Зарзма монастыры — Зарзма ауылында грузин архитектураһы ҡомартҡыһы, Грузияның Самцхве-Джавахети муниципалитетында урынлашҡан. Көмбәҙле сиркәү, манараһы һәм бер нисә бер нефлы часовнялары һаҡланған (ҡайһылары һүтеп алынған). Бер аҙ ситтәрәк борондан билдәле булған сығанаҡ бар. Башҡа монастырь ҡоролмалары (монахтар хөжрәһе, аш бүлмәһе һәм башҡалар) һаҡланған.

Зарзма монастыры
груз. ზარზმის მონასტერი
Нигеҙләү датаһы XIV быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Самцхе-Джавахети[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Зарзма монастыры Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Тормошо билдәле әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән дини эшмәкәр Серапион Зарзмели тарафынан төҙөлгән (VIII быуат, IX быуат) тигән фекер бар, Серапионға урындағы староста Георгий Чочанели . ҙур ярҙам күрһәтә, ул яңы монастырь өсөн ауылды һәм поместьены иғәнә итә. Серапион ваҡытындағы сиркәү беҙҙең көндәргә тиклем килеп етмәй, архитектор Гарбнели тарафынан яңынан төҙөлә.Әлеге Зарзма монастыры һәм манараһы XIV быуаттың беренсе йылдарында Бек Джакели тарафынан төҙөлә.


Зарзма сиркәүе боронғо грузин архитектураһы үҙенсәлектәре сағылған мөһим ҡомартҡы. Сиркәүгә көньяҡ һәм көнбайыш яҡтан инеү урыны булған. Төп инеү урыны көньяҡтан, портик менән биҙәлгән. Башҡа ҡорамдарҙың интерьерҙарынан айырмалы рәүештә бында көмбәҙ аҫты терәктәр үҙенсә урынлашҡан. Терәктәрҙең мөйөштәре валиктар менән эшкәртелгән. Ҡорамдың интерьеры XVI быуатҡа тулыһынса биҙәлә. Күп һанлы семәрле ишектәр юғары техникала биҙәлгән. Һаҡланып ҡалған композициялар һәм тәүге һүрәттәр юғары профессиональ рәссам эшләүе тураһында раҫлай. Был ваҡыттың грузин монументаль һынлы сәнғәте үҙенсәлегенә ярашлы Зарзма биҙәлешендә ҙур урынды шәхестәрҙең портреттары (Имерети, Грузия баишаһы Баграт III, Серапион Хурцидзе һ.б.) ала. XX быуат башында Зарзма сиркәүе, манараһы реставрациялана. Һөҙөмтәлә картиналарҙың колориты һәм стилистик үҙенсәлектәре өлөшләтә кәмей.

Зарзма монастырында Василий Зарзмели, Герман Зарзмели, Бенедикт Зарзмели һәм башҡалар эшләй.

Галереяһы үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • ბერიძე ვ., სამცხის ხუროთმოძღვრება. XIII-XVI სს., თბ., 1955;
  • მისივე, სამცხის ხუროთმოძღვრული ძეგლები, თბ., 1970;

Ҡалып:ქსე

  • პ. ფირფილაშვილი, „მუმიფიცირებული ადამიანის სხეულის შესწავლისათვის“, მეცნიერების ისტორია, 1.7.1971

Интернет ресурстары үҙгәртергә

ზარზმის საიტი 2018 йыл 14 март архивланған.