Мәхмүтов Зәки Ғиззәт улы

(Закий Махмутов битенән йүнәлтелде)

Мәхмүтов Зәки Ғиззәт улы (25 ғинуар 1934 йыл — 17 февраль 2008 йыл) — башҡорт йырсыһы (бас), юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1976—1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1976) артисы. Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2007).

Зәки Ғиззәт улы Мәхмүтов
Зәки Ғиззәт улы Мәхмүтов
Файл:Zaki makhmutov1.jpg
Төп мәғлүмәт
Тыуған

25 ғинуар 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Красноусол районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы) Үтәк ауылы

Үлгән

17 февраль 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (74 йәш)

Үлгән урыны

Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Зәки Ғиззәт улы Мәхмүтов 1934 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Красноусол районы[1] Үтәк ауылында тыуған.

1954 йылдан алып Башҡорт опера һәм балет театры хорында йырлай. Аҙаҡ Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә, Т. И. Жоголева класында уҡый. 1960 йылда уҡыу йортон тамамлай.

1963 йылдан алып Башҡорт опера һәм балет театрында солист була.

1958—1963 йылдарҙа һәм 1976 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.

1970 йылда Гнесиндар исемендәге Музыкаль-педагогик институтын уңышлы тамамлай (Г. А. Мальцева класы).

1998—2007 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

«Аслаев», «Азамат», «Аҡһаҡ ҡола», «Ғайса ахун», «Ҡаһым түрә», «Ҡуңыр буға», «Мәҙинәкәй», Сәлимәкәй", «Уйыл» һәм башҡа башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара.

Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Рафиҡ Сәлмәнов, Рим Хәсәнов һәм башҡа композиторҙарҙың күп кенә йырҙарын һәм романстарын тәүге башҡарыусы ла була.

Киң диапозондағы көслө, моңло тауышы опера һәм балет театры сәхнәһенән бик тә үҙенсәлекле яңғырай.

Ҡолой Балтасов, Сураман, Юлай Аҙналин («Салауат Юлаев»), Ямай («Ағиҙел тулкындары»), Мулла («Ҡоҙаса»), Аяҙгөл («Шәүрә»; барыһы ла — З. Исмәғилев), Ныязғол («Дауыл»), Скула (А. П. Бородиндың "Кенәз Игорь"ы), Малюта Скуратов (И. А. Римский-Корсаковтың "Царская невеста "һында) һәм башҡа геройҙарҙың сағыу образдарын тыуҙыра.

Ульяновскиҙа (1968), Ленинградта (1969), Сыуаш АССР-ында (1981) БАССР мәҙәниәте көндәрендә, Якут АССР-ында (1978) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнаша. СССР буйлап һәм сит илдәрҙә (Болгария, Германия, Латин Америкаһы, Польша, Финляндия һ.б.) гастролдә була.

7 уҡытыу—методик ҡулланма авторы.

Башҡорт йыр сәнғәтен пропагандалауға индергән ҙур өлөшө һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн 2007 йылда Зәки Мәхмүтовҡа Башҡортостан Республикаһының «Мәжит Ғафури — 21 быуат» мәҙәниәт фонды ижтимағи ойошмаһы булдырған Мәжит Ғафури исемендәге премия бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1982)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1976)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971)
  • Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2007).
  • 2003 йылдан Ғафури районында Зәки Мәхмүтов исемендәге призға башҡорт йырын башҡарыусылар бәйгеһе ойошторола[2].
  • Мифтахов Риф. Аяҡтары — юлда, күңелендә — йырҙар. // Ағиҙел, Өфө, 1978, № 5.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә