Герой-пионерҙарға һәйкәл (Каменск-Шахтинский)

1967

Һәйкәл
"Герой-пионерҙарға" һәйкәл-стела
Ил Рәсәй
Ҡала Каменск-Шахтинский,
Ростов өлкәһе
Төҙөлгән ваҡыты 1967 йыл
Материал кирбес, бетон

Герой-пионерҙарға һәйкәл — Ростов өлкәһенең Каменск-Шахтинский ҡалаһында 1967 йылдың 2 ноябрендә Карл Маркс проспектындағы Пионерҙар скверына ингән урында «Герой-пионерҙарға» һәйкәл-стела асыла.

Тарихы һәм һүрәтләнеше

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында (1942 йылдың 19 июленән 1943 йылдың 13 февраленә тиклем) Каменск фашистар ҡулында була. Гитлерсылар ҡалала башбаштаҡлыҡ ҡыла, урындағы халыҡты талай, үлтерә. Оккупация ете ай дауам итә. Ҡаланы немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Каменскийҙы азат итеү 1943 йылдың ғинуарында башлана, ҡалала ҡаты һуғыштар бара.

1943 йылдың 20 ғинуарында Ҡыҙыл Армияның алдынғы частары Каменскийға яҡынлаша. Балалар һәм өлкәндәр совет яугирҙарын ҡыуанып ҡаршы ала. Уҡыусылар ҡыҙылармеецтарға дошман һалдаттары, танкылары һәм орудиеһы урынлашҡан урындар тураһында һөйләй. Совет ғәскәрҙәре төркөмө һаны ҙур булмай, пехотаға ике танк ярҙам итә. Ҡыҙыл армия яугирҙары ҡалана азат итә алмай. Алыш тамамланыу менән немеецтар һәм полицайҙар каратель акциялары уҙғара. Фашистар рәттән бөтә үҫмерҙәрҙе, хатта 8-9 йәшлек малайҙарҙы ла ҡулға ала. Немецтар уларҙан ҡаты яза ҡулланып һорау ала, әммә ҙур һуғыштың бәләкәй геройҙары дошманға бер һүҙ ҙә әйтмәй, Тыуған еренә тоғро ҡала. Һорау алғандан һуң фашистар һәм полицайҙар малайҙарҙы хәҙерге 12-се гимназияның подвалында ата. Икенсе мәғлүмәттәр буйынса, уларҙы Новоселевская (хәҙер Щаденко) урамы ашаһындағы, хәҙерге Гагарин исемендәге парк территорияһындағы йортта аталар[1]. Ҡырҡтан ашыу уҡыусы һәләк була, улар хөрмәт менән ерләнә.

Файл:Kamensk Ul-Geroev-pionerov.jpg
Герой-пионерҙар урамының иҫтәлекле таҡтаташы

Каменск-Шахтинский ҡалаһы немец баҫҡынсыларынан өс аҙнанан һуң азат ителә. 1967 йылдың 2 ноябрендә үҙәк ҡала скверында һәләк булған балаларҙың исемдәрен күрһәтеп, Герой-пионерҙарға һәйкәл асыла. Улар хөрмәтенә урамдарҙың береһенә, 1973 йылда Линейная урамына, Герой-пионерҙар урамы исеме бирелә.

Һәйкәл авторы — Каменск рәссамы Анатолий Григорьевич Деркунский. Стелаға геройҙарҙың исемдәре — Бабков В., Блинов Г. Ф., Бервенев Г. П., Выриков А. П., Глуховской И. К., Герловский А. Ф., Донченко С. В., Дробовач И. П., Захарченко. Н., Иванов С. А., Крамаров В. Ф., Д. Крамаров . Ф., И. Кучеров, Красников М. Ф., З. Кочетова, Купреченков И. Д., Ланин О. В., Миньков Б. Г., Новойдврский И. П., Новиков Н., Панфилов И., Ю. Ревин , И, И. Руденко, М. Стахиев . А., Славин В. А., Сливин Б. А., Сучилин М. А., Хапричков Ю. И., Хитайленко В. С., Чепелев Н. М., Чепелев В. М., Чумаков Ю., Шачнев А. Г., Яковлев П. Д., Яровенко Ю. Д.[2] яҙылған.

1996 йылда һәйкәл реконструкциялана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә