Гемиле (төр. Gemile) — Фетхий ҡалаһынан алыҫ булмаған урында Төркиә яр буйындағы утрау. Утрауҙа IV һәм VI быуаттарҙа төҙөлгән бер нисә сиркәү һәм бина харабалары бар. Археологтар фаразлауынса, утрау изге Николай Мирликийскийҙың тәү ерләнеү урыны булыуы ихтимал.

Гемиле
төр. Gemile
Утрау күренеше
Утрау күренеше
36°33′12″ с. ш. 29°04′09″ в. д.HGЯO
ИлТөркиә Төркиә
Гемиле (Төркиә)<div style="font-size:88%;line-height:1.2em;position:absolute;z-index:2;left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Brown 804000 pog.svg
Гемиле
Commons-logo.svg Гемиле Викимилектә
Сиркәүҙең һаҡланып ҡалған апсидаһы

ГеографияһыҮҙгәртергә

Әллә ни ҙур булмаған утрау Фетхий ҡалаһынан яҡынса 9 саҡрым көньяҡта, төрөк ярынан ни бары 200 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Был кеше йәшәмәгән ҡаялы утрау. Оҙонса төньяҡ яр буйында ҙур булмаған пристань урынлашҡан. Ҡалған яр буйы текә ҡаялы һәм упҡынлы.

Иҫтәлекле урындарыҮҙгәртергә

Византиялағы IV һәм VI быуат араһында төҙөлгән биш сиркәүҙең харабалары 350 метрлыҡ маршрут менән бәйләнә[1] .Шулай уҡ утрауҙа, сиркәүҙәрҙән тыш, 40 бинаның һәм 50 христиан ҡәберлеге емереклектәре урын алған[2]. Сиркәүҙәрҙең береһе утрауҙың иң бейек нөктәһендә ҡаяның үҙен ҡырҡып эшләнгән. Хәҙер ҙә был сиркәүҙең мозаикаһын һәм фрескаһын шәйләргә була[3].

Археологтар фаразлауынса, утрау Изге Николайҙың тәү ерләнеү урыны булыуы ихтимал. Adası Gemiler тигән төрөк исеме тәржемәлә "моряктар утрауы"н аңлата, был иһә изге Николайға ишаралай, сөнки ул моряктарҙың ҡурсалаусыһы һаналған. Урта быуатта был утрау диңгеҙселәр араһында Изге Николай утрауы булараҡ таныла . Белгестәр фекеренсә, Николайҙы ҡая сиркәүендә ерләйҙәр. Храм диуарында уның исеме күп тапҡыр осрай. Изге Николайҙың һөлдәһе ҡалдыҡтары сиркәүҙә сама менән 650 йыллап ятҡан, аҙаҡ ғәрәп флоттары яҡынлашыуы арҡаһында 25 саҡрым көнсығыштараҡ булған Мира ҡалаһына күсерелә.

ТуризмҮҙгәртергә

  1. Утрауға күпләп турист кәмәләре килә, уларҙың барыһы ла тиерлек Олюдениз ҡалаһынан сыға. Шулай уҡ пристандә шәхси яхталар ҙа туҡтай ала. Йәй көнө утрауҙа ҙур булмаған ресторан эшләй[4].

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

БиографияҮҙгәртергә