Жозефина Чоба Топали (алб. Jozefina Çoba Topalli; 26 ноябрь 1963 йыл) — сәйәсмән. Албания парламенты — Халыҡ йыйылышының 2005 йылдың 3 сентябренән 2013 йылдың 10 сентябренә тиклемге рәйесе, ил менән етәкселек иткән Албания демократик партияһының етәксе урынбаҫары.

Жозефина Топали
алб. Jozefina Topalli
Жозефина Топали
Флаг
Флаг
Албанияның Халыҡ йыйылышы Рәйесе
3 сентябрь 2005 — 9 сентябрь 2013
Алдан килеүсе: Сервет Пелумби
Дауамсы: Илир Мета
 
Тыуған: 26 ноябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (60 йәш)
Шкодер[d], Албания
Партия: Албания демократик партияһы
Белеме: Луиджи Гуракучи исемендәге Шкодер университеты[d]
Тирана университеты
 
Автограф:

Биографияһы

үҙгәртергә

Мәктәпте тамамлағандан һуң Жозефина Топали тыуған ҡалаһы Шкодерҙағы Кукуруза ғилми-тикшереү институтына эшкә урынлаша, һуңынан урындағы сауҙа-мәнәғәт палатаһында хеҙмәт һала. Л. Гуракучи исемендәге университетта математика һәм хоҡуҡ белемен үҙләштергәс, 19951996 йылдарҙа ошонда уҡытыусы була.

Артабан Италиялағы Падуя университетында халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса аспирантурала уҡый. 2010 йылда Албанияның баш ҡалаһы Тирана университетында, «Илдең Европа интеграцияһында ҡатнашыуында милли парламенттың роле» («Роль национального парламента в процессе европейской интеграции страны») тигән темаға диссертация яҡлап, «философия докторы» ғилми дәрәжәһе ала. Инглиз, рус, француз һәм итальян телдәрен белә.


Сәйәси эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

XX быуаттың 90-сы йылдарында Албанияның демократик партияһына инә, 2000 йылда уның етәксе урынбаҫары вазифаһына күтәрелә.

Жозефина Топалиҙың сәйәси карьераһы 1996 йылда парламентҡа һайланыуҙан башлана, депутат мандатын тәүге тапҡыр алғандан бөгөнгө көнгәсә Албанияның Халыҡ йыйылышында демократик партия вәкиле. 1996 һәм 1997 йылдарҙа парламенттың Хоҡуҡ һәм конституцион мәсьәләләр буйынса комитетында эшләй, уның рәйесе була, 1997—2005 йылдарҙа парламенттың вице-президенты вазифаһын башҡара.

2005 йылдың 3 сентябрендә илдең парламенты — Халыҡ йыйылышы рәйесе итеп һайлана. Был — Албанияла ҡасанда булһа ҡатын-ҡыҙ биләгән иң юғары вазифа. 2009 йылғы парламент һайлауҙарынан һуң был вазифала яңынан раҫлана һәм уны 2013 йылдың 9 сентябренә тиклем башҡара. 2013 йылдың 10 сентябренән парламент рәйесе — Илер Мета.

Жозефина Топали 2002 йылдан шулай уҡ Европа Советының Парламент ассамблеяһы ағзаһы. Бында ул Ҡатын-ҡыҙҙар эштәре буйынса комитеттың вице-президенты, Социаль мәсьәләләр, һыулыҡ һаҡлау һәм ғаилә буйынса комиссия ағзаһы.

Украиналағы 2004 йылғы президент һайлауҙарында Жозефина Топали Европа Советы күҙәтеүсеһе була.

2012 йылда Жозефина Топали Албанияның бойондороҡһоҙлоғоның 100 йыллыҡ юбилейын байрам итеүҙә һәм тоталитар режимдың албан зыялылары вәкилдәрен язалауының 61 йыллығын билдәләүҙә әүҙем ҡатнаша[1][2].

Тормошта, улы һәм ҡыҙы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанма

үҙгәртергә