Зарипов Наил Ғарифйән улы

Техник фәндәр докторы, профессор

Зарипов Наил Ғарифйән улы (18 февраль 1957 йыл) — инженер-механик, ғалим, педагог. Техник фәндәр докторы (2002), профессор (2002)[1].

Зарипов Наил Ғарифйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 18 февраль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Баҡай, Кушнаренко районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, ғалим, инженер-механик
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Наил Ғарифйән улы Зарипов 1957 йылдың 18 февралендә Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Баҡай ауылында тыуған.

1979 йылда инженер-механик һөнәре алып Өфө авиация институтын (ӨАИ, хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты, ӨДАТУ) тамамлай.

Институтты тамамлағандан һуң Өфө авиация институты ҡарамағындағы «Тантал» (Өфө) махсус конструкторлыҡ-технология бюроһында эшләй: инженер, өлкән һәм әйҙәүсе инженер. 1986 йылдан алып Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында: кесе ғилми хеҙмәткәр, 1995 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр, ауыр деформацияланыусы материалдарҙың үтә һығылмалылығы лабораторияһы мөдире урынбаҫары, 2000 йылдан - фән буйынса директор урынбаҫары. 1997 йылдан алып Өфө дәүләт авиация техник университетында: доцент, профессор. 2006 йылдан алып материалдарҙы өйрәнеү һәм металдар физикаһы кафедраһы мөдире, 2015 йылдан алып уҡытыу эштәре буйынса проректор.

Металдарҙың ныҡлығы һәм һығылмалылығы физикаһы өлкәһендә белгес[2].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни хеҙмәттәре материалдарҙың үтә һығылмалылығы проблемаларына арналған. Зарипов Наил Ғарифйән улы ҡатнашлығында металдарҙа, иретмәләрҙә, керамик һәм металл-керамик материалдарҙа үтә һығылмалы деформациялар ваҡытындағы физик-химик һәм структур үҙгәрештәр тикшерелгән. Интерметаллидтар һәм керамика алыу технологияһын эшләүҙә, бирелгән үҙенсәлектәре булған функциональ материалдар эшләүҙә ҡатнаша. Асыштары Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең сәнәғәт предприятиеларында индерелгән. 75-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы[2][3].

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә