Донжашвили Тина Георгиевна

Донжашвили Тина Георгиевна (1916 йылдың 8 (21) сентябре, Тбилиси ҡалаһы —) — табип, грузин совет яҙыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949 йылдан КПСС ағзаһы.

Донжашвили Тина Георгиевна
Тыуған көнө 1916
Тыуған урыны Тбилиси, Рәсәй империяһы

Биографияһы үҙгәртергә

Донжашвили Тина Георгиевна Грузияның баш ҡалаһы Тбилисиҙа тыуған.

1-се Мәскәү медицина институтын һәм С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын тамамлай.

19411945 йылдарҙа барған Бөйөк Ватан һуғышы һәм Япония менән 1945 йылдың йәйендә барған һуғышта ҡатнашҡан.

Әҙәби ижады үҙгәртергә

Уның әҫәрҙәре нигеҙенә һуғыш эпизодтары һалынған

  • «Мин һине ташламам» повесы (1947),
  • «Таң» (1950) рус теленә тәржемәлә: «Слава» (1951), был әҫәр СССР-ҙа йәшәгән халыҡтарҙың дуҫлығына бағышланған.
  • «Алазаниҙа» (1956) романы, рус теленә тәржемәлә: 1968 йылда баҫып сығарыла. Был романда һуғыштан һуңғы грузин ауылындағы тормош һүрәтләнгән.
  • «Еңеүселәр йылмайыуы», «Яҡты юл», «Баҫыуҙар әкиәте» пьесалары грузин сәхнәһендә ҡуйылған.
  • «Минең дуҫым» әҫәре рус тәржемәһендә Тбилисиҙа 1967 йылда донъя күрә.

Тина Георгиевна очеркист булараҡ та сығыш яһай.

Наградалары үҙгәртергә

  • 5 (биш) орден менән наградланған
  • миҙалдар

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Большая советская энциклопедия, БСЭ. 2012

Һылтанмалар үҙгәртергә