Дөйәбаш
Дөйәбаш
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Тәртип: Asterales
Ғаилә: Asteraceae
Ырыу: Rhaponticum
Латинса исеме
Species

Дөйәбаш (лат. Stemmacantha, йәки Rhaponticum) — астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Rhaponticum coniferun

Биологик яҙма үҙгәртергә

Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы йыуан, ҡыуыш, төҙ, ябай, селтәр һымаҡ, 50—100 см бейеклектә. Япрағы эллипс рәүешендә, осло, яланғас йәки төк менән ҡапланған, сиратлы теҙелешле; аҫҡы япраҡтары осо эрерәк булған ҡауырһын бүлемле, һаплы; өҫкөләре бөтөн, ваҡ киртләсле йәки бөтөн ситле, ултырма. Сәскәһе зәңгәрһыу ал төҫтә, ике енесле, көпшәле. Кәрзинкәһе эре, яңғыҙ, тумалаҡ, һабаҡ осонда урынлашҡан. Урама япраҡсаһы күп, ҡатлы, осонда ярылы үҫентеһе бар. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ҡыҫҡа ҡанатлы һарғылт аҡ төҫтәге ике рәт өлпөһө булған асыҡ көрән төҫтәге 4 ҡырлы орлоҡса, июнь—июлдә өлгөрә.

Таралышы үҙгәртергә

Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда һыйыртел һымаҡ дөйәбаш үҫә.

Башҡортостандың Урал алдында (Бүздәк районыны) татырлыҡта, тоҙло тупраҡта һәм болонда, Башҡортостандың Урал аръяғында (Хәйбулла р‑ны) үҫә. Декоратив үҫемлек, баллы үҫемлек.