Джулия Элизабет Аннас (ингл. Julia Elizabeth Annas; 13 июнь 1946 йыл) — Англия һәм АҠШ-тың ғалим-философы. Аризона университетының философия профессоры. Американың фән һәм сәнғәт академияһы ағзаһы (1992).

Джулия Аннас
ингл. Julia Annas
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
 Бөйөк Британия
Тыуған көнө 13 июнь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2] (77 йәш)
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө фәлсәфә[3], Боронғо грек фәлсәфәһе[3] һәм этика[3]
Эш урыны Аризонский университет[d][4]
Колледж Санкт-Хью[d]
Уҡыу йорто Оксфорд университеты
Гарвард университеты[4]
Ғилми дәрәжә фәлсәфә докторы[d]
Ойошма ағзаһы Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d][5] һәм Америка фәлсәфә йәмғиәте[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

1968 йылда Оксфорд университетын (беренсе класлы дәрәжәле бакалаврҙы) бик яҡшы тамамлай. Магистр дәрәжәһен (1970) һәм философия докторын (1972) Гарвард университетында ала.

1970—1986 йылдарҙа — Оксфордта философия уҡытыусыһы. 1991—1992 йылдарҙа — Колумбия университетының философия факультеты профессоры. 1986—1991 йылдарҙа һәм 1992 йылдан — Аризона университеты профессоры, 1995 йылдан — философия регент-профессоры.

2011 йылда Кембридж университетында Корбетт исемендәге лекциялар уҡыуға лайыҡ була.

Ире Аризона университетының философия профессоры.

Уппсала университетының почетлы философия докторы (2007).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә