Жуков Михаил Фёдорович

Жуков Михаил Федорович (24 августа [6 сентября1917, Верховье станицаһы, Орел губернаһы — 4 декабрь 1998, Новосибирск) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, аэродинамика һәм газ разрядлы плазма өлкәһендә белгес. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.

Жуков Михаил Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 август (6 сентябрь) 1917
Тыуған урыны Верховье[d], Новосиль өйәҙе[d], Тула губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 декабрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Новосибирск, Рәсәй
Ерләнгән урыны Көньяҡ зыярат[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө механика
Эш урыны Новосибирск техник университеты
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Октябрь Революцияһы ордены IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
 Жуков Михаил Фёдорович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Үҫмер йылдары үҙгәртергә

Эшсе тимер юлсы ғаиләһендә тыуған. 1931 йылда 7 класты тамамлай һәм Мәскәүҙең «Шарикоподшипник» заводы ҡарамағындағы фабрика-завод уҡыу мәктәбенә уҡырға инә. Токарь, слесарь һәм шымартыусы һөнәрҙәренә эйә була. Эшселәр факультетына тәҡдим ителә, уны 1935 йылда тамамлай.

Уҡыуын дауам итеү өсөн уҡыу йортон һайлап, Михаил К. Э. Циолковскийға хат яҙа, уның популяр китаптарын уҡыған була һәм ошо һайлауҙа ярҙам итеүен һорай. Яуап хатында аныҡ фекер әйтелә — Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инергә кәрәк.

1941 йылда механика-технология факультетын тамамлай, механик һөнәре ала һәм Н. Е. Жуковский исемендәге Үҙәк аэрогидродинамика институтына инженер итеп эшкә ебәрелә.

Фәнни эше үҙгәртергә

  • 1941 йылдан 1946 йылға тиклем — Н. Е. Жуковский исемендәге Үҙәк аэрогидродинамика институтында, 1-се лабораторияла эшләй;
  • 1941—1942 йылдарҙа — Үҙәк аэрогидродинамика институты менән бергә Новосибирскиға эвакуациялана. Өлкән инженер вазифаһында самолеттар өсөн турбореактив двигателдәр элементтарын эшләүҙә ҡатнаша (етәксеһе Г. Н. Абрамович).
  • 1946 йылдан — Үҙәк авиация моторҙары эшләү институтында,
  • 1952 йылдан — Л. И. Седов ойошторған Үҙәк авиация моторҙар эшләү институтының газодинамика лабораторияһында — өлкән ғилми хеҙмәткәр, бүлек мөдире;
  • 1959 йылда — СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Теоретик һәм ғәмәли механика институтында эшләй һәм Новосибирск Академҡаласығына күсә;
  • 1959 йылдан алып 1970 йылға тиклем — Теоретик һәм ғәмәли механика институты директорының фәнни эш буйынса урынбаҫары, бер үк ваҡытта Институт биналары төҙөлөшөн контролдә тота.
  • 1959 йылдан алып 1970 йылға тиклем —электр дуғаһы разрядтары лабораторияһы мөдире;
  • 1965—1966 йылдарҙа — Теоретик һәм ғәмәли механика институты директоры вазифаһын башҡара.
  • 1968 йылда — СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана;
  • 1992 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана[1];
  • 1995 йыл — Халыҡ-ара энергетика академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана;
  • 1970 йылда плазмадинамика бүлеге менән бергә СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе С. С. Кутателадзе исемендәге Йылылыҡ физикаһы институтына директор урынбаҫары вазифаһына күсә;
  • 1970—1978 йылдарҙа — Түбән температуралы плазма бүлеге мөдире;
  • 1988 йыл — СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе С. С. Кутателадзе исемендәге Йылылыҡ физикаһы институтында дирекция советнигы;
  • 1975—1990 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Президиумы ағзаһы;
  • 1975—1980 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе баш ғилми секретары;
  • 1996 йылда — плазмодинамика бүлеге күсерелгән Теоретик һәм ғәмәли механика институтында эшләй;
  • 1960—1965 йылдарҙа — Новосибирск дәүләт университетында уҡыта, ғәмәли газ динамикаһы кафедраһы профессоры;
  • 1976—1982 йылдарҙа — Новосибирск электротехник институты профессоры.
  • 15 йыл дауамында «Известия СО АН СССР» журналының баш мөхәррире була.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — газ разрядлы плазманы һәм плазмотрондарҙы тикшереү.

1946—1949 йылдарҙа Мәскәү авиация институты аспирантураһында, 1950 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Тауыштан тиҙерәк һәм тауыш тиҙлегендәге аэродинамиканы тикшерә. 1962 йылда физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай.

Уның етәкселегендә 40-тан ашыу кандидатлыҡ һәм 14 докторлыҡ диссертациялары яҡлана.

Вафаты үҙгәртергә

1998 йылдың 4 декабрендә Жуков Михаил Федорович вафат була, Новосибирскиҙа Көньяҡ (Чербузинский) зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • 1982 йыл — СССР Дәүләт премияһы лауреаты;
  • 1985 йыл — СССР Фәндәр академияһының һәм Чехословакия Фәндәр академияһының (1985) премиялары лауреаты;
  • 1975 йыл — Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә;
  • 1981 йылда һәм 1967 йылда — ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә
  • 1986 йылда Халыҡтар дуҫлығы ордены,
  • 1998 йыл — IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены[2].

Библиография үҙгәртергә

Жуков газодинамика һәм түбән температуралы плазма өлкәһендә фундаменталь хеҙмәттәр авторы. 230-ҙан ашыу мәҡәлә һәм 12 коллектив монография авторы һәм авторҙашы, күп авторлыҡ таныҡлыҡтары бар.

Хәтер үҙгәртергә

 
  • Теоретик һәм ғәмәли механика институты фасадында М. Ф. Жуковҡа мемориаль таҡта ҡуйылған.
  • Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе йәш ғалимдары өсөн М. Ф. Жуков исемендәге премия булдырылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә