Дауыл ҡошо (кинотеатр, Дондағы Ростов)

«Дауыл ҡошо» кинотеатрыДондағы Ростовта кинотеатр

Дауыл ҡошо
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Карта

Кинотеатр тарихы үҙгәртергә

«Дауыл ҡошо» кинотеатры урынында килем Мелконов-Езенковтың килем йорто урынлашҡан[1]. Бинаның беренсе ҡатында «Колизей» кинотеатры урынлашҡан

Революцион ваҡиғаларҙан һуң кинотеатр Свердлов исемен йөрөтә башлай.1920 йылдың 21 июлендә унда Сергей Есенин сығыш яһай, уның тураһында мемориаль таҡтаташ һөйләй. Был кисәлә Сергей Есенин менән бергә Мариенгоф Анатолий ҙа сығыш яһай[2]. Шунда уҡ китахана менән йәмәғәт клубы урынлаша.

Бина Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яна. Йорт ҡабаттан тик 1953 йылда тергеҙелә, был бинала «Дауыл ҡошо» кинотеатры асыла[3].

2000 йылдан алып 2008 йылға тиклем «Дауыл ҡошо» кинотеатрында 29 фестиваль[4], 16 махсус күрһәтеү, 10 ретроспектив үткәрелә. Актерҙар һәм билдәле кинематографистар менән ижади осрашыуҙар үтә.

2008 йылдың 28 сентябрендә ҡала властары ҡарары менән, йәмәғәтселектә ризаһыҙлығына ҡарамаҫтан, кинотеатр Көньяҡ федераль университ балансына тапшырылыу менән бәйле ябыла[5]. Кинотеатрҙа күрһәтелгән һуңғы фильм Андрей Тарковскийҙың «Көҙгө» фильмы була[6].

Көньяҡ федераль университет ректоры Владислав Захаревич раҫлауынса, кинотетар бинаһына документтар университетҡа тик 2009 йылдың йәйендә генә бирелә. Шул уҡ мәлдә кинотеатрҙың яртыһын РФ Президентының ҡабул итеү бүлмәһенә алалар[5].

2010 йылдың февралендәкинотеатр бинаһын стена менән икегә бүләләр: Ҡыҙыл зал тулы хоҡуҡлы вәкиләттәр аппаратына, күк зал Көньяҡ федераль университеттың коммуникация технологиялары һәм йәмәғәт бәйләнеше үҙәгенә күсә[7][8]. Был территорияла кино күрһәтеү буйынса тардицияларҙы тергеҙеү тормошҡа ашырылмай[9].

Кинотеатрҙа үткән фестивалдәр һәм күргәҙмәләр үҙгәртергә

  • 2008 — «Пацаны / Ростов». «Дауыл ҡошо» инотеатрының күк залында.
  • 2008 — Рөстәм Хамдамовтың һүрәттәр күргәҙмәһе. «Дауыл ҡошо» кинотеатрының күк залында[10].
  • 2003 — Кино ваҡиғалары фестивале «ART_ЭRИЯ_2003»[11].
  • 2002 — Кино ваҡиғалары фестивале «ART_ЭRИЯ_2002»[12].

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. 1942 год/Разрушенное здание радиокомитета. — Фото Ростова, архитектура, история и фотографии Ростова-на-Дону — Темерник.ру 2010 йыл 28 апрель архивланған.
  2. 2010 йыл 8 февраль [https://web.archive.org/web/20100208164123/http://esenin.niv.ru/esenin/afisha/afisha-2.htm архивланған. Вечер «Имажинисты» в помещении кинотеатра «Колизей» (Ростов-на-Дону). 21 июля 1920 г.: [Афиша]]
  3. Пилипенко Г. Закрытие кинотеатра «Буревестник» 2016 йыл 6 март архивланған. // Неофициальные новости Ростова-на-Дону. — 2008. — 14 сент.
  4. Проценко Н. «Буревестник» собирает сливки с европейских фестивалей 2016 йыл 4 март архивланған. // Город N. — 2003. — 9 апр.
  5. 5,0 5,1 Пилипенко Г. Исследование чучела «Буревестника» // Неофициальные новости Ростова-на-Дону. — 2009. — 22 сент.
  6. Собств. корр. В Ростове-на-Дону закрылся кинотеатр «Буревестник» // Комсомольская правда. — 2008. — 30 сент.
  7. Пилипенко Г. Кирдык окончательный // Неофициальные новости Ростова-на-Дону. — 2010. — 15 февр.
  8. Полторабатько Е. «Буревестник» когда-то заработает 2018 йыл 12 июнь архивланған. // donnews.ru. — 2010. — 7 окт.
  9. Шепелева Е. Кинотеатр стал инвестплощадкой // Город N. — 2011. — 5 апр.
  10. Батаева Ж. Ростовский кинотеатр «Буревестник» закроется 28 сентября // Комсомольская правда. — 2008. — 25 авг.
  11. Швец И. Открылся фестиваль кинособытий 2016 йыл 4 март архивланған. // Город N. — 2003. — 27 сент.
  12. Собств. корр. Фестиваль «ART_ЭRИЯ_2002» // Седьмая столица. — 2002. — 23 июля.