Журкина Надежда Александровна

Журкина Надежда Александровна (Киек) (28 август 1920 йыл, Туринск — 24 апрель 2002 йыл, Мәскәү) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия разведка авиация полкының һауа уҡсыһы-радисы. Дан орденының тулы кавалерҙары булған дүрт ҡатын-ҡыҙҙың береһе.

Журкина Надежда Александровна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ иле  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 28 август 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Туринск[d], Төмән губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 24 апрель 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Николо-Архангельское кладбище[d]
Һөнәр төрө лётчик
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Икенсе донъя һуғышының Көнсығыш-Европа театры[d] һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Почёт Билдәһе» ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы Ватан һуғышы ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы
 Журкина Надежда Александровна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Надежда Александровна Журкина 1920 йылдың 28 авгусында Төмән губернаһының Туринск ҡалаһында эшсе ғаиләһенд тыуған. Мәскәү юридик институтында уҡыған, Мәскәү аэроклубын тамамлаған.

1942 йылдан Ҡыҙыл Армияла. Радистар курсын тамамлай. 1942 йылдың июнь айынан хәрәкәттәге армияла.

Һауа уҡсыһы-радисы сифатында 1943 йылда Курск һуғышында ҡатнаша[1]. 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

99-сы айырым гвардия авиация полкының (15-се һауа армияһы, 2-се Балтик буйы фронты) һауа уҡсыһы-радисы, гвардия кесе сержанты. Н. А. Журкина 1944 йылдың 4 мартынан 2 апреленә тиклем экипаж составында Псков өлкәһенең тораҡ пункттары: Пушкин Тауҙары, Опочка, Идрица райондарындағы дошман ғәскәрҙәренә разведкаға дошман объекттарын фотоға төшөрөү өсөн 23 хәрби осош яһай. Разведка мәғлүмәттәрен самолет бортынан радио аша тапшыра. Дошмандың туғыҙ истребителе һөжүмен кире ҡаға.

Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн 1944 йылдың 30 апрелендә гвардия кесе сержанты Н. А. Журкина 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 15967).

Гвардия сержанты Н. А. Журкина 1944 йылдың сентябренән октябргә тиклем разведкаға һәм Рига, Тукумс, Клапкалнс ҡалалары районындағы дошман ғәскәрҙәрен бомбаға тотоу өсөн 15 хәрби осош яһай. Самоелт бортынан ул дошман тураһында 93 радиограммалар бирә. Дошман истребителенең бер нисә атакаһын кире ҡаға.

Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн 1944 йылдың 15 ноябрендә гвардия сержанты Н. А. Журкина 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 978).

1944 йылдың 18 ноябрендә составында уҡсы-радист Журкина булған майор Берестов экипажы Латвия ҡалаһы Кулдиг районында дошман оборонаһының алғы һыҙығын фотоға төшөрөргә задание ала. Заданиены ҡатмарлы метеорологик шарттарҙа, үтә түбән бейеклектә — 500 метрҙан, немец ғәскәрҙәренең көслө уты аҫтында үтәргә тура килә. Үҙ аэродромына әйләнеп ҡайтҡанда Берестов самолетын дүрт Fw 190 истребителе һөжүм итә. Был һуғышта һауа уҡсыһы-радист Надежда Журкина бер самолетты бәреп төшөрә һәм икенсеһенә етди зыян килтерә — ул ҡасырға мәжбүр була.

Гвардия старшинаһы. Н. А. Журкина 1945 йылдың ғинуарынан 52 уңышлы хәрби осош яһай.

Һуғыш осоронда бөтәһе Н. А. Журкина 87 уңышлы хәрби осош яһай, дошман истербителдәре менән 30 һауа һуғышында ҡатнаша һәм уларҙың атакаһын уңышлы кире ҡаға.

1945 йылдың август айында гвардия старшинаһы Н. А. Журкина демобилизациялана.

СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 23 февралендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия старшинаһы Н. А. Журкина 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнеп (№ 1818), Дан орденының тулы кавалеры була.

Советтар Союзы тарҡалғанға тиклем «Ригас апгербс» (Латвия) теген берекмәһенең кадрҙар бүлеге начальнигы була. Йәштәргә патриотик тәрбиә буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара, «Һуғыш ветерандары — тыныслыҡ өсөн» хәрәкәтендә ҡатнаша.

Латвияла сәйәси хәл үҙгәреү сәбәпле, Журкина Рәсәйгә ҡайта. Уға Риганан тик фотоальбомдар, китаптар, хәрби дуҫтарының адрестары менән ҡуйын дәфтәрен һәм хәрби наградаларын ғына алып сыға ала[2]:

«Мин фатирҙы, бөтә нәмәне ташлап китергә мәжбүр булдым, Шуға күрә , әлбиттә, пансионатта беҙ хәҙер яҡшы тормоштан йәшәмәйбеҙ. Ауыр, сөнки беҙ үҙебеҙҙең илебеҙ өсөн һуғыштыҡ»

1990 йылдар уртаһынан Мәскәүҙә — 17-се ветерандар пансионатында йәшәй . 2002 йылдың 24 апрелендә вафат була. Мәскәүҙә Николо-Архангельск зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

 
Надежда Александровна Журкинаның Мәскәүҙә Ҡораллы Көстәр музейында наградалары

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Список женщин-полных кавалеров ордена Славы

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Журкина Надежда Александровна (рус.). airaces.narod.ru. Дата обращения 27 августа 2010.