Графиня Фесенко йорто

Графиня Марии Фесенко йорто — 2013 йылдың 28 октябрендә Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән ҡаралты.Грузияның Хелвачаури муниципалитетындағы Махинджаури ауылында урынлашҡан.

Графиня Фесенко йорто
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Батуми
Карта

Тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, өс ҡатлы был һарайҙы үҙенең тәрбиәсеһе графиня Мария Фесенко өсөн Рәсәй императоры Николай II төҙөткән. Совет осоронда һарай Махинджаури балалар йортона бирелгән булған. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында бында госпиталь урынлаштырғандар. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Фесенко йорто күсеп килергә мәжбүр булыусыларҙы урынлаштырыр өсөн файҙаланылған. Әлеге ваҡытта йорт буш тора.

Һарайҙы төҙөү ХХ быуат башында башланған. Урындағы халыҡ хәтирәләре буйынса, 1900 -1907 йылдарҙа ул төҙөлөп бөткән булған инде. Бина проектын Санкт-Петербург архитекторҙары эшләгән. Уның аналогы шулай уҡ Италияла булған.

Уҙған быуатта бында инглиз, урыҫ ҙәм немец аристократтары йыш булған. Графиня бик ҡунаҡсыл булған.

2006 йылда һарай дәүләт яҡлауына тәҡдим ителгән. 2013 йылда тәҡдим ҡабул ителгәне һәм шул йылдың 28 октябрендә милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары иҫәбенә индерелгән [1].

  • YouTube сайтында Видео Графиня Фессенко. Коттедж в Махинджаури , Аджария ТВ, 8 ноября 2018 года.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә