Завалищин Александр Николаевич
Завалищин Александр Николаевич (12 август 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-металлургы, техник фәндәр докторы, профессор.
Завалищин Александр Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 12 август 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Магнитогорск дәүләт техник университеты |
Уҡыу йорто | Магнитогорск дәүләт техник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
90-дан ашыу фәнни эштәр авторы, бер нисә уйлап табыу һәм патенттарға эйә[1].
Биографияһы
үҙгәртергә1947 йылдың 12 авгусында Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуған.
Белеме
үҙгәртергәМагнитогорскиҙың 4-се урта мәктәбен 1964 йылда тамамлай[2]. 1969 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын (МТМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) «металдарҙы өйрәнеү, ҡорамалдар һәм металдарҙы термик эшкәртеү» һөнәре буйынса тамамлай. 1975 йылда Киев политехник институтында «Исследование возможности борирования высокопрочных чугунов с шаровидным графитом» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3]. 2005 йылда Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында «Развитие теории и технологии формирования структуры и свойств покрытий на металлах в условиях ударно-фрикционного взаимодействия инструмента с поверхностью» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[4].Уның ғалим булыуында уҡытыусылары- профессорҙар Г. И. Иванцов, В Г. Пермяков һәм В. Н. Гриднев ҙур роль уйнай.
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәМТМИ тамамлағандан һуң, ул металдарҙы өйрәнеү һәм термик эшкәртеү кафедраһында эшләүен дауам итә һәм ассистенттан алып кафедра мөдиренә тиклем юл үтә, 1985 йылдан 1994 йылға тиклем был вазифала эшләй. Әлеге ваҡытта профессор А. Н. Завалишин ҡойоу производствоһы һәм материалдарҙы өйрәнеү кафедраһында профессор булып эшләй, бында «материалдар төҙөлөшө теорияһы» һәм «металлургия заводтарында термик эшкәртеү технологияһы» фәндәрен уҡыта[5].
Завалищиндың фәнни тикшеренеүҙәре эҫе прокатлы ҡорос үҙенсәлектәре һәм уларҙың структураһы менән идара итеүҙе өйрәнеүсе фәнни мәктәбенә ҡарай. Уның фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре Магнитогорск металлургия комбинатының ЛПЦ-3 и ЛПЦ-10 прокат цехтары производствоһына, шулай уҡ Магнитогорск метиз заводына индерелә.
2005 йылда «Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белеменең почетлы хеҙмәткәре» билдәһе менән бүләкләнә.