Жоан Миро́-и-Ферра́ (испан теле йоғонтоһо аҫтында шулай уҡ Хоан һәм Хуан яҙыла; кат. Joan Miró i Ferrà. Joan Miró i Ferrà, 20 апрель, 1893, Барселона — 25 декабрь 1983, Пальма-де-Мальорка) Каталон (испан) рәссамы, скульптор һәм график. Уның ижадының йүнәлеше — абстракт сәнғәт. Миро шулай уҡ сюрреализмға яҡын, рәссамдың эштәре балаларҙың бәйһеҙ, мәғәнәһеҙ һүрәттәренә оҡшаған һәм реаль предметтарға бик ныҡ оҡшамаған фигураларҙан ғибәрәт.

Жоан Миро
Joan Miró i Ferrà

Жоан Миро. 1935. Фотография К.Ван Вехтен
Тыуған:

20 апрель 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны:

Барселона, Испания[2][4][5][…]

Үлгән:

25 декабрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][3][6][…] (90 йәш)

Үлгән урыны:

Пальма[d], Испания[5][7][8]

Ил:

 Испания[2][4][9][…]

Жанр:

рәссам, скульптор, керамист, график

Стиль:

абстракционизм, сюрреализм

Имза:

 Работы

Биографияһы һәм ижады үҙгәртергә

Жоан Миро 1893 йылда Барселонала тыуған. 1900 йылда Миро шәхси мәктәпкә уҡырға инә, унда, башҡа фәндәрҙән тыш, рәсем дәрестәренә йөрөй. 1907 йылда Ла Лонха нәфис сәнғәт мәктәбенә уҡырға инә. Сәнғәт мәктәбендә Урхель Модест синыфында уҡый, ә 1910 йылда Барселонаның коммерция мәктәбендә бухгалтер курстарын тамамлай. Бер йылдан һуң рәссам ауырып китә һәм ата-әсәһенең Монт-роч-дель-Камптың фермаһында дауалана. 1912—1915 йылдарҙа Барселоналағы Франсиско Галиҙың шәхси сәнғәт мәктәбендә уҡый. Ошонда уҡ тәүге сәнғәт картиналарын яҙа башлай.

Уҡығандан һуң Жоан Мироны алты айлыҡ хәрби хеҙмәткә алалар. 1917 йылда рәссамдың беренсе шәхси күргәҙмәһе үтә[10]

1920 йылда Миро Парижға килә, Пикассо һәм башҡа рәссамдар менән таныша. 1921 йылда рәссам Эрнест Хемингуэй һатып алған «Ферма» картинаһы өҫтөндә эшләй. 1928 йылда рәссам Голландияға килә, «Голланд интерьерҙары» серияһын ижад итә. 1929 йылда Жоан Миро Майорка утрауы ҡыҙы Пилар Хункос Иглеси менән никахҡа инә.[10] 1930 йылда рәссамдың Мария тигән ҡыҙы тыуа. 1933 йылда Барселонала Миро коллаждарының күргәҙмәһе үтә. Граждандар һуғышы ваҡытында (1936—1839 йылдарҙа) Миро үҙенең фермаһында йәшәй.

1937 йылда, фашизмдан йәшеренеп, Парижға күсеп килә. Парижда Миро бәләкәй арзан ҡунаҡханала йәшәй, «Натюрморт со старым ботинком» картинаһын яҙа, афишалар төшөрә, бөтә донъяны фашизм менән көрәшергә саҡыра. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында рәссам Нормандия яры буйындағы бәләкәй генә Варанживиль ауылына күсә. 1947 йылда Миро Цинцинаттилағы «Ле Гурме» рестораны стеналарын һәм «Хилтон» ҡунаҡханаһы террасаһын һүрәттәр менән биҙәй.

1950 йылда Миро Гарвард университеты өсөн фреска яҙа, ә 1955 йылда ЮНЕСКО-ның Париж бүлексәһе стеналарын «Стена солнца и стена луны» әҫәрҙәре менән биҙәй. 1975 йылда Барселонала Жоан Миро фондына нигеҙ һалына.

Барселонала Монжуик зыяратында ерләнгән.

Ижады үҙгәртергә

Ижадының тәүге этабында, 1915—1917 йылдарҙа, Мироның әҫәрҙәрендә француз рәссамдары-фовистарҙың йоғонтоһо күҙәтелә. Был «Прадес, деревня» һәм «Портрет Энрика Кристофола Рикарта[es]» картиналарына ҡағыла (икеһе лә 1917 йылда яҙылған). 1918 йылда Миро ижадында «поэтик реализм» осоро башлана. Был йылдың йәйендә рәссам Монт-роч-дель-Кампта бик күп пейзаждар, мәҫәлән, («Огород с ослом», «Колея») картинаһын ижад итә, улар бер үк ваҡытта тәрән перспективалары һәм ентекле эшкәртелгән деталдәрҙең күплеге менән айырылып тора.

1920 йылда Миро Парижға күскәндән һуң, уның ижадында ысынбарлыҡтың ябай сағылышынан уның шартлы-билдәле тапшырылыуына күсеү билдәләнә. Уның яңы хеҙмәттәрендә «кеше йәшәү мөхите» бик тәрән мәғәнәле булмаған алғы планы менән генә сикләнә, артабан, сәнғәт белгесе В. А. Крючкова билдәләмәһе буйынса, бик күп тәбиғи формаларҙы барлыҡҡа килтергән виталь энергияларҙың төпһөҙлөгө башлана. Был осорҙа «Ферма» (1921—1922), «Вспаханное поле» һәм «Каталонский пейзаж», йәки «Охотник» (икәүһе лә — 1923—1924 йылдарҙа) картиналары яҙыла. 1924 йылда Миро сюрреалист Бретон, Арагон, Элюар менән яҡындан таныша һәм улар йоғонтоһо йүнәлешендә 1924—1925 йылдарҙа «Карнавал Арлекина» картинаһын яҙа. Картина төҫлө күләгәләргә оҡшаған, ауырлыҡтан һәм даими форманан мәхрүм булған йән эйәләрен һүрәтләй[11].

1920-се йылдарҙың икенсе яртыһында Мироның («Персонаж, бросающий камень в птицу», «Собака, лающая на луну», икәүһе лә — 1926) әҫәрҙәрендә тотороҡло идеограммалар йыйылмаһы барлыҡҡа килә. Был, бер яҡтан, арауыҡ символдары — горизонт һыҙығы, тулҡындар, күк яҡтыртҡыстары, ә икенсе яҡтан — аралаш-символдар", уларҙың функцияһы — йәшәйеш ҡатламдары араһындағы бәйләнеште аңлата. Һуңғылары иҫәбендә В. Крючкова ҡоштарҙы, күккә баҫҡыстарҙы, күҙҙәрҙе, ҡолаҡтарҙы, ергә һибелгән гигант аяҡтары булған антропоморф фигураны һанай[11]

1930-сы йылдарҙағы күп кенә интервьюларында һәм хеҙмәттәрендә Миро һынлы сәнғәттең ғәҙәти ысулдарынан баш тартырға, был ысулдарҙың талаптарын йә эстетикаһын үтәмәйенсә, хәҙерге заман сағылышына өлгәшергә теләй. Был тиҫтә йылда ул һүҙҙе һәм визуаль образды берләштергән картина-поэма әҫәрҙәрен яҙа, уларҙағы, мәҫәлән, «Ласточка-любовь» картинаһында (1934), биҙәкле һыҙыҡтар, туҡыма буйынса борғаланып һуҙылып, яҙмаларға әүерелә. 1940—1941 йылдарҙа «Созвездия» гуашь серияларын ижад итә. Мироның был әҫәрҙәрен Ҙур рәсәй энциклопедияһы рәссам ижадының иң ҙур бейеклеге, тип атай. Мироның үҙе әйтеүенсә, был поэтик циклы төн, йондоҙҙар, Бах һәм Моцарт музыкалары йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән. Был циклға «Песня соловья в полночь и утренний дождь» һәм «Письмена и звёзды, влюблённые в женщину» тигән билдәле картиналары ингән. Рәссамдың 1950-1970-се йылдарҙағы картиналарының сығанағы булып тәүтормош сәнғәте һәм балалар һүрәттәре тора. Был осорҙа Миро «Женщина перед солнцем» (1950) һәм «Каталонский крестьянин при свете луны» (1968) картиналарын яҙа[11]

 
Ҡатын-ҡыҙ һәм ҡош, Барселона, 1982

1944 йылдан алып Миро скульптура һәм керамика менән шөғөлләнә башлай; һуңғы өлкәлә ул керамист Жоан Гарди Артигас менән хеҙмәттәшлек итә. Авторҙың билдәле скульптура әҫәрҙәре араһына «Женщина-насекомое» (1968), «Персонаж» (1970), «Созвездие» (1971)әҫәрҙәре ҡарай. Мироның был өлкәләге эштәренә халыҡтың балсыҡтан яһаған уйынсыҡтары, пластик сәнғәттең архаик әҫәрҙәре ҙур йоғонто яһай, илһамының сығанағы булып тәбиғәттең ғәжәйеп формалы объекттары тора. Әҫәрҙәренең материалдары бронза, майолика, биҙәлгән терракоттан ғибәрәт, уларҙың барыһына ла материалдың фактураһын һәм төҫтәренең байлығын ентекләп күрһәтеү хас. 1940-сы йылдарҙа Миро монументаль сәнғәт менән шөғөлләнә. Уның был өлкәләге эше булып Цинцинаттиҙағы «Хилтон» ҡунаҡханаһы өсөн эшләгән стена панноһы (1947) һәм Париждағы ЮНЕСКО штаб-фатирының ике стенаһындағы комплекслы биҙәүе тора. Һуңғараҡ, 1960—1961-се йылдарҙа Миро Гарвард университеты, Санкт-Галлендағы Юғары экономика фәндәре мәктәбе (1964), Барселона аэропоты һәм Осакалағы Бөтә донъя күргәҙмәһенең Быяла павильоны өсөн (икәүһе лә 1970 йылда) керамик панно яһай. Мироның скульптура әҫәрҙәренә Барсеонала торған керамик мозаика файҙаланып яһаған «Женщина и птица» (1982) скультураһы ла инә.

Миро ижадының тағы бер йүнәлеше — «Его величество» (1967—1968); «Улетающая девушка»,1968) ассамбляждары, был әҫәрҙәрендә Миро поп-арт стилистикаһына яҡынлашҡан.

Галерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118582712 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 http://explore.rkd.nl/explore/artists/56373
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 Anguera J. E. Enciclopedia universal ilustrada europeo-americana (исп.)Editorial Espasa, 1905. — Т. Suplemento 1934. — P. 195—196. — ISBN 84-239-4583-9
  5. 5,0 5,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  6. Joan Miró (нидерл.)
  7. https://www.artnet.com/artists/joan-miró/past-auction-results — 1998.
  8. https://cs.isabart.org/person/9260
  9. https://www.moma.org/artists/4016 (ингл.)
  10. 10,0 10,1 О художнике. Дата обращения: 23 сентябрь 2008. Архивировано 4 июнь 2012 года.
  11. 11,0 11,1 11,2 Миро́ / Крючкова В. А. // Меотская археологическая культура — Монголо-татарское нашествие. — М. : Большая российская энциклопедия, 2012. — С. 433—434. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 20). — ISBN 978-5-85270-354-5.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Сурков В. Война и мир Жоана Миро // Русский пионер. — 2008. — № 3.
  • Орлова К. В. Жоан Миро. Начало пути // Театр. Кино. Музыка. Живопись. М., РАТИ ГИТИС, 2009. С. 117—127.

Һылтанмалар үҙгәртергә