Земо Крихи сиркәүе

Земо Крихи Архангел сиркәүе (грузин: კრიხის ეკლესია მთავარანგელოზის ზემო), көнбайыш Грузияның таулы Амбролаури ҡалаһында урынлашҡан. Бина таш һырлау, фрескалар һәм урта быуат грузин яҙыуҙары менән биҙәлгән. Сиркәү 1991 йылдағы ер тетрәүҙән тулыһынса емерелә, 2009 йылда тергеҙелә. Грузияның милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән.[1]

Тарихы үҙгәртергә

Архитектура үҙенсәлектәре буйынса Земо Крихи сиркәүе 10 йәки 11 быуат башында төҙөлгән тип һанала Сиркәү тураһында тәүге тапҡыр 1650 йылдарҙа рус сәйәхәтселәре Толочанов һәм Евляевтың юл яҙмаларында телгә алына.[2] Сиркәү 1991 йылдың 29 апрелендәге ер тетрәү һөҙөмтәһендә емерелә һәм 2009 йылда тергеҙелә[3].

Архитектураһы үҙгәртергә

13,4 × 5,7 м ҙурлыҡтағы Земо-Крихи сиркәүе таш блоктан һәм эзбизташтан төҙөлгән. Бинаның көнсығыш өлөшөндә сығып торған абсциссы бар. Тыш яҡтан абсцисс биш мөйөшлө, ә эстән ярым түңәрәк. Сиркәүҙән көньяҡ һәм көнбайыш яҡта ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төҙөлгән махсус биналар урынлашҡан. Сиркәүҙең тышҡы һәм эске стеналары таш һырлау менән биҙәлгән. Сиркәүҙең эс яғы 11 быуат фрескалары менән биҙәлгән. Галереяла изгеләрҙең, руханиҙарҙың портреттары ҡуйылған.[4][5]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. "List of Immovable Cultural Monuments" (PDF) (Gürcüce). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Erişim tarihi: 25 July 2019.
  2. Bochoridze, Giorgi (1933). "რაჭის ისტორიული ძეგლები" [Historical monuments of Racha]. Sakartvelos muzeumis moambe (Gürcüce). Cilt 7, s. 233–240.
  3. Zaalishvili, V.; Sulberidze, O.; Chelidze, T.; Varazanashvili O.; Javakhishvili Z. (2000). "Seismicity and cultural monuments of Georgia". Balassanian S.; Cisternas A.; Melkumyan M. (Edl.). Earthquake hazard and seismic risk reduction. Advances in natural and technological hazards research. 12. s. 129. ISBN 978-0-7923-6390-3.
  4. (1963) «ზემო კრიხის ხუროთმოძღვრული ძეგლი»: 57–102.
  5. Royal imagery in medieval Georgia. — Pennsylvania State University Press. — P. 49–50. — ISBN 0271016280.