Викидатала элемент юҡ

Гәрәй — башҡорт ир-ат исеме.

Этимология

үҙгәртергә

Гәрәй башҡорт теленә фарсы теленән ингән исем. Ынтылыш, теләк, көслө, ҡөҙрәтле, эйәреүсе, дауам итеүсе тигән мәғәнәләргә эйә. Ир-ат исемдәре ялғауы булып та йөрөй[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы (8 июль 1888 йыл — сентябрь 1922 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1919—1922 йылдарҙа Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары һәм Башҡортостан Халыҡ хужалығы Советы рәйесе. Ҡарамышевтар нәҫеленән.

Шәфиев Гәрәй Гәрәй улы (10 июнь 1920 йыл — 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985) мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Күгәрсен районының 1972—1978 йылдарҙағы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире.

Нафиҡов Гәрәй Абдулла улы (25 август 1907 йыл — 10 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкы командиры. Майор. Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Исхаҡов Гәрәй Усман улы (25 ноябрь 1931 йыл — 24 июнь 1997 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы-драматург. 1972 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Йософ Гәрәй, Гәрәев Йософ Ибраһим улы (7 март 1904 йыл — 22 март 1988) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1937—1939 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары.

Гәрәй (Балтас районы) (рус. Гарейка) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл.

Гәрәй (Ҡалтасы районы) (рус. Гареевка) — Башҡортостандың Ҡалтасы районындағы ауыл.

Юғары Гәрәй — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Чалманарат ауыл биләмәһе составына инә.

Түбәнге Гәрәй (Иҫке Гәрәй; татар. Түбән Гәрәй, рус. Верхнее Карачево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Гәрәй (йылға) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Тере Танып йылғаһы ҡушылдығы. Оҙонлоғо — 73 км, бассейн майҙаны — 886 км².

Гәре (Гәрәй ҡушылдығы) (рус. Гари (устар. Томба)) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы биләмәләрендә аға. Гәре ике йылға — Ҡажматыйылға һәм Ереклейылға ҡушылған ерҙән баш ала. Йылға Гәрәй йылғаһының һул ярына тамағынан 65 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 16 км.

Гәрә (гәрәле, гәрәй) — башҡорт ҡәбиләһе. Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенә ҡарай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ