Гордеев Александр Семёнович

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры

Гордеев Александр Семёнович (10 декабрь 1903 йыл — 16 октябрь 1975 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусы ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Еңеү парадында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 2‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Гордеев Александр Семёнович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 апрель 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1]
Тыуған урыны Әнйәк, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 27 октябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (72 йәш)
Вафат булған урыны Дүшәнбе, Тажик Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Александр Семёнович Гордеев 1903 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[2] Әнйәк ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белем ала, йөк ташыусы булып эшләй. 1941 йылда Гордеев Тажик ССР-ының Сталинабад районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылдың көҙөнән Бөйөк Ватан һуғышында. Сталинград һуғышында, Дон өсөн һуғышта ҡатнаша. 1943 йылдың сентябренә гвардия ҡыҙылармеец Александр Гордеев Үҙәк фронттың 61-се армия 7-се гвардия кавалерия корпусы 7-се гвардия кавалерия истребитель-танкыға ҡаршы дивизионында танкыға ҡаршы мылтыҡ тоҫҡаусы ярҙамсыһы була. Днепр өсөн һуғыш ваҡытында батырлыҡ күрһәтә[3].

1943 йылдың 26 сентябренән 27 сентябренә ҡарай төндә Гордеев өс танкыға ҡаршы мылтыҡ расчеты составында, дошмандың көслө утына ҡарамаҫтан, Белорус ССР-ының Гомель өлкәһе Брагин районы Нивка ауылы районында Днепр йылғаһы аша сығып, унда дошмандың һаны буйынса өҫтөнлөклө көстәре менән алышҡа инә. Ҡараңғылыҡ менән файҙаланып, расчет составындағы яугирҙәр немецтарҙың траншеяһына һиҙҙермәй киләләр, ундағы дошман һалдаттарына граната яуҙыралар һәм окопты баҫып алалар, уны өҫтәмә көс килгәнгә тиклем тоталар.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы менән, «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн», гвардия ҡыҙылармеец Александр Гордеев «Советтар Союзы Геройы» тигән юғары исемгә лайыҡ була, уға Ленин ордены һәм 3003-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[4][5].

Еңеү Парадында ҡатнаша, Ҡыҙыл майҙан буйлап 7-се гвардия кавалерия корпусы байрағын тотоп үтә. Һуғыш тамамланғандан һуң демобилизациялана. Дүшәмбелә тимер юл вокзалы начальнигы урынбаҫары булып эшләй, артабан поезд начальнигы. 1975 йылдың 27 октябрендә вафат була, Дүшәмбе ҡалаһында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Советтар Союзы Геройы (1944);
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы;
  • Ленин ордены 1944;
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены,[6];
  • миҙалдар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы
  3. Гордеев Александр Семёнович. «Герои страны» сайты.
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 3/11, л. 26, 387, 388)
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 4035, л. 1, 12, 13)
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Сечкина Л. П. Твои Герои, Таджикистан. Душанбе, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 4. Уфа, 1979.

Һылтанмалар

үҙгәртергә