Занзиба́р (суахили Jamhuri ya Watu wa Zanzibar, ингл. People's Republic of Zanzibar, ғәр. زنجبار‎ — Занзибар Халыҡ Республикаһы) — Берләшкән Танзания Республикаһы составындағы ярым автономия. Ике төп уртауҙан — Пемба һәм Унгуджа (Занзибар) утрауҙарынан тора.

Занзибар Халыҡ Республикаһы
суахили Jamhuri ya Watu wa Zanzibar
ингл. People's Republic of Zanzibar
ғәр. زنجبار
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Танзания

Статус

ярым автономия

Берләштерә

5 өлкә

Административ үҙәк

Занзибар

Президент

Али Мөхәммәт Шейн

Халҡы (2012)

1 303 569[1]

Тығыҙлығы

529,91 кеше/км²

Майҙаны

2654 км²

Занзибар Халыҡ Республикаһы на карте

Ваҡыт бүлкәте

UTC+3

Административ үҙәге — Занзибар ҡалаһы (257 мең кеше (2003)).

Тарих үҙгәртергә

Урта быуаттарҙа Занзибарҙа Көнсығыш Африканан килтерелгән ҡолдар менән һатыу итеү үҫешә. Ваҡыт үтеү менән ҡолдар менән сауҙа итеү Омандан сыҡҡан ғәрәп сауҙагәрҙәре контроле аҫтына күсә, улар төбәк аҡһөйәктәренең йәҙрәһен тәшкил итә. XVI быуатта Занзибар Португалияның колониаль биләмәләре составына керә, бындағы солтан власы оҙаҡ ваҡытҡа номиналь булып ҡала. XVII быуат уртаһында Һинд океанының көнбайыш өлөшөндә ғәрәптәр яңынан үҙ йоғонтоһон ҡайтара башлай.

1853 йылға ҡарай Оман солтаны Сәйет ибн Солтан Көнсығыш Африка яр буйының ҙур ғына өлөшөн үҙ контроле аҫтына ала һәм баш ҡалаһын Маскаттан Занзибарға (Унгуджаға) күсерә. Африканан килтерелгән фил һөйәгенә һәм ҡолдарҙы һатыуға һорау артҡас, утрау яңынан иҡтисади үҫеш кисерә. Занзибарҙа киң төҙөлөш башлана, утрауҙаңы архитектура ҡомартҡылары ЮНЕСКО тарафынан Бөтә донъя мираҫына индерелә.

1861 йылда Занзибар солтанлығы Оман солтанлығынан айырыла, ә 1890 йылда Британия империяһы протекторатына әүерелә.

1963 йылда Бөйөк Британия хөкүмәте утрауҙарҙы ғәрәп солтанына тапшыра һәм Занзибар бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан ителә. 1964 йылда утрауҙа ихтилал тоҡана: Занзибарҙың ҡара тәнле халҡы ғәрәптәр хакимлығы аҫтында ҡалғығыһы килмәй һәм уны бөтөрә. Һөҙөмтәлә Занзибар континенталь Африкала урынлашҡан Таньганьика менән берләшә һәм Берләшкән Танзания Республикаһы (Берләшкән Таньганьика һәм Занзибар Республикаһы) барлыҡҡа килә.

Статус үҙгәртергә

 
Занзибарҙың биш өлкәһе менән бергә Танзания өлкәләре

Занзибарҙың башлығы — Занзибар президенты һәм бер үк ваҡытта Танзанияның вице-президенты булып тора. Уның вәкәләтлегенә архипелагтың эске эштәре ҡала, шул уҡ ваҡытта тышҡы сәйәсәт — Танзанияға күсә.

2005 йылдан Занзибарҙың үҙ флагы һәм парламенты була, Занзибар президенты ла һаҡланып ҡала.

Президент Занзибар революцион хөкүмәте башлығы булып тора[2]. Президент 5 йылға бер һәм тик бер генә срокка һайлана[3].

Занзибар вәкилдәр палатаһы ярым автономияның законодар сығарыусы орган булып тора. Парламент составына 81 ағза керә[4].

Административ бүленеш үҙгәртергә

Берләшкән Танзания Республикаһы составында Занзибар ярым автономия булып тора. Уның составына Танзанияның биш өлкәһе керә[1]:

Өлкә (мкоа) Суахили Адм. үҙәге Майҙаны,
км²
Халҡы,
кеше (2012)
Халыҡ тығыҙлығы,
кеше/км²
1 Төньяҡ Пемба Kaskazini Pemba Вете 574 211 732 368,87
2 Көньяҡ Пемба Kusini Pemba Мкоани 332 195 116 587,70
3 Төньяҡ Занзибар Kaskazini Unguja Мкокотони 470 187 455 398,84
4 Үҙәк Көньяҡ Занзибар Kusini Unguja Коани 854 115 588 135,35
5 Көнбайыш Занзибар Mjini Magharibi Занзибар 230 593 678 2581,21
Занзибар Zanzibar Занзибар 2460 1 303 569 529,91


Галерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Population Distribution by Administrative Units, United Republic of Tanzania, 2012 2013 йыл 15 октябрь архивланған.
  2. Zanzibar: Constitution. Electoral Institute of Southern Africa. Архивировано 31 июль 2012 года.
  3. Zanzibar: Electoral system. Electoral Institute of Southern Africa. Архивировано 31 июль 2012 года.
  4. Zanzibar House of Representatives website 2012 йыл 6 декабрь архивланған.  (инг.)

Һылтанмалар үҙгәртергә