төптәрендә : шиғырҙар, поэма [Текст] / З. Х. Аҡбутина: Өфө:Китап, 2013.-Б.142
  • Башҡортостан. Шиғырҙар//Ағиҙел. — 2012. — № 1.-131-133 б.
  • Ҡая сәскәһе. Шиғырҙар йыйынтығы.
  • «Иҙел ҡыҙы» исемле балалар өсөн китабы (2018)[1]

Викидәреслектә үҙгәртергә

Видеояҙмалар үҙгәртергә

  • Раян Алтыншин. «Һинен тормош минең хыялдарым» М. Туләбаева — З. Аҡбутина, режисёр Наил Хәмитов[2]

Шиғырҙарына йырҙар үҙгәртергә

  • Тимер — тыуған ауылым. Земфира Аҡбутина һүҙҙәре, Рәхимә Ғәйетбаева көйө Раян Алтыншин йырлай[3]
  • «Әсәйемә». Земфира Аҡбутина һүҙе, Миңзәлә Түләбаева көйө, Алтыншин Раян йырлай[4]
  • Осоп. З.Аҡбутинаның һүҙҙәре, Ғайсина Гөлшат йырлай[5]

Моң алырға килегеҙ!!! (Земфира Аҡбутина ижады) үҙгәртергә

  • Аҡбутина Земфира «Автограф» тапшырыуы[6]
  • З. Акбутина т-да Атайсал тапшырыуы[7]

Земфира Аҡбутина Викикитапханала

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Бураҡаева М. Һандыҡ төптәрендә ниҙер бар // Йәшлек. — 2013. — 29 ноябрь, — Б.18.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә