Гобинд Сингх (Говинд, кб.-пандж. ਗੁਰੂ ਗੋਬਿੰਦ ਸਿੰਘ, тыуған ваҡыттағы исеме Гобинд Раи; 22 декабрь 1666(16661222) йыл— 7 октябрь 1708 йыл) — унынсы һәм һуңғы сикх гуруһы. Хальсу общинаһының реформаторы, киләсәк Сикх дәүләтенә нигеҙ һалыусы. Гобинд Сингх бөйөк яугир, талантлы шағир һәм юлбашсы.

Гобинд Сингх
кб.-пандж. ਗੁਰੂ ਗੋਬਿੰਦ ਸਿੰਘ
Guru Gobind Singh.jpg
Тыуған көнө

22 декабрь 1666({{padleft:1666|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Патна, Һиндостан

Вафат булған көнө

7 октябрь 1708({{padleft:1708|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (41 йәш)

Вафат булған урыны

Нандед, Һиндостан

Эшмәкәрлеге

сикх гуруһы

Commons-logo.svg Гобинд Сингх Викимилектә

БиографияһыҮҙгәртергә

1675 йылдан 1708 йылға тиклем Гобинд Сингх сикхтар гуру сифатында була. Гуру Гобинд яҡшы яугир (яҡшы уҡсы) ғына түгел, шулай уҡ күп телдәрҙе, шул иҫәптән фарсы, санскрит, брадж бхашу, ғәрәп и пенджаб телдәрен белгән бөйөк шағир ҙа була. Сикхтар өсөн брадж телендә бик күп изге гимндар һәм пенджаб телендә «Чанди ди Вар» шиғырын яҙа, был әҫәрҙәрҙә Маркандей-пуранданан изгелек һәм яуызлыҡ алышы эпизоды һүрәтләнә[1]. Фарсы һәм санскрит классик әҙәбиәте, астрономия, география һәм башҡа фәндәр менән яҡшы таныш була. Гобинд Сингх сикхтарҙың «Ади Грантх» әҫәрен яттан иҫләп яҙа.

Гобинд — туғыҙынсы Гуру Тегх Баһадураның берҙән-бер улы. Малайға 9 йәш булғанда, ул атаһының бойороғо буйынса атаһының вазифаһын мираҫ итеп ала, атаһы ислам динен ҡабул итеүҙән баш тартҡан өсөн Бөйөк Могол Аурангзеб бойороғона ярашлы язалап үлтерелә. Атаһын язалағандан һуң Гобинд Сингх, тирандарҙы ҡурҡыта алмаған милләт булдырасаҡмын һәм, ғәҙеллекте, тыныслыҡты һәм дөйөм кешелек тигеҙлеген тергеҙергә тырышып, тормоштоң бөтә өлкәләрендә иҙеүселәргә ҡаршы торасаҡмын, тип иғлан итә.

Моголдар менән асыҡ бәрелештәр күҙәтелмәгән «тыныслыҡ» осоронда Гобинд Гималайҙағы Сирмур кенәзлегендә була, унда көс ҡулланмау проблемаһына яңы ҡараш теологик тәғлимәткә (ахимстар) һәм сикхтың әхлаҡи кодексына нигеҙ һала. Сикхтар общинаһының ҡеүәте үҫә барыуы ҡалаға һөжүм итеүсе урындағы раждарҙы борсоуға һала, ләкин улар кире ҡағыла.

Хәрби кампанияларҮҙгәртергә

Гуру Гобинд моголдарға 14 ҙур алышта ҡатнаша һәм уларҙың күбеһендә еңеү яулай (мәҫәлән, 1686 йылда Гобинд Сингх 2000 ябай кешенән торған ғәскәр менән яҡшы ҡораллы могол һалдаттарының 20 меңлек профессиональ армияһына ҡаршы сыға һәм уларҙы еңә:

  • Бхангани янындағы алыш (1688)
  • Надаун янындағы алыш (1691)
  • Гулера янындағы алыш (1696)
  • Анандпур янындағы алыш (1700)
  • Нирмохгарх янындағы алыш (1702)
  • Басоль янындағы алыш (1702)
  • Чамкаур янындағы беренсе алыш (1702)
  • Анандпур янындағы беренсе һәм икенсе алыштар (1704)
  • Сарса янындағы алыш (1704)
  • Чамкаур янындағы икенсе алыш (1704)
  • Муктсар янындағы алыш (1705).

Хальсуға нигеҙ һалыуҮҙгәртергә

Бер нисә еңеүҙән һуң гуру Анандпурға юллана һәм 1699 йылдың 30 мартында (13 апрель) сикх общинаһын үҙгәртеп ҡора, хальсуға нигеҙ һала. Әлеге кастаһыҙ туғанлыҡ бер үк ваҡытта сикхтарҙың берләшкән армияһы булараҡ эш итә.

 
"Биш К"нең өсәүһе

Риүәйәт буйынса, хальсуны булдырыу һәм пахулға бағышлау тантанаһы түбәндәгесә була: Гобинд йыйылған халыҡ алдына сыға һәм дхармаға үҙ ғүмерен ҡорбан итергә әҙер булғандарға алға сығырға тәҡдим итә. Риүәйәт буйынса, ул беренсе ирекмәнде сатырға алып китә һәм ҡанға батҡан ҡылыс менән әйләнә һәм шул уҡ һорауҙы ҡабатлай. Биш кеше гуру менән киткәнгә тиклем, ошо хәл ҡабатлана. Әлеге биш кеше төрлө касталар вәкилдәре була һәм улар сатырҙан иҫән-һау сығарыла. Ул был тоғро кешеләрҙе Панч Пьяре («Яратҡан Биш Кеше») тип атай, улар менән ритуаль эсемлек (амрита — Аллалар эсемлеге) тәмләй һәм уларҙы тәүгеләр булып хальсуға индерә; үҙе әлеге общинаның алтынсы ағзаһы була. Гуру шулай уҡ уларға яңы фамилия бирә — Сингх («арыҫлан») — һәм биш К традицияһын (К хәрефенә башланған синх инаныу атрибуттары) индерә:

  • кэш-ҡырҡылмаған сәс;
  • канға — ағас тараҡ;
  • какча — эске кейем;
  • ҡара — тимер йәки ҡорос беләҙек;
  • кирпан — ҡылыс.

Нәҫелдән килгән гуру вазифаһын бөтөрөп, Гобинд власты бөтә хальсуға тапшыра. Хальсуның нигеҙләнеүе сикхизмды барлыҡҡа килтерә — Һиндостандың өсөнсө дине.

Һуңғы йылдары һәм үлемеҮҙгәртергә

Хальсаның нигеҙләнеүе сикхтарҙы Гуру урынына дәғүәселәргә ҡаршы туплай. Дошмандарҙың реакцияһы оҙаҡ көттөрмәй. 1700—1701 йылдарҙа раджа һәм моголдарҙың берләшкән армияһы Анандпурға һөжүм итә. 1704—1705 йылдарҙа Анандпур бер нисә ай ҡамауҙа булғандан һуң, ҡалала аслыҡ башлана, хәлдәр бик ныҡ киҫкенләшә. Әммә хальсау сигенгәндән һуң Могол ғәскәре Мукстар янындағы алышта ҡыйратыла.

Әммә община ҡаты юғалтыуҙар кисерә: сикхтарҙың күбеһе алыштарҙа һәләк була. Гобинд Сингх ғаиләһенә лә ауыр һынауҙар төшә. Уның ике өлкән улы, 17 һәм 13 (йәки 18 һәм 14) йәшлек улдары атаһы менән йәнәш һуғыша һәм 1704 йылдың декабрендә һуғышта һәләк була. 9 һәм 7 (йәки 8 һәм 5) йәшлек кесе улдары могол командующийы Вәзир Ханға әсирлеккә эләгә һәм, исламға күсеүҙән баш тартып, язалауҙарға дусар ителә һәм диуарға тере килеш тығыла. Улар менән бергә әсирлеккә эләккән өләсәләре Мата Гуджра, Гобиндтың әсәһе, ауыр ҡайғынан мәрхүм була.

Гобинд Сингх Аурангзебҡа ебәргән хатында «Еңеү тураһында мөрәжәғәтнамә» («Зафарнама») ул падишаһты сикхтар менән килешеүҙәрҙе үтәмәүҙә, һуғыштың вәғәҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләй. Шулай уҡ әлеге хатта Бөйөк Моголдар Империяһының тиҙҙән юҡҡа сығыуы тураһында яҙыла. Бынан Һуң Аурангзеб сикхтар менән солох төҙөүгә ыңғайлай, әммә тиҙҙә, 1707 йылда, вафат була. Дели ҡалаһында власть өсөн көрәш башлана, унда еңгән Аурангзебтың вариҫы Муаззам Батша улы (Баһадир Шаһ I), Гобинд Сингх менән шәхси осрашыу үткәрергә ҡарар итә. Тегеһе уның Көньяҡ Һиндостанда Декан төбәгендә осрашырға ризалаша. Әммә 1708 йылда Гобинд унда килгәс, һөйләшеүҙәр кисектерелеүе билдәле була.

Күпмелер ваҡыттан һуң Нандедела Годавари йылғаһы ярында уны ике афған (мосолман фанатиктары) ҡыуып етә һәм күкрәгенә яралай. Гобинд уларға ҡаршы тора һәм уларҙың береһен үлтерә (икенсеһен һаҡсыһы үлтерә), һөҙөмтәлә Гобинд иҫән ҡала һәм тиҙҙән һауыға башлай, әммә һаҡһыҙлығы арҡаһында (йәйәне тартҡан саҡта) яра асыла һәм 1708 йылдың 17 октябрендә ҡан ағыуҙан вафат була. Гобинд гуру үҙенең вафаты алдынан халҡына «Сәхиб Грантхы» тигән изге китабын уҡырға васыят итеп ҡалдыра, әлеге китапты үҙенең вариҫы тип иғлан итә. Гобинд Сингхтың уҡыусылары сикхтарҙың биләмәләрен 12 мисәлгә (яугирҙар берләшмәһенә) бүләләр, шулай итеп конфедерация барлыҡҡа килә.

Ғәҙел һуғыштың фәлсәфәүи теорияһыҮҙгәртергә

 
Гобиндтың (ҡош менән) һәм Нанак гуру менән осрашыуы (булмаған хәл). XVIII быуат һүрәте
 
Анандпур Сәхиб- хальсуның барлыҡҡа килгән урыны

Гобинд Сингх ғәҙел һуғыш теорияһының философы тип иҫәпләнә. Түбәндә ғәҙел һуғыш нигеҙенең биш шарты.

  • Һуғыш, башҡа саралар уңышһыҙ булғандан һуң ғына, башланырға тейеш. "Зафарнамә"лә император Аурангзебҡа ул былай тип яҙа: «Һайлау мөмкинлегем ҡалмағас, мин һуғыш юлына баҫтым һәм үҙемдең йәйәгә уҡ һалдым. Башҡа яҡшы ниәттәр уңышһыҙ булғанда, ҡылыс сығарыу хоҡуғы бар».
  • Һуғыш нәфрәтһеҙ һәм реваншты теләүҙән тыш үтергә тейеш. Гобинд Сингх үҙенең улдарын һәм атаһын үлтереүселәргә лә, исламға йәки моголдар диненә лә нәфрәт күрһәтмәй. Ул былай ти: «Яу яланында мин сикхтарҙы йәки мосолмандарҙы айырманым. Ауыртыу ауазын ишеткәндә, Мин үҙемдең Гуруны, Һәм ошо Гуруға һыу бирҙем».
  • Хаҡлыҡ өсөн барған һуғыш файҙа өсөн генә алып барылырға тейеш түгел. Гобинд Сингх яуланған ерҙәрҙе таламай һәм үҙенә беректермәй.
  • Һуғышты ялланыусылар түгел, ә идеалдар менән тоҡандырылған кешеләр башлай ала. Тик был кешеләрҙең үҙ ихтыяры буйынса намыҫ һәм этика ҡанундары менән бәйләнгән булыуы шарт.
  • Ҡораллы «тәре йөрөтөүсе», еңеүгә шикләнмәйенсә һәм эҙемтәләр тураһында уйламайынса яуға барырға тейеш. Ул былай ти: «Мин турғайҙы төйөрсөккә һунар итергә, ә бер кешене тотош легион (ғәскәр) менән көрәшергә өйрәтәм».

Дхарма Юдх (изге һуғыш) өсөн ошо биш шарт үтәлгәс, яугир, уң эше өсөн изге үлемдән башҡа бер нәмә юҡлығына инанып, һуғышҡа бара ала. Гобинд изге һалдаттар армияһын булдыра. Үҙен һәм эйәрсәндәрен ул рәхмәтнамә ҡағиҙәләре менән бәйләй — эсмәҫкә, тәмәке тартмаҫҡа, дошмандарының ҡатын-ҡыҙҙарына бәйләнмәҫкә һәм башҡалар.

Үҙен ул Хальсу ағзаларына тиң тип һанай һәм һәләк булыу мөмкинлеген таный.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Ganda Singh GOBIND SINGH, GURU (1666-1708). Encyclopaedia of Sikhism. Punjabi University Patiala. Дата обращения: 7 март 2016. Архивировано 29 июль 2017 года.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Deora, Man Singh. Guru Gobind Singh: a literary survey. — New Delhi: Anmol Publications, 1989. — ISBN 978-81-7041-160-4.