Донъя финанс баҙары

Донъя финанс баҙары — донъяның үтес капиталы  баҙарының бер өлөшө, төрлө илдәрҙең үтес биреүселәренең һәм үтес алыусыларының капиталға ихтыяжы һәм тәҡдиме йыйылмаһы.  Фонд баҙары йәки ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары донъя финанс баҙары сегменттарының береһе булып тора.  

Донъя финанс баҙары XIX быуат аҙағында капитал күсеп йөрөй башлағас үҫеш ала.

Донъя финанс баҙарының функциялары үҙгәртергә

Донъя финанс баҙары функциялары түбәндәгеләр:

  1. Донъя күләмендә ирекле аҡсаларҙы туплау һәм айырым тармаҡтар, илдәр һәм төбәктәр араһында ҡайтанан бүлеү. 
  2. Етештереүҙе тиҙләтеү һәм уның һөҙөмтәлелеген күтәреү.  

Донъя финанс баҙарының төрҙәре үҙгәртергә

Донъя  финанс баҙары беренсел һәм икенселгә бүленә. Улар үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән, сөнки беренсел баҙар икенселде ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән тулыландырып тора. Беренсел баҙар  капиталды үтес биреүселәр һәм үтес алыусылар (инвесторҙар һәм реципиенттар) араһында бүлеүгә хеҙмәт итә. Икенсел баҙарҙа тик контрагенттар ғына үҙгәрә, атап әйткәндә:

  • бурыс йөкләмәләренең хужалары алмашына;
  • үтес алыусыларҙың ресурстар дәүмәле үҙгәрмәй.

Икенсел баҙар бурыс йөкләмәләрен һатыу  механизмын булдыра,  үҙ сиратында был баҙарҙың ликвидлығын үҫтерә, шунлыҡтан уға  кредиторҙар-инвесторҙарҙың ышанысы арта. Шулай итеп, ул үтес капиталдары баҙарының өҙлөкһөҙ эшләп тороуын тәьмин итә. 

Донъя финанс баҙарының ҡоролошо үҙгәртергә

Донъя финанс баҙарында:

  • дәүләт финанс баҙары;
  • халыҡ-ара финанс баҙары бар.

Был бүленеш милли аҡса-кредит көйләүе  системалары контролендә булыуға нигеҙләнә. 

Дәүләт финанс баҙары — ул  (төп критерийы — дәүләт ҡануниәтенә буйһоноу):

  1. дәүләт ҡануниәтенә буйһонған резиденттарҙың ил валютаһында был валюта сығарылған илдең территорияһында  үтескә биреү-алыу операциялары йыйылмаһы  (мәҫәлән, резидент-банкта ил валютаһында кредит алыу);
  2. резиденттарҙың  сит ил валютаһында үтес алыуы;
  3. резидент булмағандарҙың ил йә сит ил валютаһында дәүләт көйләүе системаһы сиктәрендә үтес алыуы.

Бөтә өс пунктта ла һүҙ резидент булған банк ҡатнашлығындағы операциялар тураһында бара.

Донъя финанс баҙары — берҙәм баҙар түгел, ул бары тик үҙ-ара бәйләнештә торған дәүләт баҙарҙары тупланмаһы.  Халыҡ-ара финанс баҙары тигәндә,  валюталарҙың ниндәй илдеке булыуына ҡарамаҫтан (тимәк, был илдәрҙең дәүләт көйләүенә буйһонмайынса), был валюталар менән операциялар башҡарыу  күҙҙә тотола. 

Донъя финанс баҙарын классификациялау үҙгәртергә

Функциональ айырмалары буйынса (йәки операцияның иҡтисади йөкмәткеһенә ярашлы) донъя финанс баҙарын (дәүләттекен дә, халыҡ-араны ла) ике төп секторға бүлергә була:

  • донъя аҡса баҙары;
  • донъя капитал баҙары.

Аҡса баҙары түбәндәгеләргә бүленә:

  • банк-ара баҙар (йәғни банк-ара депозиттар баҙары), ул банк учреждениеларының бер-береһенә 1 миллион АҠШ долларына тиклем суммала ҡыҫҡа ваҡытлы тәьмин ителмәгән ссудалар  биреүенән тора;
  • иҫәпкә алыу баҙары — хужалыҡ итеүҙең шәхси һәм дәүләт секторы (ҡаҙнасылыҡ) векселдәрен, шулай уҡ башҡа ҡыҫҡа ваҡытлы йөкләмәләрҙе  (башҡа  коммерция ҡағыҙҙарын) иҫәпкә алыу.

Капитал баҙары түбәндәгеләргә бүленә:

  • кредитлау баҙары (үтескә биреү механизмын күҙҙә  тота);
  • фонд баҙары (акциялар баҙарына һәм  облигациялар баҙарына бүленә).

 Акциялар баҙарында аҡса документтары (акциялар), йәғни был документтарҙы биргән кешегә ҡарата уның милексеһенең хоҡуғын раҫлаусы документтар, әйләнә.[1] Акциялар — ул өлөштө раҫлаусы ҡиммәтле ҡағыҙҙар. Облигациялар баҙарында үтесте раҫлаусы ҡиммәтле ҡағыҙҙар әйләнә, уларҙы тотоусыға гарантияланған аҡсалата килем алыу хоҡуғын бирә.[1]

Евробаҙар ҡоролошо түбәндәгеләрҙән тора  (критерийы — үтес мөҙҙәте):

  1. аҡса сегменты;
  2. кредит сегменты;
  3. фонд сегменты.

Аҡса сегментының махсуслашыуы — ҡыҫҡа мөҙҙәтле үтес биреү (1-3 айлыҡ депозиттар).

Кредит сегментының тәғәйенләнеше —  тирбәлеүсән процент ставкаһына уртаса мөҙҙәтле үтестәр биреү. 

Кредит сегментында ҡулланылған процент ставкаһы ике  өлөштән тора:

  • тирбәлеүсе ставканан;
  • даими ставканан (ыңғай йә кире ҡимммәтле маржа).

Уртаса мөҙҙәтле ставка үтескә алыусының статусына бәйле, маржа ла шуға ҡарап билдәләнә.

Донъя финанс баҙарының субъекттары һәм институттары үҙгәртергә

Донъя финанс баҙарының төп субъекттары:

  1. предприятиелар;
  2. кешеләр;
  3. хөкүмәттәр;
  4. профессиональ субъекттар.

Был субъекттарҙың һәр ҡайһыһы алыусы булып та, тәҡдим  итеүсе булып та сығыш яһай ала.  

Финанс баҙарының профессиональ субъекттары  (финанс аралашсылары):

1) Баҙарҙың эш итеүен хеҙмәтләндереүсе институттар  (шул иҫәптән инвестиция-дилер компаниялары).

2) Аралыҡтағы үтес алыусылар (капиталдың хәрәкәттә булыуын тәьмин итеүселәр).

3) Халыҡ-ара ойошмалар (ХВФ, ХРҮБ  һ.б., улар донъя финанс баҙарының башҡа ҡатнашыусыларынан айырмалыраҡ шарттарҙа эш итә).

4) Траст компаниялары, улар клиенттарҙың билдәле бер активтарына идара итә (ҡиммәтле ҡағыҙҙар тупланмаларына идара итеү, килешеү буйынса идара итеү, агентлыҡ фондтары). Бындай компанияларҙың фондтарын түбәндәгеләр тәшкил итә:

  • траст компанияларының үҙҙәренең акциялар капиталы;
  • килешеү буйынса идаралыҡҡа алынған гарантия фондтары;
  • мираҫ фондтары (милексенең васыяты буйынса мираҫсы мәнфәғәтендә идара ителеүсе фондтар).

5) Страховкалау компаниялары (медицина, граждандар һәм башҡа страховкалау төрҙәре менән шөғөлләнә).

6) Милли банктар.

7) Пенсия фондтары, дәүләт һәм шәхси пенсия түләүҙәрен йәлеп итеп,  ресурстар йыя. Улар ҡайһы бер льготаларға эйә, мәҫәлән, һалым өлкәһендә.

8) Инвестиция фондтары – акцияларын йә пайҙарын юридик йә физик берәмектәргә һатыуҙан килгән аҡсаны төрлө ҡиммәтле ҡағыҙҙарға һалыусы компаниялар  (ойоштороу-хоҡуҡи формаһы буйынса акциялар ИФ һәм пай ИФ була). Маҡсаты – ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың табыш килтерә торған тупланмаһына эйә булыу. Килем  компания портфелендәге ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың баҙарҙағы хаҡы тирбәлештәренән алына. Инвестиция фондтарының төрҙәре:

  • асыҡ фондтар (билдәләнмәгән мөҙҙәткә  ойошторолалар, фондта ҡатнашыусылар йә акицонерҙар ҡарары буйынса акцияларҙың өҫтәмә эмиссияһын тормошҡа ашыралар,  пайҙарҙы теләгән бер ваҡытта һатып алырға йә эмитентҡа ҡайтарырға була);
  • интерваллы фондтар (пайҙарҙы һатыу йә ҡайтарыу инвестиция фонды тарафынан билдәләнгән ваҡытта ғына тормошҡа ашырыла);
  • ябыҡ фондтар (акциялары фонд ойошторолған саҡта ғына сығарыла, йәғни өҫтәмә сығарыу булмай, алынған аҡсаны капитал үҫеүҙән табыш алыу маҡсатында ҡиммәтле ҡағыҙҙарға һалалар,  пай фондтарының йәшәү мөҙҙәте билдәләнгән була, пайҙарҙы ҡайтарыу договорҙа билдәләнгән мөҙҙәт тулғас ҡына мөмкин,  шулай ҙа пайҙың хужаһы уны икенсел баҙарҙа һата ала).

Беренсе инвестиция фонды 1924 йылда АҠШ-та асыла.

9) Үҙ-ара фондтар.

10) Коммерция банктары – банктан тыш секторҙың төп аралашсылары.

11) Инвестиция банктары – ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында үҙенең ҡиммәтле ҡағыҙҙарын һатырға теләгән корпорациялар менән уларҙы алырға теләгән инвесторҙар араһындағы аралашсылар.

12) Инвестиция-дилер конторалары  клиенттарының  ҡиммәтле ҡағыҙҙарын һатып ала йәки һата.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Киреев А. П. «Международная экономика» — Т. 1. М.: «Международные отношения», 2002. с. 309.