Джакобус Франсискус Торпе (Джим Торпеда; ингл. Jacobus Franciscus Thorpe, сок-фокс Уа-То-Хак (Wa-Tho-Huk)), 28 май 1888 йыл, Прага, Оклахома — 28 март 1953, Ломит, Калифорния) — Америка Ҡушма Штаттары спортсыһы.

Джим Торп
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө иртәрәк22 май 1887 һәм һуңыраҡ түгел28 май 1888
Тыуған урыны Prague[d], Индейская территория[d]
Вафат булған көнө 28 март 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][2][3][…]
Вафат булған урыны Lomita[d], Лос-Анджелес[d], Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Джим Торпе[d]
Ҡәбере һүрәте
Балалары Grace Thorpe[d] һәм Charlotte Marie Thorpe[d]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө бейсболсы, баскетболсы, еңел атлет, актёр, игрок в американский футбол, кино актёры, сценарий яҙыусы, тренер по американскому футболу
Командалағы уйын позицияһы раннинбек[d]
Уҡыу йорто Carlisle Indian Industrial School[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1929
Спорт командаһы ағзаһы Сан-Франциско Джайентс[d], Цинциннати Редс[d], Атланта Брэйвз[d], Нью-Йорк Джайентс[d], Toledo Mud Hens[d] һәм Аризона Кардиналс[d]
Масса 202 фунт
Спорт төрө Һауа шары, Еңел атлетика, Баскетбол һәм Америка футболы
Спорт дисциплинаһы десятиборье[d]
Ҡатнашыусы athletics at the 1912 Summer Olympics – men's high jump[d][4], athletics at the 1912 Summer Olympics – men's long jump[d][4], athletics at the 1912 Summer Olympics – men's pentathlon[d][4] һәм athletics at the 1912 Summer Olympics – men's decathlon[d][4]
Лигала уйнай Главная лига бейсбола[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 73 дюйм
Рәсми сайт cmgww.com/sports/thorpe/…
Ҡәбилә Sac and Fox Nation[d][5]
 Джим Торп Викимилектә

Еңел атлетика буйынса (йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, бейеклеккә һикереү, ҡолға ырғытыу, диск һәм һөңгө ырғытыу, йәҙрә этәреү, биш алыш, ун алыш), шулай уҡ, баскетбол, бейсбол, америка футболы (профессиональ кимәлдә), хоккей, йөҙөү, теннис, йәйәнән атыу буйынса ярыштарҙа ҡатнаша.

Ике тапҡыр 1912 йылғы Йәйге Олимпия уйындары еңеүсеһе була.

Биографияһы

үҙгәртергә

Торптың тыуыу датаһы, тыуғанда бирелгән исеме, этник сығышы тураһындағы мәғлүмәттәр ҡаршылыҡлы, сөнки уның тыуыу тураһындағы таныҡлығы юғалған.

Сығанаҡтарҙың күбеһе уның атаһының ҡатнаш ирланд-һинд сығышлы тигән уртаҡ фекергә килә (Саук һәм Фокс ҡәбиләләре төркөмө).

Әсәһенең тамырҙарында француз һәм һинд ҡаны аға (Потаватоми ырыуы юлбашсыһының вариҫы). Атаһы ла, әсәһе лә, уның үҙе кеүек — католиктар.

Торп атаһы яғынан ата-бабалары ҡараған һинд ҡәбиләһендәге кеүек үҫә, һиндтар өсөн асылған мәктәптә уҡый.

1904 йылда ул Пенсильваниялағы Карлейсла Индейҙар сәнәғәт мәктәбенә (бында уның атлет булараҡ һәләттәре асыла).

Ләкин атаһының вафатынан һуң, мәктәпте ташларға мәжбүр була. Һуңғараҡ ул мәктәпкә кире әйләнеп ҡайта һәм уҡыуын дауам итә.

Олимпия уйындарындағы еңеүе

үҙгәртергә
 
Торп 1912 йылдағы йәйге Олимпия уйындарында

1912 йылдағы Стокгольмда үткән йәйге Олимпия уйындарының биш алыштан торған еңел атлетика (был алыш оҙонлоҡҡа һикереүҙән, һөңгө һәм диск ырғытыуҙан, шулай уҡ 200 һәм 1500 метрға йүгереүҙән тора) һәм ун алыштан торған ярыштарында (хәҙергегә оҡшаш) ике алтын миҙал яулай.

Дөйөм һөҙөмтәлә, ул был спорт төрҙәренең 15 дисциплинаһынан 8-дә еңеү яулай. Ун алышта уны икенсе урындан ҡалыуы 700 мәрәй тирәһе генә айырып тора. Ә ҡуйылған рекорд — 8,413 мәрәй —элекке рекордты 998 мәрәйгә үтеп китә.

Был рекордты ун йыллап бер кем дә үтә алмай. Бынан тыш, ул бейеклеккә һикереүҙә 4-се урында була, ә оҙонлоҡҡа һикереүҙә — 7.

Яуланған һөҙөмтә йәмғиәттә шау-шыу ҡуптара. Легендаға ярашлы, швед короле Густав Торпҡа алтын миҙал менән бергә бюст (ун алышта еңгән өсөн королдең махсус призы), ул былай тигән: «Сэр, һеҙ донъяның иң бөйөк атлеты».

Торп, легенда буйынса: «Рәхмәтлемен һеҙгә, король»,- тип әйтә була. Әлеге легенда, хәҙерге заман сығанаҡтары менән раҫланмай, ул тәүге тапҡыр 1940 йылда барлыҡҡа килә.

Биш алышта еңгәне өсөн Торп шулай уҡ махсус приз ала. Был призды батша Николай II тапшыра.

Шуныһы билдәле: старт алдынан, Торптың еңел атлетика өсөн алынған туфлиҙарын урлайҙар, шуға күрә ул ике төрлө парҙан булған һыңарышар туфли (сүп-сар кәрзиненән табылған туфлиҙар) кейеп сығыш яһарға мәжбүр була (ике миҙалды ла ала)[6].

Был туфлиҙарҙы уның 1912 йылда төшкән фотоһында күрергә була. Иғтибарлап ҡарағанда, шул күҙгә салына: һыңар туфли үтә ҙур булғанлыҡтан, ул бар аяғына ҡатлап ойоҡ кейергә мәжбүр була.

Дисквалификация

үҙгәртергә

1913 йылда спортсының Олимпия миҙалдары Халыҡ-ара олимпия комитеты (МОК) тарафынан тартып алына Сөнки Троптың Олимпия уйындарында сығыш яһағанына тиклем ярым профессиональ кимәлдә ике миҙгел буйы бейсбол уйнау факты асыҡлана.

Өҫтәүенә, матчтарҙан һуң аҡса ла ала (ул заманда Олимпия уйындарында тик һәүәҫкәрҙәргә генә сығыш яһарға рөхсәт итәләр). Был ҡарар һәр төрлө бәхәстәр тыуҙыра, һәм улар 70 йылға яҡын дауам итә.

Һуңғараҡ күп кенә белгестәр миҙалдарҙан мәхрүм итеү дискриминацион характерҙа булыуын белдерә. Сөнки Торп милләте буйынса өлөшләтә индеец була. Шуны ла билдәләргә кәрәк, 1952—1972 йылдарҙағы МОК президенты Эвери Брендедж, үҙенең был вазифаны биләгән йылдарында, Торптың хоҡуҡтарын тергеҙеүгә ҡырҡа ҡаршы төшә («белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай», тип мотивациялай).

Шуныһы ҡыҙыҡ: ул үҙе шул уҡ Олимпия уйындарында, 1912 йылда биш алыш һәм ун алыш уңул атлетикаһы ярыштарында АҠШ өсөн сығыш яһай, әммә ярышта Торп еңә.

Профессиональ карьераһы

үҙгәртергә

Профессионал булараҡ, 41 йәшкә тиклем сығыш яһай. Бейсболда аутфилдер позицияһынан сығыш яһап, Торп 6 йылын «Нью-Йорк Джайентс», «Цинциннати Редс», «Бостон Брэйвс» командаларында үткәрә.

1916 йылда Торптың «Кантон Бульдогс» футбол командаһы 3 рәсми булмаған милли чемпион исеменең берәүһен яулай. Был ваҡытта ул хәҙер йәшәп килгән Милли футбол лигаһының беренсе президенты була.

Үлеме һәм ҡабаттан ерләнелеүе

үҙгәртергә

Спортсмен йөрәк өйәнәгенән 1953 йылдың 28 мартында Калифорнияның Ломитаһында вафат була[7]. Мәйетте Оклахома штатының Шони ҡалаһына алап баралар һәм шунда ерләйҙәр.

Йәмәғәтселек мемориал һәм парк булдырыу мөмкинлеген эҙләй, ләкин властар финанслау менән әллә ни ҡабаланмай. Спортсының өсөнсө ҡатыны, Патрисия, Пенсильваниялағы Мауч-Чунк ҡаласығы бизнес йәлеп итеү юлдарын эҙләүе хаҡында белеп ҡала.

Патрисия ҡала властарына иренең һөлдәһен күсереү тәҡдиме менән мөрөжөғәт итә. 1954 йылда ҡала властары һөлдәне күсерәләр мемориал (мавзолей) булдыралар, ә Мач-Чанк үҙе Джим-Торп тип үҙгәртелә (спортсы унда бер ваҡытта булмаһа ла).

Әлеге көндә ул Карбон округының үҙәге.

Хоҡуҡтарын ҡайтарыу

үҙгәртергә

1983 йылда рәсми рәүештә Торптың олимпия чемпионы тигән исемен кире ҡайтаралар. Ул ваҡытта Олимпия уйындарында профессиональ спортсыларға сығыш яһауға рәсми рөхсәт булмағанлыҡтан, хоҡуҡтарын ҡайтарыуҙа формаль нигеҙ булып, дисквалификацияның ярыштар үткәндән һуң ярты йылдан күберәк ваҡыт үтеүе тора.

Сөнки 1912 йылғы ҡағиҙәләргә ярашлы, бындай ҡарарҙар сығарыу өсөн 30 көндән артыҡ ваҡыт үтмәҫкә тейеш була.

Профессионалдарҙың Уйындарҙа ҡатнашыуына рәсми рөхсәт бары тик 1988 йылғы Олимпия уйындары алдынан ғына ҡабул ителә.

Ҡаҙаныштарын таныу

үҙгәртергә

Америка телеканалы ABC Sports үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, Торп XX быуаттың бөйөк еңел атлеты тип таныла.

Уның конкуренттары араһында Мохаммед Али, бейсболсылар Бейб Рут, Джесси Оуэнс, Уэйн Гретцки, гольфсылар Джек Никлаус, Пеле, Вильма Рудольф, Мартина Навратилова, Джекки Джойнер-Керси һәм Майкл Джордан була[8].

Торптың тормошо буйынса 1951 йылда «Джим Торп: ысын американлы» тигән фильм төшөрәләр, унда Берт Ланкастер уйнай.

Торп АҠШ почта маркаһында бар.

  • Benjey, Tom. Doctors, Lawyers, Indian Chiefs. — Carlisle, PA: Tuxedo Press, 2008. — ISBN 978-0-9774486-7-8
  • Buford, Kate. Native American Son: The Life and Sporting Legend of Jim Thorpe (Knopf, 2010), 496pp; major biography. ISBN 978-0-375-41324-7. NewYork Times review
  • «In the Matter of Jacobus Franciscus Thorpe» in Bill Mallon and Ture Widlund, The 1912 Olympic Games — Results for All Competitors in All Events, with Commentary. Jefferson, NC: McFarland, 2002. ISBN 0-7864-1047-7
  • Newcombe, Jack. The Best of the Athletic Boys: The White Man’s Impact on Jim Thorpe. Garden City, NY: Doubleday, 1975. ISBN 0-385-06186-2
  • Updyke, Rosemary Kissinger. Jim Thorpe, the Legend Remembered. Gretna, LA: Pelican, 1997. ISBN 1-56554-539-7
  • Wallechinsky, David. The Complete Book of the Summer Olympics. Woodstock, NY: Overlook Press, 2000. ISBN 1-58567-046-4

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Jim Thorpe // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. Jim Thorpe // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Jim Thorpe // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Olympedia (ингл.) — 2006.
  5. Native American Women: A Biographical Dictionary (ингл.)Routledge. — 412 p. — ISBN 978-0-415-93020-8
  6. «Battle over athlete Jim Thorpe’s burial site continues». The Washington Post. Retrieved July 7, 2012.
  7. Jim Thorpe Is Dead On West Coast at 64
  8. «Wide World of Sports athlete of the century». ESPN.com. проверена 13 августа 2012

Һылтанмалар

үҙгәртергә