Джарылгач милли тәбиғәт паркы

Джарылгач милли тәбиғәт паркы (укр. Джарилгацький національний природний парк) — Джарылгач утрауында (Скадовск районы, Херсон өлкәһе, Украина) урынлашҡан милли парк. 2009 йылдың 11 декабрендә ойошторолған. Майҙаны — 10 000 га.

Джарылгач милли тәбиғәт паркы
укр. Джарилгацький національний природний парк
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны10 000 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты[[11 декабрь 2009 йыл йыл]] 
Урынлашыуы
46°01′ с. ш. 32°56′ в. д.HGЯO
Яҡындағы ҡалаСкадовск 

nppd.com.ua
Украина
Точка
Джарылгач милли тәбиғәт паркы
Херсон өлкәһе
Точка
Джарылгач милли тәбиғәт паркы

Тарихы үҙгәртергә

1923 йылда Джарылгач «Аскания-Нова» ҡурсаулығы менән берләштерелә. 1932 йылда 32 меү га ерҙә Приморье ҡурсаулығы ойошторола. Ҡурсаулыҡ биләмәһенә Джарылгач, Тендровская коса, Долгий, Орлов, Бабин, Смоленый утрауҙары һәм Джарылгач ҡултығының көнбайыш акваторияһы инә. Һуңынан ҡурсаулыҡ статусы бөтөрөлә. 1974 йылда 300 га ерҙә дәүләт әһәмиәтендәге Джарылгач ботаник заказнигы ойошторола.

2009 йылдың 11 декабрендә Украина президенты Виктор Ющенко указы менән Джарылгач милли тәбиғәт паркы ойошторола. Парктың маҡсаты: тәбиғи, фәнни, эстетик, рекрацион һәм һауыҡтырыу әһәмиәте булған Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ ярында тәбиғәтте һәм тарихи-мәҙәни комплексты һаҡлау.

Тасуирлама үҙгәртергә

Милли парк дәүләт милкендәге 10 000 га ерҙе берләштерә, шул иҫәптән 5731 га "Скадовск урман-һунарсылыҡ хужалығы"ныҡы, һәм 2 469 га Ҡара диңгеҙҙең Джарылгач ҡултығы.

Тәбиғәт үҙгәртергә

Утрауҙың үҫемлектәр донъяһын 1927 йылда украин зоологы Н. В. Шарлеман тасуирлаған. Тасуирлама буйынса утрауҙы дүрт һыҙатҡа бүлергә була: тулҡын алып килгән үләнле, ҡомло, ташбаҡалы, тоҙло упраҡлы диңгеҙ буйы (киңлеге 3 м-ҙан 1.5 ка-ға тиклем); утрауҙың урта өлөшөн алып торған дала; пляжлы көньяҡ яры. 1922 −1923 йылдарҙа утрауҙың үҫемлектәр донъяһын Аскания-Нова курсаулығының ботаника мөдире ботаник И. К. Пачоский өйрәнә. Утрауҙы 499 төр көпшә үҫемлектәре үҫә, шуларҙың 51 төрө эндемик. 11 үҫемлек Украинаның Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Утрау акваторияһындағы хайуандар донъяһы күп төрлө һәм бай. Улар араһында креветкалар, диңгеҙ өыҫалалары, Ҡыҙыл кипапҡа ингән уҡбалыҡ, уҡбаш балыҡ.

Утрауҙы 15 төр һөтимәр хайуанды осратырға мөмкин, улыр араҙында үрғуян (Lepus europaeus), төлкө (Vulpes vulpes) һәм ҡабан (Sus scrofa). Һөйрәләеүселәр: дала ҡарайыланы (Vipera ursinii) һәм туҙбаш йылан (Natrix natrix); ер-һыу хайуандары: йәшел әрмәнде (Pseudepidalea viridis) һәм ағас тәлмәрйене (Hyla arborea).Утрауҙа 248 төр ҡош иҫәпәләнә. Ҡоштар йылы яҡҡа осҡан ваҡытта яр буйҙарында 150 мең тирәһе ҡош йыйыла. Яр буйында, ҡаңғылдаҡ аҡҡош (Cygnus cygnus) һәм ышылдаҡ аҡҡош (Cygnus olor) кеүек һыу ҡоштары ҡышларға ҡала.47 төрө Украинаның Ҡыҙыл китабына индеоелгән, шулар иҫәбендә розовый пеликан (Pelecanus onocrotalus), ҡыҙыл өйрәк (Tadorna ferruginea), туғаҙаҡ (Otis tarda), ҡара ҡауҙы (Ciconia nigra), ҡара торна (Anthropoides virgo).

16-18 быуаттарҙа аҫыл боландарҙы (Cervus elaphus), ҡырағай ҡабандарҙы (Sus scrofa), сайғаҡ кәзәләрҙе (Saiga tatarica) һәм ҡоландарҙы (Equus hemionus), ә 19 быуатта — ҡырағай аттарҙы осратырға мөмкин булған.

Джарылгач һәм Каркинит ҡултығында кит һымаҡтарҙың өс отряды тереклек итә: аҡ дельфин (Delphinus delphis), афалин (Tursiops truncatus), диңгеҙ сусҡаһы (Phocoena phocoena relicta).

Һылтанмалар үҙгәртергә