Живоначальная Троица сиркәүе (Батайск)

2013

Православие ғибәҙәтханаһы
Живоначальная Троица сиркәүе
Ғибәҙәтхана 2016 йылда
Ғибәҙәтхана 2016 йылда
Ил Рәсәй империяһы
Ҡала Батайск,
Ростов өлкәһе
Конфессия Православие
Төҙөлөшө 20002013 йылдар
Настоятель Протоиерей Сергий Яковлевич Наливайко
Сайт Рәсми сайт

Живоначальная Троица сиркәүе (Изге Троица ғибәҙәтханаһы , Троицкий ғибәҙәтханаһы) — Ростов өлкәһе Батайск ҡалаһындағы православие ғибәҙәтханаһы[1][2]; ҡанунлаштырылған тәре көмбәҙ стилендә төҙөлгән.

Тарих үҙгәртергә

1854 йылда Батайск ҡалаһындағы Азов урамында (хәҙерге Октябрҙең 50 йыллығы урамы) мөһәбәт биш башлы Одигитрия сиркәүе (Изге Одигитрия ғибәҙәтханаһы) төҙөлгән. Ул үҙенең масштабы буйынса хәҙерге көндәге Ростов кафедраль соборынан бер ҙә ҡалышмай. Сиркәү ишек алдында ике мәктәп, ҡарт-ҡоролар һәм ғәриптәр өсөн мәрхәмәтлек йорто (богадельня), аш табыны бүлмәһе биналары булған. 1937 йылда ғибәҙәтхана ҡыйратылған. Һуғыш алдынан сиркәү йортоноң ҡалдыҡтарында төрмә урынлашҡан. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Батайск немецтар тарафынан баҫып алынған. Ҡыйралған сиркәү йорто урынында хәрби әсирҙәр өсөн сәнскеле тимер сымдар менән уратылған лагерь урынлашҡан булған.

Һуғыш тамамланғандан һуң сиркәү йортоноң таш нигеҙендә лицей бинаһы төҙөгәндәр, ә уның янында кинотеатр бинаһы торған. 1980-се йылдар аҙағында СССР-ҙа үҙгәртеп ҡороу башланғас элекке сиркәү территорияһында яңы ғибәҙәтхана төҙөргә ҡарар иткәндәр. Батайск халҡы ҡала хакимиәтенә кинотеатр бинаһын сиркәү итеп ҡулланырға биреүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Рөхсәт алынғас, сиркәү мәхәлләһе кинотеатр бинаһын православие сиркәүе итеп яңынан ҡорған. Бына шулай 1991 йылда сиркәүҙе аяҡҡа баҫтыра башлағандар һәм уны Изге Троица сиркәүе тип атап, уның бер тәхетенә Одигитрия тәхете атамаһын биргәндәр.

Изге Троица сиркәүе 2000 йылдың сентябрендә төҙөлә башлаған. 2003 йылда уның ике көмбәҙе эшләнеп бөтөп, өҫтөнә тәреләр ҡуйылған. Башняһында сәғәт торған. 2003 йылдың 27 сентябрендә төҙөлөп ятҡан сиркәү майҙанында Изге апостол Андрей Первозванныйға һәйкәл асҡандар. Һәйкәлдең авторы — РФ атҡаҙанған рәссамы, һынсы С. М. Исаков[3]. Һәйкәл Святитель Николай Чудотворец Хәйриә Фондының аҡсаһына төҙөлгән. Һәйкәлде изгеләндереү церемонияһын Ростов һәм Новочеркасск архиепискобы Пантелеимон үткәргән.

2006 йылда сиркәү менән бер үк ваҡытта яңы мәктәп бинаһын да төҙөгәндәр. 2008 йылда сиркәүҙең стеналары һәм көмбәҙҙәре штукатурланған, сиркәү территорияһы ҡойма менән уратып алынған. 2009 йылда сиркәүҙең эске яғын йыһазлау эштәре барған.[4]

Тулыһынса Троица ғибәҙәтханаһы 2013 йылда төҙөлөп бөткән һәм ҡаланы матурлап тора башлаған. Ставрополь ҡалаһында үткәрелгән «Прометей-2007» архитектура конкурсында ул Рәсәй көньяғында төҙөлөп ятҡан иң матур культ бинаһы тип танылған[5].

Адресы: 346880, Ростов өлкәһе, Батайск ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы , 152-се йорт (Андрей Первозванный майҙаны , 1-се һанлы йорт).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә