Ерекле (Шарлыҡ районы)

Шарлыҡ районы ауылы

Ерекле (рус. Зирекло) — Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районы Путятино ауыл Советы составындағы ауыл.

Ерекле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Путятинский сельсовет[d][1]
Почта индексы 461452
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Ауыл район үҙәге Шарлыҡтан төньяҡтараҡ яҡынса 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Ауыл XVIII быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһе сигендә барлыҡҡа килгән һәм элек Башҡортостанға ингән [2]. Был ауылда йәшәгән кешеләр күберәк Ырымбур өлкәһе менән иҡтисади йәһәттән дә, туғанлыҡ ептәре аша ла бәйләнештә торғандар һәм оҙаҡ йылдар административ-территориаль яҡтан ошо өлкәгә күсереүҙе юллап йөрөгәндәр. 1952 йылда БАССР хөкүмәте менән килешеү нигеҙендә ауыл халҡының үтенесе ҡәнәғәтләндерелгән[3].

Халҡы үҙгәртергә

2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 183 кеше , 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса 153 кеше йәшәгән[4].

Этимологияһы үҙгәртергә

Башҡортостанда һәм Ырымбур өлкәһендә «Ерекле» атамалы йылғалар ҙа, шул исемле йылға буйында урынлашҡан ауыл-ҡасабалар ҙа байтаҡ. Был ауылдың исеме лә үҙе урынлашҡан Ерекле йылғаһы исеменән барлыҡҡа килгән[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Ерекле (мәғәнәләр)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Зирекло (2011).
  3. Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
  4. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1