Арыҫланова Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы

журналистика ветераны
(Дина Габдрахимовна Арсланова битенән йүнәлтелде)

Арыҫланова Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы (27 июль 1953 йыл) — совет журналисы. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).

Арыҫланова Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 июль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Үрге Этҡол, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Әүҙемлек урыны "Башҡортостан" гәзите һәм Башҡортостан ҡыҙы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы Арыҫланова 1953 йылдың 27 июлендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Үрге Этҡол ауылында тыуған.

1975 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген «Совет Башҡортостаны» гәзитендә башлай. 1981 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәре, 2001 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире.

Башҡорт энциклопедияһы журналист тураһында шулай итеп яҙа:

Социаль һәм әхлаҡи-этик проблемалар буйынса, Башҡортостан Республикаһы халҡын медицина хеҙмәтләндереүе мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр серияһы авторы

Башҡортостан хөкүмәте 2013 йылдың июлендә журналистың 60 йәшен билдәләне[1]/

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2001).
  • Бөтә Рәсәй иң яҡшы әҫәргә конкурсының «Еңеп сығыу» номинацияһында лауреат була (2010)[2][3]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә