Ефимова Аделаида Александровна

Ефимова Аделаида Александровна (30 июль 1929 йыл) — совет рәссамы, 1963—1984 йылдарҙа «“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе» берекмәһе хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1979).

Ефимова Аделаида Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 июль 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (94 йәш)
Һөнәр төрө рәссам

Биографияһы үҙгәртергә

Аделаида Александровна Ефимова 1929 йылдың 30 июлендә Нижегород крайының Гагино ауылында тыуған.

Әсәһе Констанция Доминиковна Ефимова (иренең фамилияһы буйынса) 1909 йылда тыуа, 1944 йылда үҙ-үҙенә ҡул һала, һәм Аделаида Александровна апаһы менән өләсәһе тәрбиәһендә ҡала. Оләсәләре үлгәс, Тоня апаһын Гагинола мәрхәмәтле кешеләр, ә Аделаиданы атаһының Мәскәүҙәге туғандары тәрбиәләүгә ала. Атаһы Ефимов Александр Алексеевич 1903 йылда тыуған, сығышы менән Пенза өлкәһенән, ветеринария табибы булып эшләй.

Аделаида Александровна 1953 йылда Мәскәүҙә М. И. Калинин исемендәге художество-сәнәғәт училищеһын тамамлай. Артабан Пермь өлкәһенең Березники ҡалаһында, аҙаҡ Владимир өлкәһенең Александров ҡалаһында, 1963 йылдан алып — Өфөлә эшләй.

1963—1984 йылдарҙа «Ағиҙел» «Башҡорт художество кәсептәре» етештереү берекмәһендә рәссам була, 1994—1996 йылдарҙа — Өфөнөң «Күгәрсен» производство предприятиеһында хеҙмәт һала.

Аделаида Александровна беренсе булып башҡорт милли орнаменттары буйынса нағышлап эшләгән эскиздар төҙөй. Эшендә төрлө материалдар, шул иҫәптән бәрхәт, буҫтау һ.б. ҡуллана. Уға яуаплы эштәр башҡарырға ла тура килә: хөкүмәт һәм партия етәкселәре өсөн бүләктәр әҙерләй.

Рәссамдың эштәре ГУП «Ағиҙел» музейында, Башҡортостан Республикаһының милли музейында, Санкт-Петербургтың рус музейында һаҡлана.

Күргәҙмәләре үҙгәртергә

Аделаида Александровна Ефимова — 1969 йылдан һынлы сәнғәт күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1979).
  • РСФСР-ҙың Урындағы сәнәғәт министрлығы конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1978).
  • РСФСР-ҙың автономиялы республикаларының һынлы сәнғәт күргәҙмәләре дипломанты (Мәскәү;

1969, 1971).

Һылтанмалар үҙгәртергә