Жданова Елена Александровна

Жданова Елена Александровна (23 октябрь 1980 йыл) — спортсы, еңел атлет. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2001. Паралимпия уйындары призеры (1996 һәм 2000 йылдар).

Жданова Елена Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 23 октябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (43 йәш)
Тыуған урыны Барнаул, РСФСР, СССР
Бийск, Алтай крайы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө еңел атлет
Спорт төрө паралимпийская лёгкая атлетика[d]
Ҡатнашыусы Летние Паралимпийские игры 2000[d] һәм Летние Паралимпийские игры 1996[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы


Биография үҙгәртергә

Елена Александровна Жданова Барнаул ҡалаһында 1980 йылдың 23 октябрендә тыуа. Тыумыштан насар күрә. Өфөнөң 20-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнә. Республиканың спорт-реабилитация үҙәгендә күҙ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең «Луч» мәктәбендә тренерҙар И. С. Романова һәм Т. В. Шепетильникова етәкселегендә шөғөлләнә. 1995 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • 400 метрға, 200 метрға йүгереү буйынса Паралимпия уйындарының бронза призеры (1996, 2000)[1].
  • Өс тапҡыр Бөтә донъя уйындары чемпионы (2003) 200 м, 4×100, 4×400 м.
  • Рәсәйҙең күп тапҡыр чемпионы (1995—2010) 100, 200 и 400 м йүгереү буйынса.
  • Донъя (2002)һәм Европа (1995, 2001, 2005) чемпионы (200 м, 400 м, эстафета буйынса 4×400 м);
  • Донъя чемпионатының көмөш призеры (2002)200 м йүгереү буйынса, Бөтә донъя уйындары (2003) 400 м дистанция йүгереү буйынса, Европа чемпионы (2005) 200 м, 400 м.дистанициялары буйынса.
  • Донъя чемпионатының бронза призеры (1998), 200м Европа (1997) 400 м йүгереү буйынса. Донъя кубогы (2003) 400 м дистанция буйынса.
  • Европа рекордсмены (1995) 4×400 м. Паралимпия уйындары рекордсмены (2000) 100 м.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • II дәрәжә «Шәхси ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙал ордены (6 апрель, 2002 йыл) — 2000 йылда Сиднейҙа (Австралия) уҙған Инвалидтарҙың XI Паралимпия уйындарында юғары спорт һөҙөмтәләренә өлгәшкәне, ҡаһарманлығы, фиҙакәрлеге һәм сыҙамлылығы өсөн[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә


Сығанаҡтар үҙгәртергә