Ерән ҡашҡа — башҡорт халыҡ йыры, оҙоҙ көй. Тәүге тапҡыр С.Ғәбәши тарафынан яҙып алына һәм 1935 йылда "Башҡорт халыҡ йырҙары" йыйынтығында баҫтырыла. Артабан йырҙы Ф.Х.Камаев, Л.Н.Лебединский, Ф.Ә.Нәҙершина, Ғ.З.Сөләймәнов, Р.С.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. яҙып ала. Лирик-эпик йүнәлешле йыр.

Ерән ҡашҡа
Башҡарыусы

Н.Х.Аллаярова, Б.Н.Вәлиева, Т.Рәшитова, Р.Ф.Йәнбәков

Жанр

Башҡорт халыҡ йыры

Йырҙың теле

Башҡортса

Тасүирлама үҙгәртергә

"Ерән ҡашҡа" ның барлыҡҡа килеүе 1812 йылғы Ватан һуғышы менән бәйле. Һуғышҡа китеүсе егеттәр менән уларҙы оҙатыусы ҡыҙҙар араһындағы диалог формаһында ҡоролған; ҡушымтала яугирҙың тоғро юлдашы - атҡа мөрәжәғәт бар. Йырҙың темплы контрастлы, 2 өлөшлө формаһы бар: тыныс оҙонса йырлауҙа түбәнәйеп барған аҡрынлап көй хәрәкәте өҫтөнлөк итә, көйҙөң көйгә тибы йәнле ҡушылыуы һалмаҡ көйгә яҡынлаша, аҡрынлап каденцион әйләнештәр башланғыс йырлауҙы кире ҡайтара.

Башҡарыусылар араһында: Н.Х.Аллаярова, Б.Н.Вәлиева, Т.Рәшитова, Р.Ф.Йәнбәков. Йырҙы А.М.Ҡобағошов ҡурайсылар ансамбле өсөн эшкәрткән; көйҙө хор өсөн Ш.З.Ҡолбарисов, С.Ә.Низаметдинов, В.Г.Соколов; М.Ә.Мозафаров һәм К.Й.Рәхимов фортепиано менән тауыш өсөн яҙған. Йыл «Ҡаһым түрә» операһында башҡарыла.

Сығанаҡтар үҙгәртергә