Герасимова Валерия Анатольевна

Герасимова Валерия Анатольевна (19031970) — рус совет яҙыусыһы.

Герасимова Валерия Анатольевна
рус. Валерия Анатольевна Герасимова
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 27 апрель 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Һарытау, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 2 июнь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1] (67 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1]
Хәләл ефете Борис Михайлович Левин (1899–1940)[d] һәм Александр Александрович Фадеев[d]
Балалары Анна Борисовна Герасимова[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, мөхәррир
Эш урыны А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт университетының ижтимағи фәндәр факультеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Герасимова Валерия Анатоьевна дворян нәҫеленән. 1903 йылдың 14 (27) апрелендә  әҙип һәм журналист ғаиләһендә тыуған бала сағын Уралда үткәргән, Екатеринбург гимназияһында уҡыған, 1920 йылдан һуң күпмелер ваҡыт Ҡырымда йәшәгән.

Мәскәү дәүләт университетының педагогия бүлеген тамамлаған (1925). 1926 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Ярославлдә уҡытыусы булып эшләй. 1923 йылдан менән баҫыла башлай. «Артылыш» төркөмөнә ингән. Уның «Хитрые глаза» повесын[2] РАПП ҡырҡа тәнҡитләй.

СССР Яҙыусылар союзының етәксе «бишенә» инә

«Смена» журналы мөхәррире (1936—1938).

Әҙәбиәт институтында уҡытҡан (1956—1969).

1958 йылда Пастернакты ҡыуыуҙы хуплаған Мәскәү яҙыусыларының дөйөм йыйылышында сығыш яһай. Ни эшләп ул быны эшләгәненә, ул былай тип яуап бирә:

— Мин партком ағзаһы инем, миңә ҡушалар, һәм мин баш тарта алмайым..

  • Атаһы — Герасимов Анатолий Алексеевич (1867—1928), революция хәрәкәте эшмәкәре, социалист.
  • Олатаһы — диңгеҙсе Владимир Александрович Русанов.
  • Апаһы Марианна (1901—1944) — яҙыусы Юрий Либединскийҙың беренсе ҡатыны (уларҙың ата-әсәһе дуҫ булған), 1923—1930 йылдарҙа ОГПУ хеҙмәткәре (1928—1930 йылдарҙа ОГПУ начальнигы һәм начальник ярҙамсыһы); репрессияға эләгә, үҙ-үҙенә ҡул һала.
  • Беренсе ире — яҙыусы Александр Фадеев.
  • Икенсе ире — яҙыусы Борис Левин, фин һуғышында һәләк була[3].
    • Ҡыҙы — Анна Герасимова Борисовна (1940)[4].
      • Ейәне — яҙыусы Сергей Шаргунов.
  • Ике туған ағаһы — кинорежиссёр Сергей Герасимов.

«Герасимова прозаһы рациональ, яҙыусы фекеренә ҡәтғи тап килә, уға ярашлы бер-береһенә ҡаршы торған персонаждар конфликт һәм көрәш ситуацияларында тора; был конфликт сиселешенә хикәйәләүҙең бөтә өлөштәре буйһона» (Вольфганг Казак).

Герасимова прозаһы эмиграцияла йәшәгән шағир һәм әҙәби тәнҡитсе Георгий Адамовичтың маҡтау һүҙҙәренә йыш лайыҡ була.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Панцирь и забрало, М., 1931, 1932, 1934
  • В поисках принудительного труда, 1931 (в соавторстве с Б. Левиным)
  • Дальняя родственница, 1933
  • Жалость, Л., 1934
  • Избранное, 1935
  • Хитрые глаза, М., 1939
  • Родная земля, 1944
  • Сверстники, 1948
  • Простая фамилия, М., 1956
  • Крушение карьеры Власовского, 1956 (в соавторстве с Л. Савельевым)
  • Избранные произведения, 1958
  • Знакомое лицо, 1960
  • Глазами правды, М., 1965
  • Быть собой, 1970

Бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Герасимова Валерия Анатольевна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Герасимова В. Хитрые глаза // Год двадцать первый. Альманах тринадцатый. М. 1938. С. 98-226.
  3. Храбровицкий А В. Очерк моей жизни. Дневник. Встречи / Вступит. статья, сост., подготовка текста и коммент. А. П. Шикмана. — М.: НЛО, 2012. — 216 с. — (Россия в мемуарах). — ISBN 978-5-86793-952-6. Архивная копия от 21 февраль 2014 на Wayback Machine.
  4. Храбровицкий А В. Очерк моей жизни. Дневник. Встречи / Вступит. статья, сост., подготовка текста и коммент. А. П. Шикмана. — М.: НЛО, 2012. — 216 с. — (Россия в мемуарах). — ISBN 978-5-86793-952-6. Архивная копия от 21 февраль 2014 на Wayback Machine.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Казак В. Лексикон русской литературы XX века = Lexikon der russischen Literatur ab 1917 / [пер. с нем.]. — М. : РИК «Культура», 1996. — XVIII, 491, [1] с. — 5000 экз. — ISBN 5-8334-0019-8.

Һылтанмалар

үҙгәртергә