Дәүләтова Камилә Йәүҙәт ҡыҙы
Дәүләтова Камилә Йәүҙәт ҡыҙы (21 октябрь 1962 йыл) — ғалим-сәйәсмән, комсомол, мәғариф һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары, 2010 йылдан — йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының беренсе урынбаҫары, 2011 йылдан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары, 2014 йылдан — мәғариф министры урынбаҫары; 2016—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының фәнни инновацион эштәр буйынса проректоры. Рәсәй Федерацияһының 4-се саҡырылыш (2003—2007) Дәүләт думаһы депутаты. Сәйәси фәндәр кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2002). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2012) һәм Рәсәйҙең 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2007).
Дәүләтова Камилә Йәүҙәт ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 21 октябрь 1962 (62 йәш) |
Тыуған урыны | Атакент[d], Мактааральский район[d], Төркөстан өлкәһе, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәКамилә Йәүҙәт ҡыҙы Дәүләтова 1962 йылдың 21 октябрендә Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһенең Ильич ҡалаһында тыуған.
1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1996—1997 йылдар — Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса идаралығы начальнигы. 1997—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе булып эшләй.
1998—2000 йылдар — БР Министрҙар Кабинеты ҡарамағындағы Йәштәр эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы. 2000—2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйес.
2003—2007 йылдар — Рәсәй Федерацияһының дүртенсе саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты.
2008—2010 йылдар — Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары. 2010—2011 йылдар — Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының беренсе урынбаҫары. 2011 йыл — Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары, мәҙәниәт министры вазифаһын башҡара. 2014 йылдан — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2002).
- Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының «Йәштәр сәйәсәте өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре» билдәһе (2002).
- «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе (2002).
- Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Рәйесенең Рәхмәт хаты (2006).
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендың миҙалы (2007).